+6 °С
Облачно
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Июль , 09:20

Бында барыһы ла еңеүсе!

“Табын” гәзите редакцияһы үҙенең “Бәйләнештә”ге төркөмөндә районыбыҙ ғаиләләре араһында “Минең ғаиләм” фотоконкурсы иғлан итеп, 20 июндән 30-на тиклем ҡатнашыусылар өсөн ҡыҙыу тауыш биреү барҙы.

Конкурстың шарты буйынса, ҡатнашыусылар 7 июндән 19 июнгә тик-лем гәзитебеҙҙең социаль селтәрендәге төркөмөнә ғаилә тураһында ҡыҫҡа мәғлүмәт һәм фото, бәйләнеш өсөн телефон номерҙарын ебәрҙеләр. Бик шәп конкурс булып сыҡты был. Районыбыҙҙа һоҡланырлыҡ матур-матур ғаиләләр күп булыуына ҡыуандыҡ. Һәр ҡайһыһы еңеүсе булырлыҡ. Шуға ла ошо ғаиләләрҙе гәзит битендә лә күрһәтәйек тигән ҡарарға килдек.
Тауыш биреү 30 июндә сәғәт көндөҙгө 12-лә тамамланасаҡ тип күрһәтелгән ине. Һуңғы секундтар етәрәк еңеү өсөн көрәш сәме тағы ла көсәйҙе. Сәйетбабанан Шәйхоловтар менән Бурлынан Зәйнуллиндар ғаиләләре өсөн тауыш биреү йәнләнеп, һәр кем алдында: “Ҡайһыһы алға сығыр икән?” тигән һорау торҙо. Әммә конкурстың үҙ шарты – иң күп “лайк” йыйып (898 тауыш, 36 процент), Сәйетбабанан Шәйхоловтар ғаиләһе еңеүсе булды. Был еңеүгә улар, һис шикһеҙ, лайыҡ.
Ғаилә башлығы Хәйҙәр менән әсәй кеше Айгөл Алһыу, Алтынай, Даян, Айсулпан исемле балалар тәрбиәләйҙәр. Хәйҙәр төҙөлөш, таҡта ярҙырыу, иретеп йәбештереү һәм башҡа бик күп эштәргә маһир. Айгөл иһә ҡул эштәренә, ҡамыр ризыҡтары бешерергә әүәҫ. Уның сәк-сәк, бәлеш, торттары телеңде йоторлоҡ тәмле лә, матур ҙа килеп сыға. Әле декрет ялында булған Айгөл Сәйетбаба урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы. Алһыу Салауат ҡалаһында медицина колледжында уҡыһа, Алтынай Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 9-сы класын, Даян 5-сене тамамлаған, бәләкәс Айсулпанға 3 йәш. Шәйхоловтар- тыуған ауылдарында төпләнеп, ергә ерегеп, күпләп мал-тыуар аҫрап, тырышып донъя көткән өлгөлө ғаиләләрҙең береһе.
Ә уларҙан бер-ике тиҫтәгә генә кәм тауыш йыйған Зәйнуллиндар ғаиләһе үҙҙәре тураһында таныштырып, шиғыр яҙып ебәргәндәр. Еңеүселәрҙе лә беренселәрҙән булып матур теләктәр аша сайтта улар ҡотланы. Бына улар үҙҙәре менән нисек таныштыра:
Зәйнуллиндар булабыҙ беҙ,
Ғаилә башлығы - Рәзил.
Электрик ул, ә тормошта
Бик ярҙамсыл һәм ғәҙел.
Ә мин - Ләйсән-Өлгөрбикә,
Бәхет көтмәйем күктән.
Тиктормаҫмын, эшһеҙ тороу -
Ят сифат миңә күптән.
Ун беренсене тамамлай
Ҙур улыбыҙ Искәндәр.
Ул – танылған волейболсы,
Гитарасы иҫ китәр.
Һигеҙ класс бөттө Инсаф,
Юҡтыр, тим, ундай малай:
Утын яра, бесән саба,
Һыйыр һауа йыбанмай.
