+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Июнь 2021, 12:25

Йәштәр байрам итте

Йәшлек осоро - бар тәбиғәт гөл-сәскәгә күмелгән йәмле йәй кеүек. Йәштәр көнөнөң тап ошо мәлдә билдәләнеүе лә юҡҡа ғына түгелдер. 25 июнь Красноусолдың “Йәшлек” ял паркында Йәштәр көнөнә арналған сара үтте. Бындай матур көндә кем өйҙә ултырып сыҙаһын инде, был көндө 14 йәштән алып 35-кә тиклемге йәш-елкенсәк менән бергә күңелдәре йәш булғандар ҙа, кескәйҙәр ҙә рәхәтләнеп байрам итте. Күңелле яңғыраған йыр-моңдар йәштәрҙе алыҫтан уҡ үҙенә әйҙәп торҙо.

Бәләкәйҙәргә уйнап-шыуып төшөү өсөн ҙур батут ҡуйылған, шулай уҡ балаларға төрлө конкурстар, уйындар ойошторолғайны. Теләгәндәргә ҡапҡылап алыу, тәмлекәстәр менән һыйланыу өсөн сауҙа рәттәре эшләп торҙо. Кеше һаулығын йәштән һаҡларға тейеш, ошо уңайҙан үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре “Никотинды витаминға алмаштырабыҙ!” тип аталған акция иғлан иткән ине. Был акцияла ҡатнашырға теләк белдереүселәр ҙә байтаҡ булды. Шулай уҡ “Батыр” көрәшселәр клубы (етәксеһе Ф.Ғибаҙуллин) һәм уҡ атыу (етәксеһе И.Хәбибуллин) буйынса күрһәтмә сығыштар эшләп торҙо.
Алып барыусылар Алһыу Ғафарова менән Фәнзил Ғәлин тантана башланасағын иғлан итеп, байрамға килеүселәрҙе сәхнә янына йыя. Йәштәрҙе ҡотлау өсөн иң беренсе һүҙ район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Рәмил Кинйәбаевҡа бирелде.
- Был осор кеше ғүмеренең хыялдар һәм өмөттәр ташып торған, тормошта үҙ юлыңды табыу, егет ҡорона ингәндәргә хеҙмәт бурысын үтәү, ҡыйыу уй-фекерҙәр һәм ҡаҙаныштар менән донъяны таң ҡалдырыр мәл. Район йәштәренә беҙ ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Күп нәмә һеҙҙең белемегеҙгә, яңы проекттар табыуығыҙға, булдыҡлылығыҙға, йәмғиәткә кәрәкле кеше булараҡ үҙ урынығыҙҙы табыуығыҙға бәйле. Беҙ үҙебеҙҙең йәштәр менән ғорурланабыҙ һәм барығыҙға ла бар башланғыстарҙа ла уңыштар, һаулыҡ, маҡсаттарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйем, - тигән изге теләктәрен еткерҙе Рәмил Ниғмәтйән улы.
Ул райондың бер төркөм яҡшы уҡыусы юғары класс уҡыусыларына Маҡтау грамоталары һәм аҡсалата бүләктәр тапшырҙы. Был исемлектә Красноусолдағы 2-се мәктәптең 9-сы класс уҡыусылары Айҙар Шәрипов, Эльвина Йәрмөхәмәтова, Кирилл Рябов, Яна Савкина (11-се класс), 3-сө мәктәптән Ксения Петрова (9-сы класс), Софья Ефанова (11-се класс), 1-се мәктәптән Юлия Вязовцева, Илнара Әхтәмова, Дмитрий Афанасьев (11-се класс), Софья Мельник (10-сы класс), Эльза Ҡалмырҙина (8-се класс), Красноусол башҡорт гимназия-интернатынан Аделина Вафина (11-се класс), Лилиә Саттарова (10–сы класс), Гөлнур Ибәтуллина (10-сы класс), Азалия Әсәнова (8-се класс) бар ине. Шулай уҡ район тормошонда әүҙем ҡатнашҡан Эльвира Халиҡова, Ирина Васильева, Әлфиә Насирова, Гүзәлиә Арыҫланова, Альмира Шәйәхмәтова, Әлфиә Хажиеваға Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Районда физик культураны үҫтереүҙә һәм спортта юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән еңел атлетика буйынса республика чемпионы, Ишембай авиация колледжы студенты Динис Хәмиҙуллин һәм Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең тренер-уҡытыусыһы Антон Штадлер ҙа Рәхмәт хаты алып ҡыуанды был байрамда.
Артабан Красноусол ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡарыусы Юлай Мәүлимбирҙе улы Нәзиров сығыш яһап, район йәштәрен байрам айҡанлы тәбрикләне һәм ошо ауылдың спорт йүнәлешендә әүҙем эш алып барған Флорид Ғибаҙуллинға бүләк тапшырып, ҡотлап үтте.
Сара район мәҙәниәт һарайы артистарының, һәүәҫкәрҙәренең йыр-моңо менән бергә үрелеп барҙы. Сығыштарҙы аралаштырып, төрлө стилдәге мода ла күрһәтелде. Йәштәр көнө дискотека менән тамамланды.

Автор:Альфия Валиева
Читайте нас в