+15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Июль 2021, 14:25

100 йәшкә биш аҙым ҡалғанда

Һәр оло кеше үҙенең ҡартлығы бәхетле булыуын теләй. Йәшлек нисек тә үтә ул, ҡартлығың бәхетле булһын, тиҙәр, ғәҙәттә. Үҙ ғүмерҙәре эсендә күпме ауырлыҡ күрергә-кисерергә тура килмәһен, ҡартлыҡ көндәрен тыныс, бәхетле тормошта, ҡәҙер-хөрмәттә үткәргән өлкәндәр һәр ауылда бар һәм улар яҡындарының терәге, йорт йәме, ауылдаштары өсөн хөрмәтле ағинәй булып йәшәй. Яңғыҙҡайын ауылында ла бар ундайҙар. 1 июлдә олпат юбилейын – 95 йәшен билдәләгән Рабиға Шәмсетдин ҡыҙы Исламғолова ла шундайҙарҙың береһе.

Ғүмеренең 95-се йәйе юбиляр өсөн өсләтә ҡыуаныслы һәм иҫтә ҡалырлыҡ булды. Беренсенән, бер быуатҡа торошло 95 йәшлек олпат юбилейын билдәләй, икенсенән, Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В.Путиндың Ҡотлауын һәм, ниһайәт, республикабыҙҙа һуғыш осоро балаларына иғтибар бирелеп, “Һуғыш балалары” таныҡлығын ҡабул итеп алыу бәхетен кисерҙе.
Рабиға Исламғолова 1926 йылдың 1 июлендә Яңғыҙҡайын ауылында донъяға килә. Әммә яҙмыш уны иркәләмәй. Әсәһе йәшләй генә гүр эйәһе булғас, бала сағынан етемлектең әсе-сөсөһөн татып үҫә. Бөйөк Ватан һуғышының һәм унан һуңғы йылдарҙағы ауырлыҡты үҙ иңдәрендә күтәрә. Йәше еткәс, үҙенә күҙ атып йөрөгән ауылдың аҫыл егеттәренең береһе - Хажғәле Әбделхаҡ улы менән тормош ҡоралар. 1942 йылда тормош иптәшен дә ауылдың барлыҡ ир-егеттәре менән бер рәттән һуғышҡа алып китәләр. 1946 йылда ғына әйләнеп ҡайтырға насип була уға. Өс ҡыҙҙары донъяға килә. Әммә һуғыш михнәттәре, яралары оҙаҡ йәшәргә ирек бирмәй ғаилә башлығына. Ҡыҙҙарының ҡыуанысын кисереп, матур ғына йәшәп ятҡанда, ҡатынын 35 кенә йәшендә - тол, ҡыҙҙарын етем ҡалдырып, мәңгелеккә күҙҙәрен йома. Көслө рухлы, сабыр холоҡло Рабиға Исламғолова үҙе етемлек һурпаһын татығанға ла ҡулынан килгәнсә барыһын да эшләп, балаларына етемлекте һиҙҙермәй, лайыҡлы тәрбиә биреп үҫтерә. Сельпола, сауҙа өлкәһендә эшләп, хаҡлы ялға сыға Рабиға апай.
Хәҙер ҡыҙҙарының иң өлкәне - Флүрә 74 йәштә, бар ғүмерен Ленин исемендәге колхозға бағышлап, баш бухгалтер булып эшләп, 65 йәшендә генә хаҡлы ялға туҡтай. Уртансыһы – Альмираға 72 йәш, Яңғыҙҡайын ауыл хакимиәтендә бухгалтер, артабан эштәргә идара итеүсе вазифаһын башҡарған. Иң кесеһе - Зилә 67 йәштә, 35 йыл Һаҡлыҡ кассаһында кассир-контролер булып эшләгән. Барыһы ла лайыҡлы хеҙмәт юлы үтеп, хаҡлы ялдалар, үҙҙәре күптән нәнәй инде хәҙер. Рабиға Шәмсетдин ҡыҙы 15 ейән-ейәнсәр, бүлә-бүләсәр, 3 тыуарҙың яратҡан нәнәһе лә.
- Бала сағым, үҫмер йылдарым етемлектә, һуғыш афәтен күреп, аслыҡта, йәшлегем тол ҡалып, яңғыҙ үтһә лә, Аллаға шөкөр, ҡартлығым бәхетле. Сабыр итә белгәнгә бәхетлемендер. Ҡыҙым – Альмирам хәстәрлегендә ғүмерем бәхетле үтә. Инде үҙҙәре нәнәй булып бөткән ҡыҙҙарым ҡәҙерләп-хөрмәтләп, ейән-ейәнсәрҙәрем, бүлә-бүләсәрҙәрем өҙөлөп тора, 3 тыуарым да бар бит әле минең, - тип шатлығы менән уртаҡлаша бәхетле әсә, нәнәй.
Эйе, оҙон ғүмерле Рабиға Шәмсетдин ҡыҙының ҡартлығы бәхетле, был бәхет сатҡылары балҡыған нурлы йөҙөндә сағылыш таба. Олпат йәшкә етеп, салт зиһенле, алсаҡ, асыҡ күңелле, күҙе лә күрә, ҡолағы ла ишетә, балаларының ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, Альмира ҡыҙының ҙур, иркен, барлыҡ уңайлыҡтары булған күркәм йортонда уның хәстәрлегендә үҙенә тәғәйенләнгән айырым бүлмәлә һиллектә ғүмер йомғағын һүтә. Уға бик ауырлыҡ һалмаҫҡа тырыша, үҙ үҙен ҡарарлыҡ, йөрөтөрлөк әле. Башҡа балалары ла әсәйҙәре йәшәгән йорт ишеге тотҡаһын һыуытмай, әленән-әле янына ҡайтып, хәлен белешеп, шатландырып торалар. Балалары хәстәрлегендә йәшәгән әсә кеше өсөн шунан да ҙур бәхеттең булыуы мөмкин дә түгел.
Рабиға Шәмсетдин ҡыҙының атыр таңдары тыныс, көндәре имен, бәхетле, үҙе иҫән-һау булһын.
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас в