Үзбәк ауылынан мультиварка отҡан Рифҡәт Ҡорбанғоловтың бүләген тормош иптәше Рәшиҙә Ниязбай ҡыҙы килеп алды. Улар 3 бала тәрбиәләп үҫтергән, әлеге көндә 2 киленле булғандар, 3 ейәндәрен бағышып, Рифҡәт Әхмәт улы почтала эшләп йөрөй. Ҡатыны уға эшендә төп ярҙамсыһы.
Юлыҡтан Нурсилә Ҡасҡынова үҙенең өлөшөнә төшкән блендерын редакциянан килеп алғанда бүләккә сикһеҙ шат булыуын, гәзиткә һәр саҡ яҙылыуҙарын, 2011 йылда сусҡа бәрәсе лә отҡанын әйтеп үтте. Клубта эшләүсе Нурсилә тормош иптәше Рафаэль менән 3 бала тәрбиәләп, Гөлсөм ҡыҙҙары Стәрлелә музыкаль колледжда эстрада бүлегендә, Ирхан улы төҙөлөш техникумында уҡыһа, Мораҙым 1-се клас-
ты тамамлаған.
Гәзитте һәр саҡ алдырыусы Сәйетбаба ауылынан Зәйтүнә менән Шәфҡәт Мөхәмәтдиновтар улдары исеменән гәзиткә яҙылып, электр сәйнүге оттолар. Улар 5 бала үҫтерәләр. Лилиә, Алһыу, Айнур Стәрлелә уҡып йөрөһә, Гөлназ 7-се класты бөткән. Еңел ҡуллы 8 йәшлек Рамазан бүләген Стәрлелә уҡыусы апайҙарына тәғәйенләп тә ҡуйған. Бүләкте Рамазандың атаһы редакциянан килеп алды.
Яңғыҙҡайын ауылына юлланған бүләгебеҙ ҙә ишле ғаилә өлөшөнә яҙған булып сыҡты. Айгөл менән Раил Ишморатовтар ауылда күпләп мал-тыуар тотоп йәшәй, өс бала үҫтергәндәр. Ике өлкән ҡыҙҙары ҡырҙа уҡый, кесе улдары мәктәп йәшендә әле. "Иремдең алтын юбилейына үҙенсәлекле бүләк булды был", - тип йылмайҙы Айгөл отошто ҡабул иткәндә.
"Табын"дың бүләк отоусыларын ҡотлайбыҙ! Гәзитте уҡып барығыҙ, отоштарҙа ҡатнашып тороғоҙ, район баҫмаһы һәр ғаиләне шатландырып торһон.