Ғаилә башлығы Айҙар Фәнир улы Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлағас, Себер тарафтарында эшләй. Ауыл һылыуы Ләйсән Флүр ҡыҙы менән өйләнешкәс, йәштәр тыуған ауылдарында төпләнергә ҡарар итә. Үҙ ҡыйыҡтарын булдырыу - йорт төҙөү өсөн участка алып, 5 йыл элек үҙ көстәре менән ҡыҙыл кирбестән ҙур, иркен йорт (9х11,5 м) һалып керәләр. Әлеге мәлдә Айҙар мунсаларының эшен теүәлләү, пилорама урынлаштырыу менән мәшғүл. Ләйсән китапханала эшләй. 3 балалары донъяға килә.
Ауылда йәшәп, ситкә эшкә йөрөмәй башлағас, ғаиләне ту-йындырыу өсөн ниндәй ҙә булһа шөғөл табыу уй-маҡсаты менән яна башлай Айҙар. Һәм ауыл хужалығында ғаиләгә килем килтерерлек төрлө йүнәлештәр буйынса эҙләнә. Интернеттан баҡса еләген үҫтереү серҙәре менән таныша, башҡа тарафтарҙағы емеш-еләк үҫтереүселәрҙең тәжрибәһен өйрәнә һәм үҙен еләкселектә һынап ҡарарға уйлап, үҙ эшен аса. Еләк үҫентеләрен еләкселек менән шөғөлләнгән республика эшҡыуарҙарынан, һәүәҫкәр баҡсасыларҙан да ала.
Башта үҫентеләрҙе баҡсалағы 7 сутый майҙанға ултыртып ҡарайҙар, шулай яйлап плантацияны киңәйтеүгә, 30 сутыйға еткереүгә өлгәшәләр. Баҡсала еләк үҫентеләрен төрлөсә ултыртып, һыу һибеп үҫтереп ҡарай Айҙар. Майҙанды иркенәйткәс, ул итальян технологияһын үҙләштерә. Үҫентеләр ҡара тупраҡ төҫөндәге япма һыҙатына ултыртылған һәм уларҙың төбөнә һыу һибеү ҡоролмаһы тоташтырылған. Улар тамсылап ҡына һәр ҡыуаҡты етерлек кимәлдә дым менән тәьмин итә. Һөҙөмтәлә емештәре таҙа һәм тығыҙ булып үҫә. Йүнсел еләк ҡыуаҡтарын ашлау, эшкәртеү кеүек эштәрҙе үҙе башҡарһа, түтәлдәрҙе утауға, еләк йыйыуға Ләйсәнгә 11 йәшлек ҡыҙы Алһыу, 9 йәшлек улы Йәмил һәм 6 йәшлек Таһир ярҙамлаша. Беҙҙең күбебеҙгә баҡса еләге ул - “клубника” ғына. Ә өс йыл дауамында еләк үҫтереү менән шөғөлләнгән Айҙар Өмөтбаев өсөн – тотош донъя. Үҫентеләр, уларҙың төрө, тәме тураһында әллә күпме белем туплаған.
- Еләк үҫтереү шөғөлөнә тотонорға уйлашһаҡ та, ер, үҫемлекселек, баҡсасылыҡ буйынса бер ниндәй ҙә белем дә, тәжрибә лә юҡ ине. Интернетта еләк үҫтереү нескәлектәре хаҡында мәғлүмәт бик күп. Әммә барыһы ла беҙҙең климатҡа тура килмәй. Әлегә еләктәрҙең бер тапҡыр уңыш биргәндәре үҫтерелә, йылдан-йыл тәжрибә туплау барышында йәй буйы һәм көҙгө һалҡындарға тиклем емеш биргән, тиҙ бешә, оҙағыраҡ һаҡлана торған сорттарҙы үрсетә башларға иҫәп тотоп эш итәбеҙ, - ти баҡсасы.
Ҡайҙандыр килтерелгән, ниндәй шарттарҙа үҫтерелгән түгел, ә үҙ ерлегебеҙҙә, асыҡ, саф һауала үҫкән, экологик йәһәттән таҙа еләк емештәрен һатып алырға теләүселәр, йәғни үҙ клиенттары барлыҡҡа килгән дә инде. Был эште улар социаль селтәрҙәр аша башҡара. Йәй йәме – хуш еҫле, файҙалы еләктәрҙе тәмләп ҡарарға теләүсе Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Красноусол ауылы кешеләренә заказ буйынса үҙҙәренең еңел автомобилдәрендә өйҙәренә үк алып барып тапшырыуҙы ойошторғандар. Ауылдаштары иһә өйҙәренән килеп ала. Төрлөһө-төрлө ваҡытта бешәсәк дүрт төрлө итальян сортлы еләктәр эҫе булыу, ҡояш артыҡ ныҡ ҡыҙҙырыу сәбәпле, бер үк ваҡытта өлгөргән һәм быйылғы ҡоролоҡ йылында ла уларҙан байтаҡ уңыш алыуға өлгәшкәндәр. Тәүге еләктәр майҙа уҡ һатыуға сығарылһа, һуңғы партияһын ҡулланыусыға яңыраҡ оҙатҡандар. Бары тик еләктең ремонтант сорты ғына ике тапҡыр уңыш бирә. Әле баҡсала еләктән тыш ағас еләге лә өлгөргән, йәш алмағастарҙың емештәре лә күренә.
Өмөтбаевтар ғаиләһе бөгөнгө көн менән генә йәшәмәй. Ауылдаштары эш юҡлыҡҡа һылтаныусы башҡаларға уларҙы өлгө итеп ҡуя. Айҙар Фәнир улы башлаған эшен ташлай торғандарҙан түгел. Киләсәктә баҡса майҙанын ҙурайтып, дөрөҫөрәге ҡуртымға 1 гектар тирәһе ер алып, эшен йәйелдерергә, ҡарағат, ағас еләге кеүек һәм башҡа емеш-еләк үҫентеләрен үрсетеү хаҡында ла уйы юҡ түгел.
Килем сығанағы булған шөғөлөгөҙҙә дәрт-дарман, уңыштар юлдаш булһын! Эше барҙың, ашы бар, йәшәү өсөн дәрте бар, тип бушҡа әйтмәйҙәр бит.