+6 °С
Облачно
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Июль , 10:25

Халыҡ мәнфәғәте өсөн

14 июлдә Рәсәй почтаһы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Уларҙың хеҙмәте халыҡ менән эшләүгә бәйләнгән. Ҡауарҙы ауылында ике ауылды хеҙмәтләндергән почта бүлексәһенә етәкселек итеүсе Зөлфиә Тимерйән ҡыҙы Латипова был эштә 5 йыл хеҙмәт итә. Ошо арауыҡта ул үҙ эшенә яуаплы ҡарауы, планды үтәргә тырышыуы, кеше менән уртаҡ тел таба белеүе, алсаҡлығы менән маҡтауға лайыҡ, барыһы ла хөрмәт итеп тора.

Беҙҙе лә ҡояш кеүек йылмайып, ихлас ҡаршы алды ул. Ауыл клубы менән бер бинала урынлашҡан, әммә инеү урындары айырым булған почта бүлексәһенә килеп кереү менән магазин тип торорға мөмкин. Матбуғат баҫмаларына яҙҙырыу һәм таратыуҙан тыш башҡа төрлө әллә күпме хеҙмәт күрһәтеү талабы ла киңәйә, көндән-көн бурыстар ҙа арта был йүнәлештә. Сөнки, уларға ла ошо аҙыҡ-түлек, әйберҙәрҙе һатыу өсөн план ҡуйылған. Бынан тыш коммуналь түләүҙәр, телефонға аҡса һалыу, банк картаһы ярҙамында төрлө операциялар ҙа башҡарыла.
Ҡауарҙы ауылында тыуып-үҫеп, ошо мәктәптә уҡып белем алған ҡыҙ Йоматау ауыл хужалығы техникумында белем алғандан һуң колхозға бухгалтер булып эшкә ҡайта. Колхоздар тарҡалғас, мәктәптә бухгалтер булып эшләп ала. Был штат та ябылғас, эшһеҙ ултырыуҙы күҙ алдына ла килтермәгән тырыш, тынғыһыҙ Зөлфиә Тимерйән ҡыҙы, почта бүлексәһендә эш тәҡдим иткәс, үҙен бында ла һынап ҡарамаҡсы була. Ауыл халҡын яҡшы белгәнлектән, бында ла халыҡ менән уртаҡ тел табып, яҡшы ғына эшләп алып китә. Тормош иптәше Фуат Фәрит улы менән 30 йыл бергә татыу ғүмер итеп, өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Өфө ҡалаһында йәшәүсе оло ҡыҙҙары Лилиә, кейәүҙәре Айҙар менән Хәсән исемле ул тәрбиәләйҙәр. Айнур улдары апалары йәшәгән ҡалала водоканалда эшләп йөрөй. Бәләкәс Әлиә быйыл Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 11-се класын тамамлаған. Бар яҡтан да өлгөр Зөлфиә ғаиләһендә лә, эшендә лә уңған.
- Ололар матбуғат баҫмаларына тоғро инде ул, улар яҙылмай ҡалмайҙар. Йәштәр ҙә уларҙан өлгө алһын ине. Ксеро-күсермә сығарырға, телефонға аҡса һалырға кеше килеп тора. Еткерелгән планды ла үтәргә тырышабыҙ. Гәзиткә яҙылыуҙа ла, һатыуҙағы әйберҙәргә лә ташламалар булып тора, - тип, үҙҙәренең эше тураһында һөйләй Зөлфиә Латипова.
Был почта бүлексәһе Ҡауарҙы, Аҡташ ауылдары халҡына гәзит-журналдарҙы теүәл һәм ваҡытында еткереү йәһәтенән дә ҙур эш башҡара. Ошо ауыр ҙа, яуаплы ла эштә Айгөл Винер ҡыҙы Вәлитова алты йылға яҡын эшләй. Ул да үҙ хеҙмәтен күңел биреп башҡара. Йәй көндәре велосипедта “һә” тигәнсе таратып сыға, ҡаршы алып тороусылар менән аралашырға ла өлгөрә. Һәр кем уны яҡын күреп, көтөп тора.
Халыҡ мәнфәғәте өсөн кәрәк булған был хеҙмәттә кеше менән уртаҡ тел табып, аралашыу, тыңлай белеү мөһим шул. Артабан да ауылдаштарығыҙға кәрәкле хеҙмәт күрһәтеп, ғаилә бәхетендә, һаулыҡта, арымай-талмай эшләргә яҙһын. Һеҙҙең ярҙамығыҙ менән ауылда телефон бәйләнеше һүнмәһен, гәзит-журналдар менән бергә һәр йортҡа яңылыҡтар, шатлыҡ-ҡыуаныстар килеп торһон.
Автор:Альфия Валиева