Икене бөттө Алһыуыбыҙ,
Йәме ул беҙҙең өйҙөң.
Яҡшы уҡый, бейей, йырлай,
Әртисебеҙ ул беҙҙең.
Әти-әни - ут күршебеҙ,
Терәге беҙ уларҙың.
Оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ -
Беҙҙең теләк уларға.
Оло ғаиләбеҙ өйҙәре
Шау сәскәгә күмелгән.
Еләгебеҙ беште инде,
Бәрәңгебеҙ күмелгән.
Өйөбөҙҙө биҙәй тағын
Яратҡан гәзит "Табын".
Ғаиләләргә дан йырлаған
Ошо баҫмаға яҙыл.
Беҙҙең ғаилә - тик бер мәрйен
Тотош илдә, ғаләмдә.
Тыныс булһын тик донъялар,
Имен булһын ғаиләм дә.
Красноусолдан Хәбибуллиндар “Минең ғаиләм" конкурсында иң беренсе булып ҡатнашырға йөрьәт итте һәм ҡул арттары еңел булды. Үҙҙәре артынан берәм-берәм матур ғаиләләрҙе эйәртеп, барыһына дәрт-дарман бирҙеләр. Улар үҙҙәре тураһында былай тип яҙып ебәргән: “Беҙҙең ғаилә 4 кешенән тора: Илшат Хәтим улы менән Филиә Наил ҡыҙы сәскәләй Айлина һәм Радмила исемле ҡыҙҙар үҫтерә.
Атайыбыҙ шундай егәрле, уңған, ҡулынан килмәгән эше юҡ. Ул артист, тормошон бейеү менән бәйләгән бейеүсе, кәрәк булһа, шәп иттереп йырлап та ебәрә. Мәргән уҡсы, бал ҡорттары ҡарау һәм балыҡ ҡармаҡлау менән мауыға.
Супер өлкән ҡыҙ Айлинаға 4 йәш. Көнөнә әллә нисә күлдәк алмаштыра. Бүләк бирергә, кешеләрҙе ҡыуандырырға әҙер генә тора. Әсәһенә һәр ваҡыт шатланып ярҙам итә, һеңлеһе менән рәхәтләнеп уйнай. Шиғырҙар ятлай, атаһына оҡшап бейергә ярата, бигерәк тә башҡорт бейеүҙәрен яҡын итә. Өйҙә концерт та ҡуя.
Супер кинйәкәй ҡыҙ Радмила 2 йәштә. Апаһынан бер тотам ҡалмай, матур күлдәктәр кейеп, музыка ҡуйҙырып, апаһы шикелле бейеп тә ала. Ғаиләбеҙҙең сәскәһе, бер йылмайып ебәрһә, бар күңелде иретә, кәйеф күтәреүсе, ныҡ шаян, мут ҡыҙыҡай.
Супер әсәй - ул ғаилә усағын, өй йылыһын һаҡлаусы! Өйҙә бөтөн таҙалыҡ, бөхтәлек, тәмле еҫтәр сығарып аш-һыу бешереү уның иңендә! Барыһына йылылыҡ, һөйөү, бәхет өләшеүсе”.
Конкурсыбыҙҙың тағы ла бер ҡатнашыусыһы - Юлыҡ ауылында йәшәүсе Иршат, Фидалия, Илсур, Ильяс һәм Азалия Кәримовтар үҙҙәре тураһында:
"Һәр кеше бәхетте үҙенсә аңлай. Мин - донъяла иң бәхетле кеше. Сөнки, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы уртаҡлашыусы, ауырлыҡтарға баш эймәйенсә алға әйҙәүсе, ҡуйған маҡсаттарға ирешергә ярҙам итеүсе ныҡлы ғаиләм - ҡәлғәм бар. Ғаилә башлығы - атайыбыҙ Иршат. Ул бик тырыш, уңған, аҡыллы. Ғаиләбеҙҙең терәк-таянысы. Ул булғанда беҙ бер нәмәнән дә ҡурҡмай ҡулға-ҡул тотоношоп алға атлайбыҙ. Игеҙәк улдарыбыҙ - батырҙарыбыҙ, ғорурлыҡтарыбыҙ - Илсур менан Ильяс, 2-се клас-
ты тамамланылар. Улар шул тиклем шуҡ, зирәк, беҙҙең ҙур ярҙамсыларыбыҙ. Бәләкәсебеҙ Азалия көтөп-теләп алған ҡыҙыбыҙ ҙурайып, яңы һөнәрҙәре менән көн дә беҙҙе шатландырып тора. Ә мин бәхетле ҡатын, бәхетле әсәй, ғаиләбеҙ ныҡлы, татыу булһын өсөн бар йылымды, һөйөүемде ҡәҙерлеләремә өләшәм”, - тип яҙған.
Конкурста ҡатнашыусы тағы ла бер ғаилә үҙҙәре менән таныштыра:
“Йәмле Еҙем йылғаһы буйында урынлашҡан Юлыҡ ауы-лында донъя көтөүсе Ҡужиндар ғаиләһе берҙәм, татыу, уңған ғаилә булараҡ күптәргә өлгө булып тора. Резида Зөлфәр ҡыҙы менән Рәйес Ғәлимйән улы Ҡужиндар өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Улдары Рәнискә - 16, ҡыҙҙары Нәргизәгә – 14, Мәҙинәгә 11 йәш. Улар ҙа атай-инәйҙәре өлгөһөндә хеҙмәт һөйөп буй еткерәләр”.
“Минең ғаиләм” конкурсында ҡатнашырға теләк белдереп Бәләкәй Үтәш ауылынан Сабитовтар үҙ ғаиләһе тураһында: “Беҙ бик татыу, бер-береһе өсөн өҙөлөп торған, ярҙамсыл, һәр эште бергәләп эшләп өйрәнгән ғаиләбеҙ. Мин ғаиләм менән ғорурланам һәм ошондай яҡындарым булыуына сикһеҙ шатмын. Уларға һаулыҡ, иҫәнлек, оҙон, бәхетле ғүмер теләйем,” – тип яҙа әсәй кеше Зилә.
Конкурстың сираттағы ҡатнашыусыһы – Гөлдәр һәм Илдус Муллашевтар Илдар һәм Лиана исемле балалар тәрбиәләй. Ғаилә башлығы - хәрби моряк, үҙе Имәндәш ауылыныҡы. "Йыл һайын тыуған яҡтарыбыҙға ҡайтып, хозур тәбиғәт ҡосағында ял итеп, көс-илһам алып китәбеҙ, райондаштар тураһында яңылыҡтарҙы “Табын” гәзите төркөмөнән уҡып-ҡарап барабыҙ", тиҙәр алыҫ Мурманск ҡалаһында йәшәүсе Муллашевтар. Бына бит, ситтә йәшәһәләр ҙә, гәзит менән бәйләнеште өҙмәйҙәр, шундай рухлы ғаилә.
“Минең ғаиләм” конкурсы матур тәьҫораттар ҡалдырып үтеп китте. Еңеүсегә әҙерләнгән “Табын” гәзитенән Диплом һәм термопотты тейешле хужалары – Шәйхоловтар ғаиләһе дүшәмбе көнө килеп алды. Улар артабан 1–15 июлдә үтәсәк төбәк этабында ҡатнаша. “Башҡортостан” гәзите баҫмаһы төркөмөндә барған бәйгелә Шәйхоловтар республиканың “иң-иң” ғаиләһе булып танылһын өсөн бергәләп тауыш бирәйек, райондаштар!
Конкурсҡа килгәндә, ул йәмле, йәнле барҙы. Әүҙемлек күрһәткән бөтә ғаиләләргә лә иҫәнлек-һаулыҡ, бәхет, уңыштар теләп ҡалабыҙ. Һәр саҡ шулай алға ҡарап, уңыштарға ынтылып, ғаиләне өҫтөн күреп, шатланып йәшәргә яҙһын. “Табын”ға яҙылығыҙ, алдырығыҙ, бергә булайыҡ!

Автор:Альфия Валиева