"Табын"ға яҙылыусылар араһында ла матур бүләктәр отошоноң еңеүселәре билдәле булды. Бына улар: Үзбәктән Рифҡәт Ҡорбанғолов (Мәктәп урамы, 13) – мультиварка, Юлыҡтан Нурсилә Ҡасҡынова (Дуҫлыҡ урамы, 31) – блендер, Сәйетбабанан Рамазан Мөхәмәтдинов (Үтәгәнов урамы, 9) - электр сәйнүге, Ҡауарҙы ауылынан Рабиға Фәррәх ҡыҙы Ғәйнетдинова (Гагарин урамы, 4) - үтек, Урал ауылынан Айгөл Ишморатова (Урал урамы, 91) елләткес отто. Уңыш юлдаш булған дуҫтарыбыҙҙы дүшәмбе көнө - 5 июлдә сәғәт 11-ҙә редакциянан бүләктәрен килеп алыуҙарын һорайбыҙ.
Ҡәҙерле гәзит уҡыусы дуҫтарыбыҙ!
Гәзиткә һәр саҡ яҙылығыҙ, алдырығыҙ, квитанцияғыҙҙы редакцияға ебәрегеҙ! Бәлки, икенсе юлы бүләк һеҙгә сығыр!