- Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йорто - милләт-ара мөнәсәбәттәрҙә тотороҡлолоҡто һаҡлау һәм нығытыу, республика биләмәһендә йәшәгән халыҡтарҙың рухи ҡиммәттәрен тергеҙеү, һаҡлау һәм рациональ ҡулланыу буйынса тарихи-мәҙәни үҙәктәр һәм милли-мәҙәни берекмәләр эшмәкәрлеге өсөн шарттар тыуҙырыу маҡсатында ойошторолған дәүләт учреждениеһы. Бөгөнгө көндә Халыҡтар дуҫлығы йорто республика буйынса 19 филиалды, башҡа субъекттарҙағы (Ырымбур, Силәбе, Пермь, Ҡурған, Свердовск өлкәһе, Ханты-Мансийск ҡалалары) филиалдарҙы берләштерә. Йылдан-йыл улар һаны арта барып, быйыл йәнә икәү өҫтәлде: Туймазыла Ыҡ буйы башҡорттары ҡоролтайы үткән көндө бында башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге рәсми асылды. Балтас районында мишәр тарихи-мәҙәни үҙәге үҙ эшмәкәрлеген башланы. Ғөмүмән, һәр тарафта тарихи-мәҙәни үҙәктәр булдырырға тырышып эш итәбеҙ, һәр ҡайһыһының был ерлеккә генә хас булған үҙенсәлеген табыуҙы, йәғни брендын булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуябыҙ. Бына, мәҫәлән, Балтас районында үҙҙәренә генә хас балан ҡатығы тигән эсемлектәре бар, килгән ҡунаҡтарҙы ошо эсемлек менән һыйлайҙар. Әммә уны үҙҙәренән башҡа берәү ҙә белмәй. Миңә ҡалһа, балан ҡатығын районда ғына түгел, республикала, хатта Рәсәйҙә танытыу өсөн уны райондың бренды итергә кәрәк. Бында балан аллеяһы булдырырға һәм көҙгә балан байрамы үткәрергә ҡарар ителде. Ә бына районыбыҙҙың Сәйетбаба башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге үҙ төбәктәренә хас булғанса бал байрамы үткәрә. Әйткәндәй, бында апрелдән яңы етәксе - Рифат Мөхәмәт улы Баймөхәмәтов эш башланы.
Әлегә Башҡортостандағы бер тарихи-мәҙәни үҙәк тә ҡунаҡтар ҡабул итерлек түгел. Районыбыҙҙа йәйгелеккә “Башҡортостан йөрәге”ндә ҡунаҡтар ҡаршыларға була. Һәр бер филиалыбыҙҙы алға үҫештереү уй-маҡсаттары менән йәшәйбеҙ.
Этнотурҙар тураһында һүҙ йөрөтһәк, республикабыҙға ҡунаҡтар күп килә, уларға үҙебеҙгә генә хас ғөрөф-ғәҙәттәр, традициялар менән бәйле, тарихи, үҙенсәлекле урындарҙы күрһәтергә тейешбеҙ. Бының өсөн филиалдарға эҙләнеү эштәре алып барыуҙы маҡсат итеп ҡуябыҙ. Баймаҡ районының Темәс башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәген генә алһаҡ, бында борондан ҡалған биналар күп, уларҙы һаҡлап ҡала алғандар, уларҙың тарихын, улар менән бәйләнгән ниндәйҙер ваҡиғаларҙы һөйләп, матур бер этнотур эшләп була. Һәр бер филиал шуның менән шөғөлләнә, үҙҙәрендә мәғлүмәт туплайҙар.
Республика Башлығының “Ата-бабалар саҡырыуы” (“Зов предков”) тигән проектына ярашлы, грантты файҙаланып башҡорттар йәшәгән башҡа субъекттарға сығып, төрлө оҫталыҡ дәрестәре үткәрергә, бынан тыш 8 меңдән ашыу башҡорт йәшәгән Һамар өлкәһендә Ғәббәс Дәүләтшинға һәйкәл асырға планлаштырабыҙ. Заманында ул башҡорт телен төплө өйрәнеп, беренсе әлифбаны, юғары уҡыу йорттары өсөн тәүге башҡорт теле әсбаптары сығарған кеше. Был тәңгәлдә Һамар өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә эш алып барыла.
Быйыл Благовар районында Ҡәнзәфәр бейҙең юбилейын үткәреү планда бар. Бындағы башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге етәксеһе итеп яҡташыбыҙ, Ҡауарҙы ауылынан Гөлфирә Хөрмәт ҡыҙы Әхмәтшинаны эшкә алдыҡ. Уның кеүек милләтем тип, эше өсөн йән атып, янып-көйөп йөрөгән-эшләгән кешеләр һирәк.
Апрелдә Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Милләт-ата мөнәсәбәттәр советының тәүге ултырышы үтте. Уны вице-премьер Азат Шамил улы Баҙранов алып барҙы. Икенсеһе Республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә үтәсәк. Алдағы эштәрҙе планлаштырып, Радий Фәрит улына еткерергә тейешбеҙ. Беҙ башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәре менән генә түгел, ә милли-мәҙәни үҙәктәр (әрмән, әзербайжан, грузин, чечен, тажик, үзбәк һ.б.) менән дә эшләйбеҙ, улар беҙҙә рәсми теркәлгәндәре 42, барыһы ла ижтимағи берекмәләр булып торалар. Был берекмәләр “Донъя халыҡтары Ассамблеяһы” төбәк ижтимағи ойошмаһына ҡарай. Был ойошманың башҡарма директоры ла булып торам, шуға ла эш берлектә алып барыла. Уларҙы берләштереү, дуҫлаштырыу маҡсаты менән йыйылма командалар төҙөп, Халыҡтар дуҫлығы йорто кубогына спартакиада үткәрергә планлаштырабыҙ.
Башҡортостан Республикаһында йәшәгән милләттәр мәҙәниәте көндәре үткәреү буйынса гранттар проекты өҫтөндә эш алып барыла.
2022 йылға этнокалендарь әҙерләп сығарырға уйлайбыҙ. Һәр бер тарихи-мәҙәни үҙәктең бренд сараһынан материалдар, мәғлүмәттәр, фотоһүрәттәр йыйылып, календарҙа урын аласаҡ, әле был тәңгәлдә эш алып барыла.
Пландарыбыҙ бик ҙур һәм күләмле, уларҙы тормошҡа ашыраһы ғына. Бөтә
донъя фольклориадаһы, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу саралары уҙасаҡ. Уларға ла үҙ өлөшөбөҙҙө индерәсәкбеҙ.
Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығына ҡарағанлыҡтан, улар еткергән пландарға ярашлы, һәр төрлө мәҙәни саралар үткәреүгә лә ҙур көс һалабыҙ.
Халыҡтар дуҫлығы йорто Өфө ҡалаһының Ленин урамындағы иҫке генә 56-сы һанлы йортта урынлашҡан. Бүлмәләр ҡыҫыҡ, методистар өсәр кеше ултырып эшләй. Ултырыштар залы ла 20 кеше һыйҙырышлы ғына. Йәмәғәт берекмәләре менән эшләгәс, һәр береһенә кабинет бүлергә тейешбеҙ, һәр милләт үҙенең йәкшәмбе мәктәбен эшләтеү теләге менән яна, репетиция залдары ла кәрәк, әммә мөмкинлек юҡ. Әгәр ҙә барыһын да бергә туплап, һәр береһен контролдә тотоп, Халыҡтар дуҫлығы йорто булып эшләргә теләйбеҙ икән, ҙурыраҡ бина булдырыу өлгөрөп еткән мәсьәлә. Был мәсьәләне Республика Башлығына еткерергә уйлашабыҙ.
Яңы эш башлаған кеше булараҡ, филиалдарҙың эшмәкәрлеге менән танышыу дауам итә, юлға һалаһы эштәр әлегә бихисап. Нисек килеп сығыр, уныһын ваҡыт күрһәтер. Эшемде яратам, ошондай вазифаны ышанып тапшырыуҙары минең өсөн ҙур мәртәбә. Әлегә вазифаны башҡарыусы ғына булыуыма ҡарамаҫтан, был эш миңә оҡшай, ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс. 160-лап милләт йәшәгән республикала һәр милләттең үҙенсәлектәрен өйрәнеү, мәҙәниәте менән танышыу үҙенә күрә ҙур ваҡиға ул.