Эйе, был үргә һирәктәр генә менеп етә ала. Күпме юлдар, йылдар үтелгән. Фәнзил Фәйез улы хөрмәтле ғаиләне ҡотлап, һаулыҡ, алдағы көндәренең дә бәхетле булыуын теләне.
Иҙрис Сафа улы 1925 йылда ошо ауылда ишле ғаиләлә тыуып үҫкән. Мәктәптә лә яҡшы билдәләргә генә уҡый. Стәрлетамаҡтағы уҡытыусылар институтында уҡып сығып, бар ғүмерен балаларға теүәл фәндәрҙән (физика-математика) белем биреүгә арнай, матбуғат баҫмаларына ла яҙышып тора. Йәш егеткә Юлыҡ мәктәбендә эшләп алырға ла тура килә. Тап ошо йылдарҙа, бынан 70 йыл элек - 1931 йылда Юлыҡ ауылында тыуып үҫкән, үҙенең мөләйемлеге, уңғанлығы, тыйнаҡлығы менән әсир иткән Камила Закир ҡыҙы менән ғүмерлеккә бергә булырға ант бирешәләр. Хужабикә дарыуханала, мәктәп буфетында эшләй. Килен булып төшкәс тә 6 йыл ҡайныһын ҡараша, 13 йыл ҡәйнәһе менән әсәле-ҡыҙлы кеүек йәшәйҙәр. Бөгөн улар яҙмыштарына рәхмәтле, бер-береһенә терәк-таяныс булып, ике яҡтың туғандарын тиң күреп, татыулыҡта аңлашып йәшәйҙәр. Мөхәббәт емештәре булған дүрт баланы тәрбиәләп-үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар. Хәҙер балаларының барыһы ла үҙҙәре олатай-өләсәй.
- Һиҙелмәй үтте лә китте бергә саҡтар. Бына бит, саҡырған ергә бара алабыҙ, шул шатлыҡ, - тип яуаплай Камила апай менән Иҙрис ағай “Бергә саҡтар нисек үтте?” тигән һорауға.
Һоҡланғыс, башҡаларға өлгө булырлыҡ ғүмер юлы үткән Вәлишиндарҙы мәртәбәле награда алыуҙары менән тәбрикләйбеҙ, киләсәктә лә һаулыҡ-именлектә, балалар хөрмәтендә, арымай-талмай, тиңлек-тигеҙлектә ғүмер йомғағын һүтергә яҙһын.