+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Июль 2021, 13:45

Йәниҫәпкә ике ай ярым ҡалды

21 июндә Рәсәй Федерацияһы Хөкү-мәтенең 949-сы ҡарарына ҡул ҡуйылды. Унда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы уҙғарыу ваҡыты 2021 йылдың 1-31 октябре тип билдәләнде.

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың тәүге – халыҡ һаны тураһындағы йомғаҡтары 2021 йыл аҙағына яһаласаҡ. Артабанғы мәғлүмәттәрҙең эшкәртелгән бере 2022 йыл һуҙымында донъя күрә барасаҡ. Йәниҫәпкә һуңғы йомғаҡты 2022 йыл аҙағынаса яһау планлаштырыла.
Росстат етәксеһе урынбаҫары Павел Смелов әйтеүенсә, әлеге мәлгә төп әҙерлек эштәре тамамланған: иҫәп алыу ҡағыҙҙарының формаһы раҫланған, йәниҫәп уҙғарыуҙа ҡулланыласаҡ планшеттар эшләнеп, төбәктәргә тапшырылған, барлыҡ кимәлдәге йәниҫәп комиссияларының эше ойошторолған, иҫәп алыусы булып эшләргә теләгән кешеләрҙең исемлеге төҙөлгән, йәниҫәптең һанлы карталар нигеҙе булдырылған.
"Технологик яҡтан беҙ иҫәп алыуҙы уҙғарыуға әҙер: мәғлүмәттәр йыйыу, тапшырыу һәм эшкәртеү өсөн IT-система булдырылып, уңышлы һынап ҡаралды, электрон планшеттар төбәктәргә илтелде һәм эшкә әҙер", - тип билдәләне Павел Смелов.
Халыҡ иҫәбен алыуҙы 2021 йылда уҙғарырға тип РФ Хөкүмәте тарафынан 2020 йылдың йәйендә, COVID-19 пандемияһы таралған осорҙа, киләһе йыл хәл яҡшырырына иҫәп тотоп, ҡарар ителгәйне. Әлеге ваҡытта 2021 йылдың октябре Бөтә Рәсәй йәниҫәбенең төп этабын уҙғарыу өсөн иң ҡулай осор тип ҡарала.
Бынан алдағы, 2002 һәм 2010 йылдарҙағы йәниҫәптәр ҙә октябрҙә уҙғайны. Сараны бер үк осорҙа уҙғарыу уның даимилығын һаҡлауҙы, сағыштырып ҡарауҙы, милли кимәлдә лә, халыҡ-ара кимәлдә лә статистик мәғлүмәттәрҙең теүәллеген һәм дөрөҫ булыуын тәьмин итә.
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас в