+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Июль 2021, 14:50

Кесе Ватан менән бәйләнеште нығытып

Беҙ кем булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, һәр беребеҙҙең тыумышы, сығышы, яҙмышы, киләсәге ауылдарға бәйләнгән. Ауылдар ҙа, һин ошонда йәшәйһеңме, ҡунаҡҡа ҡайтҡанһыңмы, йәиһә киләсәктә ошонда төйәкләнергә теләйһеңме - береһен дә ситкә ҡаҡмай, үҙенең йылы ҡосағына һыйындыра. Ә ошонда йәшәгән кешеләр күңеле тынысмы, уларға ярҙам кәрәкмәйме?! Ошо маҡсатта күптән түгел “Атайсал” тип аталған ҙур проект старт алып, уның сиктәрендә билдәле шәхестәр тыуған яҡтарына ярҙам күрһәтә башланы ла инде.

Күптән түгел бокс буйынса РФ-ның атҡаҙанған спорт мастеры Илфат Рәжәпов үҙенең яҡташтарына “Атайсал – кесе тыуған илем” проекты сиктәрендә ут һүндергес һәм кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыусы янғын иҫкәртеүсе ҡорамалдар бүләк итте.
Ғафури районынан үҙ ерен данлаған лайыҡлы ул һәм ҡыҙҙар аҙ сыҡмаған. Шулар араһында Имәндәш ауылы шәхесе - бокс буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, күп тапҡырҙар Рәсәй чемпионы, Европа һәм донъя чемпионаты призеры, 2000 йылда Сидней ҡалаһында үткән Олимпия уйынында ҡатнашыусы Илфат Рәжәпов та бар.
24 июнь көндө Имәндәш ауыл клубында әле республиканан ситтә булған Илфат Солтан улы исеменән ауыл биләмәһе башлығы Әхнәф Ноғайғоловҡа тантаналы шарттарҙа БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының янғын хеҙмәте начальнигы урынбаҫары Константин Терещенко һәм ошо уҡ комитеттың профилактика хеҙмәте инструкторы Рөстәм Даянов 94 янғын иҫкәртеү аппараты, 7 ут һүндергес ҡорамал тапшырҙы. Был сарала район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов, район Советы рәйесе Ф.Һ.Зәйнетдинов та ҡатнашты.
Фәнзил Фәйез улы ошо проекттың ыңғай яҡтарын барлап, уны ойоштороусыларға, ярҙам ҡулы һуҙған Илфат Солтан улына сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп үтте.
- Башҡортостанда һәм унан ситтә төрлө ауыл һәм ҡалаларҙан сыҡҡан бик күп уңышлы кешеләр йәшәй. “Атайсал” программаһы сиктәрендә уңышлы шәхестәр үҙҙәренең тыуған яҡтарына ярҙам күрһәтәсәк. Әммә был дәүләт хәл итергә тейешле проблемаларҙы кешеләргә һалыу тигәнде аңлатмай. Кесе Ватанына ярҙам ҡулы һуҙған шәхестәр бихисап. Был улар өсөн уңайлы платформа булдырыу тигән һүҙ. Ошо төбәктән сыҡҡан кешеләр ситтә йәшәһәләр ҙә, үҙҙәренең кесе Ватаны өсөн борсолоп йөрөй. Ә ошондай проект аша ярҙам ҡулы һуҙып, үҙҙәре лә ҙур ҡыуаныс кисерәсәк бит. Бәлә һәр өйгә килергә мөмкин, янғын сығыуын иҫкәртеүсе был ҡорамал хәҙер Имәндәштә һәр өйҙә буласаҡ. Янғын тураһында иҫкәртеүсе был прибор ҡысҡырмаһын, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, барыбыҙ ҙа имен-һау булайыҡ, - тине Фәнзил Фәйез улы.
Фаил Зәйнетдинов ошо ауылдың депутаты булараҡ сығыш яһап, был проекттың ауылдар өсөн әһәмиәтле булыуын, алда эшләнәсәк эштәр тураһында бәйән итте һәм Имәндәш мәктәбенең яҡшы уҡыусыһы Алмаз Рәшитовҡа Маҡтау ҡағыҙы, бүләк тапшырҙы.
Ауыл биләмәһе башлығы Әхнәф Әхиәр улы үҙ сығышында ауыл халҡы исеменән барыһына ла рәхмәт әйтеп, ауылдан ошондай патриот сығыуына ғорурлығын белдерҙе.
Тәүге янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡорамал 4 бала тәрбиәләүсе Эльмира менән Айнур Зәйнешевтарға бирелде, ә хаҡлы ялдағы Рәзилә Зөбәйҙуллинаның өйөнә белгестәр ҡуйып та бирҙе. Константин Терещенко һәм Рөстәм Даянов һәр кемгә был аппарат тураһында тулы мәғлүмәт бирҙе. Был ҡоролманың батареяһы бер йылға етә, хужаларға көс йыйыу блогын ваҡытында алыштырып торорға ғына кәрәк буласаҡ.
Илфат Рәжәповтың был изге эшен хупларға ғына ҡала. Республика халҡының көнүҙәк проблемаларын хәл итеүгә, тормошон еңеләйтеүгә йүнәлтелгән проектҡа ҡушылыусылар, тыуған яғының яҙмышына битараф булмаған меценаттар тағы ла булыр, моғайын.
Сара һуңында бер төркөм һуғыш осоро балаларына таныҡлыҡ таратылды. Килгән ҡунаҡтар, ауыл халҡы Замир Тайсиндың өҙә баҫып бейеүен ҡараны, Ҡадир Ишбулдиндың, ауыл ағинәйҙәренең моңло йырын тыңланы.

Автор:Альфия Валиева
Читайте нас в