Хозур тәбиғәт уратып алған бер генә урамдан торған был ауылдың бер яҡ осонда йәшәүсе Миңлебикә Ғатаулла ҡыҙы менән Хәйҙәр Кинйәбоҙ улы һәм улдары Илдар Хәйҙәр улы Йосоповтарҙы ауылдаштары умартасылыҡ менән шөғөлләнеүсе ғаилә тип белә.
Ауылда умартасылыҡ серҙәрен Илдар Йосоповтан да ныҡлы белгән кеше юҡ. Еҙем-Ҡаран мәктәбен тамамлағас, бер аҙ М.Ғафури исемендәге колхозда тракторсы булып эшләп ала. Артабан әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, ниндәй ҙә булһа һөнәр алыу маҡсаты егетте Красноусолдағы 130-сы һанлы училищеға алып килә. Ата-бабаларҙан ҡалған шөғөл – умартасы һөнәрен үҙләштерергә ҡарар итә ул. Һәм умартасылыҡ серҙәрен төплө төшөнгән дип-ломлы йәш белгес тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Ибраһим ауылынан Тәлғәт Ғәлиуллин менән икеһенә М.Ғафури исемендәге колхозда йәнә бер умарталыҡ (барлығы өсәү була) булдыралар һәм Илдар башкөллө умартасы шөғөлөнә тотона. Әммә үҙгәртеп ҡороу елдәре колхозға ла ҡағылып, умарталыҡ та бөтөүгә дусар була. Шул ваҡытта егет бер баш умарта һатып алып, үҙ умарталығын булдырырға ҡарар итә. Хәҙер ихаталағы умарталар һаны 20 башҡа еткән. Умартасылыҡ өсөн бар ҡорамалдары, кәрәк-ярағы бар, дәдән-рамдарын һәм башҡаһын үҙенең оҫта ҡулдары менән етештерә, ағасы ғына булһын. Бал ҡорттарын ҡышлатыу өсөн умарта баҙы ла (омшаник) эшләп ҡуйғандар.
- Умартасылыҡ шөғөлө күргән-белгәнем түгел, нәҫелдә лә умартасылар юҡ ине, хәҙер иһә бар нескәлектәре яҡшы таныш, - ти Илдар. – Кәсебем мәшәҡәтле булһа ла, уны бик теләп башҡарам. Хуш еҫле, шифалы, татлы балды һауытҡа һалып, өҫтәлгә ҡуйғанға тиклем күпме әсе тир түгергә, бал ҡорттарын арымай-талмай тәрбиәләргә, уларҙы тойоп эш итергә, даими күҙ-ҡолаҡ булырға кәрәк, - ти йәш умартасы. – Беҙ нигеҙҙә йүкә һәм сәскә балы алабыҙ. Әлбиттә, бал уңышы ла йыл да һин теләгәнсә булмай. Былтыр унан алдағы йылдарға ҡарағанда бал мул булды, тиҫтәләп феләк алыуға өлгәштек. Умарта күстәре быйылғы ҡышты һәйбәт сыҡты. Йыл нисек килер инде, - ти Илдар.
Әлбиттә, умартасылыҡ шөғөлө яңғыҙ кешенең эше түгел. Бал ҡортон нескә билле уңғанбикәгә тиңләйҙәр. Умартасылыҡ менән шөғөлләнгән кеше иһә уларға ҡарағанда ла егәрлерәк булырға тейеш: таңдан улар менән бергә уянырға ла, бал ҡорттары умартаға ҡайтып, тотош күс тынысланғас ҡына йоҡларға ятырға тура килә. Умартасыға күстәрҙе ҡарауҙа, мең шифаға эйә балды елгәреүҙә әсәһе Миңлеямал Ғатаулла ҡыҙы ярҙамлаша. Атаһы ғына аллергия булыу сәбәпле, улына булыша алмай.
Ауылдың егәрле, бөтмөр, тырышып донъя көтөүсе ғаиләләренең береһе - Файруза Фәрғәт ҡыҙы менән Ришат Флүр улы Әбделмәновтар ауылдың икенсе осонда йәшәй. Үҙ көстәре менән һалып ингән ауылға йәм биреп ултырған ҙур, күркәм йорттары һәм ихаталарының бөтөнлөгө бында ысындан да уңғандар йәшәүен ишаралай. Бөтә ерҙә тәртип, бөхтәлек, ихаталары ла, кәртә-ҡуралары ла төҙөк, сынъяһау донъялары ялт итеп тора.
Шәхси ярҙамсы хужалыҡ тотҡан ғаилә мал һимертеү менән шөғөлләнә, йылына бер нисә баш эре мал һимертеп һата. Әлеге көндә 8 баш башмаҡ һимертеүҙә. Һимертеү генә түгел, уны һатыу мәсьәләһен дә хәл итеү кәрәк бит әле. Был тәңгәлдә уларҙың үҙ клиенттары бар, күмәртәләп һатып алып китәләр. Файруза көн дә 3 һыйыр һауа. Өлгөр хужабикә һөт продукциялары ла һатып, ғаилә бюджетын тулыландыра.
-Үҙебеҙҙән артҡан һөттө дәүләткә, йәғни һөт йыйыусы шәхси эшҡыуарҙар Альбина менән Рөстәм Ибраһимовтарға тапшыра инек, тик һыйырҙы аҫраған ҡыйынлыҡ һөттө ҡабул итеү хаҡтары бигерәк осһоҙ, - тип ҡәнәғәтһеҙлек белдерә Әбделмәновтар. - Бесәнен сабаһың, килтерәһең, ҡатнаш аҙығын һатып алаһың.
Бынан 25 йыл элек яҙмыштарын бер бөтөн иткән Файруза менән Ришат бәхет эҙләп ситкә сығып китеүҙе хуп күрмәй, ғаилә башлығының тыуған ауы-лында төпләнеп, татыулыҡта, ауылдаштарына өлгө булып, етеш тормошта йәшәйҙәр. Егәрлелеге, бөтмөрлөгө менән айырылған хужабикә Файруза Фәрғәт ҡыҙы ауылға Баҡраҡтан килен булып төшкән. 3 бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡыҙҙары Гөлшат Өфө ҡалаһының 4-се һанлы бала табыу йортонда акушерка булып эшләһә, улдары Нуршат – полиция хеҙмәткәре. Иң кесеһе – Фирзәт Еҙем-Ҡаран урта мәктәбенең 2-се класын тамамлаған.
Файруза менән Ришат йәшәгән йортта һәр әйбергә хужа һәм хужабикәнең оҫта ҡулдарының нуры һибелгән, ошо нурҙар ғаиләне бәрәкәтле һәм ҡотло итә лә инде. Бына шулай үҙ көстәре һәм тырышлыҡтары менән шәхси ярҙамсы хужалыҡтарын булдырған Әбделмәновтар. Улар кеүек йәнтөйәктәрендә төпләнгән, тырыш, тәүәккәл, булдыҡлы ғаиләләр күберәк булғанда атай нигеҙҙәре ҡоромаҫ, ауылдарҙың да киләсәге өмөтлө булыр.
Ғаиләләрҙең барыһын да уңғанлыҡ берләштерә. Тырышлыҡ – донъя көтөүҙә, тормош йөгөн тартыуҙа иң кәрәкле сифат.