+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Июль 2021, 13:45

Үҙенсәлекле юбилей (Бер ғаилә тарихынан)

Һуңғы йылдарҙа тыуған көндәр, юбилейҙар уҙғарыу матур бер йолаға әүерелде. Мөмкинлегенә ҡарап уны һәр кем үҙенсә уҙғара. Берәүҙәр туған-тыумасаһын, дуҫ-иштәрен үҙ йортона саҡырып байрам итә, хәллерәктәре кафе, ресторандарҙа типтерә, тәбиғәт ҡосағында юбилей уҙғарыусылар ҙа йышайҙы. Ә бына Ташлы ауылында йәшәүсе апайым Фәниә Хәбибуллина туғандарға үҙенсәлекле бүләк әҙерләне – ул 80 йәшлек юбилейына туғандарҙы йыйып Шәжәрә байрамы ойошторҙо. Уның был изге ниәтен Ишембай районы Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында йәшәүсе ҡыҙы Фәнилә Сәфәрғолова бойомға ашырҙы.

Шәжәрә булғас, туғандарҙы барлау, быға тиклем күрмәгән-белмәгәндәр менән танышыу була бит инде, шуға һүҙемде үҙемдән, йәғни нәҫел ебебеҙҙең башында тороусы ата-бабаларыбыҙҙан башлау маҡсатҡа ярашлы булыр ине, тип уйлайым. Үҙем райондың Яугилде ауылында Мәрйәм Мәүлимбирҙе ҡыҙы (ҡыҙ фамилияһы Нуриева) менән Барый Ноғоман улы Мурзиндар ғаиләһендә ике апайым, ике һеңлем араһында берҙән-бер ир бала булып донъяға килгәнмен.Совет осоронда беҙҙең фамилияны ҡыҫҡартып Мурзин - Мырҙин булып киткәнбеҙ. Ә фамилияға башланғыс биреүсе ҡарт олатайым Мырҙагилде Ихсанов булған. Мырҙагилденең атаһы Ихсан, Ихсандың атаһы Нәзир (Яугилделәге Нәзировтар шунан таралған), Нәзирҙең атаһы Әбүбәкир, Әбүбәкирҙең атаһы Мәүләш, Мәүләштең атаһы Самыш булған. Мырҙагилде Ихсанов 19-сы быуат аҙағы, 20-се быуат башында Яугилде ауылында йәшәгән һәм иң бай кешеләрҙең береһе булған. Мырҙагилде бик күпләп йылҡы малы аҫраған, умарта тотҡан, иген үҫтергән, өҫтәүенә килеп таһыллы көрәшсе лә булған. Колхозлашыу йылдарында уға кулак мөһөрө тағып, барлыҡ мөлкәтен тартып алғандар, умарталығын колхоз йылдарында колхоз файҙаланды. Халыҡ бөгөн дә уның умарталығын Умарталыҡ тип кенә йөрөтә. Ҡарт олатайымдың ҙур, иркен йортон мәктәп итәләр. Был мәктәп бинаһында бик күп ауылдаштарыбыҙ уҡып сыҡты. Мәктәп итеп файҙаланылған ул йортто үткән быуаттың 90-сы йыл урталарында ғына һүттеләр. Репрессияға эләккән ҡарт олатайым тик 1991 йылда ғына аҡланды.
Мырҙагилде Ихсановтың ике ҡатыны була. Тәүге ҡатыны Зөләйханан Рәхимә менән Сәлимә исемле ҡыҙҙары була. Рәхимә Сәйетбаба ауылына тормошҡа сығып, шунда беҙҙең нәҫелде байтаҡҡа ишәйтә. Барлыҡ туғандарҙы һанап тормаҫтан, Сәйетбабала билдәлеләрен генә атап үтәйем. Рәхиләнән Ғәфиә, Ғәфиәнән Миңлезилә тыуа. Миңлезиләнең ҡыҙы Земфира Байбулдинаны районда ғына түгел, республикала ла яҡшы беләләр. Сәлимәнән Кәтиә, Кәтиәнән Фәниә тыуған. Бөгөн Ташлы ауылында йәшәүсе Фәниә апайым Хәбибуллина 80 йәшенә шәжәрәлә артабан телгә алынасаҡ туғандарҙы йыйҙы ла инде. Әлбиттә, төрлө сәбәптәр арҡаһында барыһы ла килә алманы, әммә быйыл республикала иғлан ителгән Башҡорт тарихы йылында был бик ҙур әһәмиәтле сара булды, тип иҫәпләйем. Сәлимәнән таралған быуындан (Сәлимә – улы Әхмәҙей – уның ҡыҙы Зәйтүнә – улы Мансур) Руслан Мансур улы Ғүмәровты билдәләп китке килә. Ул табип-терапевт, БДМУ-ның COVID-госпиталенә етәкселек итте, коронавирус сире менән көрәштә ярҙам иткәне өсөн Ҡарасәй-Черкес Республикаһының атҡаҙанған табибы исеменә лайыҡ булды, алты бала атаһы.
Нәҫел ебебеҙҙе артабан дауам иттергәндә инде, Мырҙагилденең икенсе ҡатыны Латифанан Рәхимә, Фатиха, Йомабикә, Ноғоман, Миңнулла, Сәлмән исемле балалар тыуған. Рәхимә Юлыҡ ауылына тормошҡа сыға. Уның ҡыҙы Хәҙисә иһә инәһенең тыуған ауылы Яугилдегә килен булып төшә. Хәҙисәнең балаларынан Мәләүез ҡалаһында йәшәүсе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле ҡурайсы Тәлғәт Нуриевты әйтеп китер инем. Рәхиләнең улы Хәйрулланы Юлыҡ ауылы халҡы яҡшы белә. Хәйрулла Шафиҡов Бөйөк Ватан һуғышына Яугилденән китә, Яугилдегә әйләнеп ҡайта. Һуңынан Юлыҡта төпләнеп, тормош иптәше менән 13 балаға ғүмер бирәләр. Хәйрулла бабайымдың кесе ҡыҙы Гөлфиә Заһиҙулланыны район халҡы уңған китапханасы итеп белә.
Мырҙагилденең дүртенсе ҡыҙы Фатиха Үзбәк ауылына тормошҡа сыға. Фатиханың ҡыҙы Миңлегөл, уның балалары Фәниә (Еҙем-Ҡаран), Фәймә, Сулпан, Тимерхан (Аҡҡоловтар).
Бишенсе ҡыҙы Йомабикә Байымбәт ауылында нәҫелебеҙҙе ишәйтә. Уның Мәрйәм исемле ҡыҙынан Биктимер Ғәлин тыуған. Ул ағайыбыҙ оҙаҡ йылдар Стәрлетамаҡ педагогия институтында уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректор булып эшләп, студенттарҙы математика серҙәренә төшөндөрҙө, ғилми дәрәжәләргә эйә булды. Бөгөн Байымбәттә байтаҡ туғандарыбыҙ йәшәй.Ташлыла үткән шәжәрә байрамына Мәрйәм әбейемдең Рәсимә, Вера исемле ҡыҙҙары килде.
Мырҙагилденең биш ҡыҙҙан һуң донъяға килгән оло улы Ноғомандан Тәнзилә һәм Барый тыуған. Тәнзилә әбейемдең ҡыҙы Зәлиә (Ишембайҙа йәшәне), улдары Рим менән Нәғим Дәүләтбаевтар Яугиллделә төпләнде. Кесе улы Нәғим хәҙрәт Дәүләтбаевты Яугилде мәсетенең имамы булараҡ беләләр. Атайым Барый Ноғоман улы олатаһы Мырҙагилдегә оҡшап ике ҡатын ала. Тәүге ҡатынынан тыуған Гөлсөм, Гөлсира исемле апайҙар менән аралашып торабыҙ.
Мырҙагилденең Миңнулла исемле икенсе улынан балалары булмай, шуға ла нәҫел ебе өҙөлөп ҡала. Ә бына Яугилде ауылында ғүмер кисереп, шунда мәрхүм булған кесе улы Сәлмән Ихсановтың ғаиләһе ишле генә була. Уның Рәхим, Гөлсира, Фаяз, Таһура, Фәүзиә, Вәсилә исемле балалары була. Сәлмәндең улы Фаяз Ихсановты олораҡ быуын әле лә хәтерләйҙер. Ул башта Яңғыҙҡайында партком секретары булып эшләй, һуңынан партия райкомында оҙаҡ йылдар яуаплы вазифалар башҡара. Хаҡлы ялға туҡтарҙан алда Красноусолдағы ярҙамсы мәктәп-интернатта эшләп алды. Уның улы хәрби юлдан китеп, Алыҫ Көнсығышта полковник званиеһы алып, полк командиры вазифаһына еткән ине, ғүмере генә ҡыҫҡа булды, күптән генерал дәрәжәһе алған булыр ине.
Бына ошондай ҡалын нәҫелдең шәжәрә байрамы уҙғарылды ла инде Ташлы ауылында. Ташлы йылғаһы буйында уҙған байрамыбыҙ дан итеп ойошторолдо. Сәхнә түренә шәжәрәбеҙ элеп ҡуйылды, һәр кем уның менән яҡындан танышып, белмәгәндәр үҙҙәренә яҙып алды. Байрамыбыҙ йыр-моң, төрлө уйындар менән бергә үрелеп барҙы. Кискә тиклем дауам иткән сара йәштәр өсөн дискотека менән тамамланды. Үрҙә телгә алғанымса, байрамды ойоштороуға Фәнилә һеңлем Сәфәрғолова бик күп көс һалды. Ә бына шәжәрә байрамы уҙғарыуға төп сәбәпсе булған, йәмле йәй көнөндә туғандарҙы осраштырған апайыбыҙ Фәниә Хәбибуллинаға мең рәхмәтлемен. Был байрамдың уҙғарылыуын һиҙеп, белеп ятҡан ҡарт олатайым Мырҙагилде Ихсановтың, башҡа әрүәхтарҙың рухы шатланғандыр. Әлбиттә, бер бәләкәй мәҡәләлә генә барлыҡ нәҫел-нәсәпте исемләп атап бөтөп булмай, шуға ла исем-шәрифтәре телгә алынмаған ағай-эне үпкәләмәҫтәр әле, тим.
Һаҙый Мурзин.
Өфө ҡалаһы.
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас в