+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Июль 2021, 16:40

Ошо яҡтан, ошо тупраҡтанбыҙ

Йәшеллеккә күмелеп ултырған, саф һыулы шишмәләргә бай Үтәк ауылы үҙенең матур тәбиғәте менән генә түгел, данлы шәхестәре, бай тарихы, тырыш, дуҫ халҡы менән дә бик үҙенсәлекле.

Электән үҙ тарихына, үткәненә, данлы яҡташтарына битараф түгел бындағы халыҡ. Заманында бик күп билдәле шәхестәр уҡыған мәҙрәсәһе менән дә данлы ул. Ошо традицияларҙы дауам итеп, 19 июндә Үтәк ауылында “Ошо яҡтан, ошо тупраҡтан беҙ“ тигән бик күркәм, әһәмиәтле байрам үтте. Был байрам “Аҡ ҡалфаҡ” ойошмаһының Үтәк бүлеге етәксеһе Резеда ханым Мөхәмәтйәнова, ауыл хакимиәте, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, мөслимәләрҙең дөйөм тырышлығы менән юғары кимәлдә әҙерләнгән.
Байрамда баш ҡалабыҙ Өфөнән дә ҡунаҡтар килгәйне. Улар араһында Бөтә донъя татар конгресының Башҡортостандағы рәсми вәкиллеге етәксеһе Альфред Әмир улы Дәүләтшин, “Ихлас” мәхәлләһе мәжлес рәйесе Мөхәммәт хәҙрәт Ғәлләмов, “Яңы быуат” теле-радиокомпанияһының журналисы Миләүшә Латипова һәм башҡалар бар ине.
Ҡунаҡтарҙы сәк-сәк, моңло йыр менән милли кейемдәге ҡыҙҙар, апайҙар ҡаршы алды. Мәҙәниәт йортоноң беренсе ҡаты бик матур биҙәлгән, уңған ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡул эштәренән, картиналарҙан күргәҙмә ойошторолған. Милли кейемдәге апайҙар ҡунаҡтарға халҡыбыҙҙың элекке шөғөлдәрен күрһәтеп, кемелер йөн иләй, кемдер бәйләм бәйләй. Туғай ауылынан Гөлнара Заһиҙуллина балаҫ туҡыу станогы артында үҙ һөнәре менән таныштыра.
Күргәҙмәләр менән танышҡас, сараға йыйылыусы барса халыҡ тамаша залына үтте. Санитар талаптар үтәлгән залда Үтәк ауылының йәше-ҡарты йыйылған ине.
…Ҡайын ағасына һөйәлеп ултырған ҡарт тәрән уйға сумған. Йәнәшәһендә - әҙер миндектәре. Сәхнәгә балалар эйәрткән ҡатын сыға, ҡараштары менән тирә-яҡты байҡағандан һуң бабайҙы күреп ҡалалар һәм уның янына килеп, ауылдың килеп сығышы, тарихы тураһында һораша башлайҙар. Бабай бик матур, мауыҡтырғыс итеп һөйләй башлай… “Ошо яҡтан, ошо тупраҡтан” тигән сара шулай башланып китте.
Әйтергә кәрәк, сараның һәр өлөшө, һәр сығыш урынлы, ентекләп әҙерләнгән. Ауыл тарихы, бөйөк шәхестәре тураһындағы мәғлүмәттәр экранда күрһәтелеп, йыр-моң менән үрелеп барҙы.
Үтәк ауылы бөйөк шәхестәргә ифрат бай. Хәбибназар хәҙрәт Сатлыҡов, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Зәки Мәхмүтов һәм башҡалар. Һәр сығышта кешеләрҙең үҙ ауы-лы менән ғорурланыуы, тыуған ерҙәренә һөйөүе, шәхестәренә ҡарата ихтирамы бөркөлә ине.
Тағы бер нәмә күҙгә ташланды Үтәктә. Ул да булһа, мәсеттән сығыусы ап-аҡ яулыҡлы апайҙар. Тимәк, динле халыҡ йәшәй бында. Мәсеттең имам-хатибы Әнүәр ағай Арыҫлановтың да сығышы бик фәһемле булды. Был сараны ойоштороуҙа ла ныҡ ярҙам иткән ул. Ә инде мөслимәләрҙең мөнәжәт әйтеүе байрамдың сағыу бер биҙәге булды. Үтәктә йыр-моңға ғашиҡ кешеләр йәшәгәне уларҙың сығыштарында ла күренде. “Аҡ ҡалфаҡ” ҡатын-ҡыҙҙарының “Рәйхан”, “Ләйсән” ансамблдәре, йәш йырсылар Денис Ғиззәтуллин, Алина Хафизова, Вәсилә Хафизованың сығышы тамашасыларға ифрат оҡшаны. Ауылдағы “Аҡ ҡалфаҡ” ойошмаһы етәксеһе Резидә ханым да моңло тауышлы йырсы булыу өҫтөнә өҙҙөрөп баянда ла уйнай. Балаларҙан башлап оло йәштәгеләргә тиклем йырланылар байрамда.
Ауыл тарихы, күренекле шәхестәр тураһында мәғлүмәтте Римма Марат ҡыҙы Бохарова бирҙе. Өфөнән ҡунаҡҡа ҡайтҡан табип Венер Йәһүҙә улы Ишмөхәмәтов та сығышында тыуған ауылы менән ғорурланыуын, халыҡтың заманса матур йорттарҙа йәшәүенә, ошондай әһәмиәтле байрам ойоштороуына ғорурланыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Килгән ҡунаҡтар араһында үҙенең 70 йәшлек юбилейын билдәләүсе Мөхәмәт Мостафа улының булыуы ла байрамдың мәртәбәһен арттырҙы. Райондың мосолман ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы етәксеһе Ғәлиә Рахманғолова менән район “Аҡ ҡалфаҡ”ойошмаһы етәксеһе Зилә Сәйетбатталова уны юбилейы айҡанлы ҡотланы, ошондай мәртәбәле сара ойошторғандары өсөн үтәктәргә рәхмәт әйттеләр.
Үтәк ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айҙар Тәлғәт улы Әмирханов ауылдың киләсәге өмөтлө буласағына, тарихтың, ғөрөф-ғәҙәттәрҙең, телдең һаҡланасағына ышаныс белдерҙе, ошо байрамды ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Өфөнән килгән Альфред Әмир улы китапханаға китаптар бүләк итте. Сара Үтәк ауылы тураһындағы йыр менән тамамланды.
Байрамда йәштәрҙең, балаларҙың ҡатнашыуы уларҙың туған телгә, тыуған ергә, тарихҡа, ғөрөф-ғәҙәттәргә битараф булмауы тураһында һөйләй.
Мәҙәниәт йортонан һуң ҡунаҡтар мәктәп музейына юлланды. Музей етәксеһе Рауил Әнүәр улы Раҡаев уларҙы бик ҡыҙыҡлы экспонаттар менән таныштырҙы, ауыл тураһында төплө мәғлүмәттәре менән уртаҡлашты. Һуңынан улар Зәки Мәхмүтов йәшәгән йортта булдылар, Хәбибназар хәҙрәттең ҡәберенә зыярат ҡылдылар.
Мәктәп ашханаһында милли ризыҡтарға бай табын әҙерләнгән ине.
Тыуған ергә һөйөү, үткәндәргә ихтирам, матур киләсәккә өмөт менән һуғарылған бындай күркәм байрам күптәрҙең хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр, моғайын. Киләһе осрашыуҙы әлеге сарала бик әүҙем ҡатнашҡан Туғай ауылында үткәрергә планлаштырҙыҡ.
Зилә СӘЙЕТБАТТАЛОВА,
“Аҡ ҡалфаҡ” ойошмаһы етәксеһе.
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас в