+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Июль 2021, 14:50

Уҫман яугирҙары иҫтәлегенә обелиск

1 июль көнө Уҫман ауылында 1812 -1814 йылғы Ватан һәм 1941-45 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә күмәк көс менән обелиск асылды. Был тантаналы сарала ра-йон Советы һәм башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов, Сәйетбаба ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Венер Сәхиулла улы Ҡунафин һәм ошо һәйкәлде төҙөүҙә ҡатнашҡан кешеләр, ауыл халҡы ҡатнашты.

“Атайсал” проекты сиктәрендәге был изге эш былтыр ауыл халҡы менән уйлашып, Сәйетбаба ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Венер Ҡунафин күтәреп алып, район Советы депутаты Марсель Ғүмәров инициативаһы менән башланған булған. Бер йыл үткәс халыҡты йыйып, сход уҙғарып кәңәш ҡорғандар, күмәкләп урынын да билдәләгәндәр. Уҫманда 78 ғаилә йәшәһә, 25 ғаиләнән 116 мең һум аҡса йыйылған. Тәбиғи ҙур таштарҙы Красноусолдағы Сахалин карьерынан һәм Толпарҙан килтерткәндәр. Еңеү символы – пушканы Илдар Әхмәт улы Сәлихов эшләһә, һәйкәл комплексы үҙе яҡташыбыҙ Илдар Ғиндулла улы Шәйәхмәтов проекты менән башҡарылған. Сәйетбаба ауыл биләмәһе тракторсыһы Илнур Һөйөндөков ҙур ярҙам күрһәтеп, иретеп киҫеү-йәбештереү эштәрен дә башҡарған. Уҫмандан Рәфис һәм Рифат Рәхимовтар, Мәҡсүт һәм Мәхмүт Суфияновтар, Илһам Искәндәров, Фәнис һәм Ғәзим Ғүмәровтар, Азат Рәхмәтуллин, Илдар Сәлихов һәйкәл төҙөлөшөндә ҙур тырышлыҡ һалып эшләгән.
Ауылдан тәүге Ватан һуғышында 6 яугир ҡатнашһа, Бөйөк Ватан һуғышына 108 кеше киткән. Шуларҙың 64-енә тыуған яҡтарына ҡайтыу насип булмаған, 45-е иҫән ҡайтып, ауылды күтәреүҙә ҙур хеҙмәт күрһәткән.
Тантаналы сараны алып барыусы, башланғыс кластар уҡытыусыһы Роза Искәндәрова барыһын да бөгөнгө кисә менән тәбрикләп, сығыш яһаусыларға бер-бер артлы һүҙ бирҙе.
- Бөгөн Уҫманда бөтә яугирҙар иҫтәлегенә обелиск асыла. Эш әүҙем барҙы. Район Советы депутаты Марсель Ғүмәровтың башланғысын ауыл халҡы күтәреп алды. Иғәнә йыйыусыларға, ошо эштә көстәрен, ваҡыттарын йәлләмәй эшләгән егеттәргә лә рәхмәт һүҙемде белдерәм. Район хакимиәте башлығы мәктәптең башын ябыуҙа ла ярҙам итербеҙ тине. Был эш тә башҡарылһа, халыҡҡа йыйылышырға бер урын булыр ине. Обелиск төҙөүҙә үҙ проекты менән ярҙам иткән Илдар Шәйәхмәтов үҙе бөгөн башҡорт атлылары йөрөгән ерҙәргә – Липецк ҡалаһына китеү сәбәпле, килә алмаһа ла, телефон аша сәләмдәрен ебәрҙе, - тип һөйләп үтте Венер Сәхиулла улы.
Фаил Һәҙиәт улы уҫмандарға изге теләген еткереп: “Быйыл Байымбәт, Игенйылға ауылдарында обелискылар асылған ине. Бына һеҙ ҙә “Атайсал” проектын күтәреп алып, матур һәйкәл төҙөп ҡуйҙығыҙ. Киләсәктә ағастар ултыртып, матур итеп тоторға ғына ҡала”, - тине һәм район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов исеменән һәйкәл төҙөүҙәге хеҙмәттәре өсөн Марсель Ғүмәровҡа һәм Илһам Искәндәровҡа Рәхмәт хатын тапшырҙы. Шулай уҡ бер төркөм һуғыш йылы балаларына таныҡлыҡ таратты.
Артабан мәғариф ветераны, Уҫман башланғыс мәктәбендә уҡытып хаҡлы ялға сыҡҡан Лилиә Айҙар ҡыҙы Ғәлимова сығыш яһап, иң тәүҙә 1996 йылдан исемлекте төҙөй башлаған Рәйес Тәҡиулла улы Муллагилдинға (мәрхүм), исемлекте тергеҙеүҙә ярҙам иткән, эҙләнгән ауылдаштары, шиғырҙар яҙыусы Нәжибә апай Фәйзуллинаға, исем-фамилияларҙы дөрөҫләгән Гөлсөм инәй Ғүмәроваға сикһеҙ рәхмәтен әйтеп, тасури итеп шиғыр һөйләп үтте.
Обелиск төҙөүҙе башлаған, ойошторған Марсель Рәсүл улы сығыш яһап, үҙенең маҡсатын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам иткәндәре өсөн барыһына ла рәхмәтен белдерҙе. Сәйетбаба башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге методисы Рәйлә Сабитова: “Ошо исемлектәге ҡайһы берҙәрҙең ҡәберҙәре лә юҡ, туғандары, яҡындары ошонда килеп иҫкә алырҙар”, - тине.
Һуңынан ҡыҙыл таҫма киҫелеп, Ф.Зәйнетдинов менән М.Ғүмәров обелискыға сәскәләр һалды, уларҙың артынан башҡалар ҙа исемлекте ҡарап, һәйкәлде тере сәскә гөлләмәләренә күмде. Күкте ярып залп яңғыраны. Был көндө сығыш яһарға теләүселәр күп булды. Аҙаҡтан ошо ауылда тыуып үҫкән Фәнүр Ғүмәров Ҡөрьән уҡып, әрүахтар рухына доға ҡылдылар. Был көндө Хәҙисә һәм Хәйҙәр Шәрәфетдиновтар мәсеттә ҡорбан салдырғайны, иң аҙаҡтан барыһы ла шунда Ҡөрьән ашына юлланды.
Иҫтәлекле, тантаналы ошо көндә батырҙар рухы шатланып, үҙ яугирҙарының исеме тыуған ерҙәрендә ташҡа баҫылғанға Уҫман ауылы халҡы ла күңелдәренә тыныслыҡ алғандыр. Яугирҙарҙың фотолары ла “Үлемһеҙ полк”ка ҡуйылғайны.

Автор:Альфия Валиева
Читайте нас в