+15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Июль 2021, 14:10

Хужалыҡтарҙа ҡыҙыу мәл

Ауыл эшсәндәре йылдың теләһә ҡайһы миҙгелендә лә мәшәҡәттәрҙән арынғаны юҡ. Шулай ҙа йәй айырыуса тынғыһыҙ, ҡыҙыу мәл. “Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра”, тип юҡҡа әйтмәгән бит боронғолар. Әле лә һәр тарафта ҡыҙыу осор, мал аҙығы әҙерләү – бесән сабыу эштәре бара.

Районыбыҙ хужалыҡтарында ла был эшкә дәррәү тотондолар. Ә Ленин исемендәге – “ШЭ Р.В.Мөьминов” хужалығында бесән әҙерләү эшен, йәғни яланда сәселгән мал аҙығы культураларының тәүге сабынын теүәлләп, төргәкләнгән бесәнде һөтсөлөк фермаһы биләмәһенә ташып, өйөп тә ҡуйғандар. Ленин исемендәге колхозда – 280, шәхси предприятиела 66 тонна мал аҙығы әҙерләнгән дә инде. Малдар һаны – 480 баш. Был культураларҙы икенсе сабыу күҙаллана. Торараҡ сиратта хужалыҡ механизаторҙарын һутлы аҙыҡ – сенаж һалыу эштәре көтә.
Хужалыҡта шулай уҡ сәсеүлектәрҙе тәрбиәләү эше лә дауам итә. Шәкәр сөгөлдөрө плантацияларында рәт араларын эшкәртеү бара. Был эштә хужалыҡ механизаторы Рафаил Мәүлетов мәшғүл. Пар ерҙәре эшкәртелә. Хужалыҡ етәксеһе Риф Мөьминов әйтеүенсә, 10-14 июлдәрҙә ужым культуралары уңышын йыя башлау көтөлә.
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас в