+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Июль 2021, 09:00

Юлдарҙа һәр саҡ тәртип һәм именлек булһын!

3 июлдә Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Улар юл хеҙмәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә, автомобиль юлдарын һәм транспортты һөҙөмтәле фаҙаланыуҙа, автомобиль сараларына бәйле енәйәттәрҙе ваҡытында иҫкәртеү, асыҡлау өҫтөндә көн, төн тип тормай хеҙмәт итәләр. Һөнәри байрамдары уңайынан ЮХХДИ начальнигы, полиция капитаны Альберт Миңлеғәлим улы Борхановҡа мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға:

- Район юлдарында тәртип һәм именлекте 9 кешенән торған ЮХХДИ коллективы (Ишембайға күсеү сәбәпле бөгөнгө көндә 8 кеше) һаҡлай. Инспекторҙарыбыҙ үҙ бурыстарына етди, яуаплы ҡарап, юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеүҙә бар тырышлыҡтарын һалып эшләйҙәр. Улар тарафынан ағымдағы йыл башынан төрлө кимәлдәге административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙың 2410 осрағы теркәлде. Район юлдарында 7 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде, 4 кешенең ғүмере өҙөлдө.
Эскән килеш транспортҡа идара итеүселәргә ҡаты яза бирелеүгә ҡарамаҫтан, хәл үҙгәрмәй, улар ғәйебе менән юл-транспорт ваҡиғалары булып тора. Руль артына иҫерек килеш ултырған 95 водитель яуапҡа тарттырылды.
Автомашиналарҙа балаларҙың хәүефһеҙлек ҡайышы булмаған – 57, ҡаршы яҡ юл һыҙатына сығыуҙың 53 осрағы теркәлде.
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн 2 миллион 650 мең һум штраф һалынған.
Видеокамералар ҡуйыу, юлдарҙағы һыҙмаларҙы тәртиптә тотоу өсөн коммуналь хужалығы, юл төҙөү-ремонтлау идаралығы яуаплы.
Оҙаҡ артынан йөрөп, юллап, үҙәк юлдар эргәһендә урынлашҡан мәктәптәр эргәһенә светофор объекттары ҡуйҙыртыуға өлгәштек. Красноусолдағы бөтә белем биреү учреждениелары, Бурлы, Яугилде ауылдары мәктәптәре эргәһендә бындай светофорҙар эшләп тора. Беҙ уларҙың төҙөклөгөн тикшереп, ҡарап торабыҙ.
Балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә, Балалар ижады үҙәгендә профилактик саралар, әңгәмәләр, аңлатыу эштәре алып барыла. Уҡыусылар араһында КВН, “Хәүефһеҙ тәгәрмәс”, фотокросс конкурстары үткәрелә.
Һуңғы йылдарҙа скутер, ролик, мопед, электр самокаттары кеүек хәрәкәт итеү әйберҙәре күбәйә бара, был да беҙҙең өсөн сетерекле мәсьәлә булып тора. Үҫмерҙәр юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен дә белмәй, баштарына шлем кеймәй йөрөйҙәр. Был тәңгәлдә ата-әсәләр иғтибарлыраҡ булып, балаларына тейешле урындарҙа ғына йөрөргә рөхсәт итһендәр ине. Айырым майҙансыҡтар күп төҙөлгәнлектән, юл буйҙарында роликтарҙа йөрөүселәр кәмене, юҡ тиһәң дә була. Шулай уҡ ҡолаҡтарына наушниктар кейеп йөрөү ҙә бәләгә килтереүе бар. Сөнки, тауышты ишетмәгәс, һиҙенеү юҡ. Шуға ла атай-әсәйҙәргә был тәңгәлдә бергәләп аңлатыу эше алып барып, балаларыбыҙҙы юл фажиғаләренән һаҡлайыҡ, тип әйтергә теләйем.
Байрам уңайынан барлыҡ ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәрен, коллегаларҙы һәм ветерандарыбыҙҙы һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым. Еңел булмаған яуаплы эштәрендә уңыштар, иҫәнлек-һаулыҡ, юлдарының хәүефһеҙ булыуын, хеҙмәт бурыстарын һәр ваҡыттағыса яуаплылыҡ менән башҡарыуҙарын, барыһы ла һәйбәт булыуын теләп ҡалам.
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас в