Р.Ишмөхәмәтов әйтеүенсә, әле бындай отчеттарҙы “Берҙәм Рәсәй”ҙең Дәүләт Думаһынан алып урындағы Советтарға тиклем бөтә кимәлдәге депутаттары ла биреп, башҡарылған эштәрҙе барлап ҡына ҡалмай, өлгөрөп еткән мәсьәләләрҙе лә асыҡлай, ниәтләп тә, әлегә үтәп булмағандарын байҡай.
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары эшмәкәрлегенә килгәндә, 2018 йылдан 2021 йылдың июненә тиклем арауыҡта тормоштоң төрлө өлкәләренә ҡағылған бөтәһе 505 закон ҡабул ителгән. Мәҫәлән, пандемия осоронда граждандарҙы һәм бизнесты яҡлауға; суррогат алкоголь һәм эскелек таралыуға ҡаршы йүнәлтелгән тотош закондар блогы ҡабул ителгән, бәлиғ булмағандарға шыйығайтылған газ, снюс, вейп, тәмәке ҡатнашмалары, кальян һымаҡ нәмәләр һатыу тыйылған; ике һәм унан күберәк балалы ғаиләләргә, йәшәү урынына ҡарамаҫтан, кесе балаға мәктәпте һайлағанда өҫтөнлөк булдырылған, бала ҡабул иткән һәм патронат ғаиләләргә балалар пособиеһын индексациялау билдәләнгән, баҡсасылыҡ ширҡәттәренә дәүләт ярҙамы тураһында закон ҡабул ителгән һ.б.
Закондар сығарыуҙан тыш, депутаттар эшмәкәрлегендә һайлаусыларҙың наказын үтәү ҙур урын биләй. 2018 йылдан 2020 йылға тиклемге осорға Ғафури районы биләмәһендә 49 наказ үтәлгән – бөтәһе 9,3 миллион һумлыҡ. Уларҙың төп өлөшө “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Аныҡ эштәр” проекты сиктәрендә бойомға ашырылған.
Ағымдағы 2021 йылға Ғафури районында “Аныҡ эштәр” проекты сиктәрендә бөтәһе 3,2 миллион һумға һайлаусыларҙың 10 наказын үтәү планлаштырылған. Улар араһында: Имәндәш, Оло Үтәш, Юлыҡ ауыл-
дары мәктәптәрендә тәҙрә блоктарын алмаштырыу; Красноусолда Ҡыҙыл Ялан, Сахалин, Салауат Юлаев, Чушкин, Богоявлен, Патриотик, Мәжит Ғафури, Берҙәмлек, Спорт, Юбилей, Сәғит Агиш урамдарын яҡтыртыуға урам яҡтыртҡыстары алыу; Мораҡ ауыл мәҙәниәт йорто ҡаҙанлығының ҡыйығын йүнәтеү өсөн материалдар һатып алыу; Яңғыҙҡайын мәктәбенә инеү урынына ағымдағы ремонт; Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатына йыһаз һәм ҡорамалдар һатып алыу һәм башҡа эштәр.
Был проекттарҙы бойомға ашырыу өсөн аҡса ҡаралған. Быйылғы йыл һуҙымында улар эшләнеп бөтөрөнә ышаныс бар, тип билдәләне Рөстәм Рифат улы.
Етди сығымдар талап иткән, шул сәбәпле “Аныҡ эштәр” сигенә генә инә алмаған ҙур ҡоласлы мәсьәләләр төрлө тармаҡ министрлыҡтары һәм ведомстволары менән берлектә хәл ителеүен дә һыҙыҡ өҫтөнә алды Р.Ишмөхәмәтов. Әйтәйек, тап ошолай итеп районға өҫтәмә рәүештә ике ашығыс ярҙам машинаһы бүлдереүгә, Сәйетбаба ауылында табиплыҡ амбулаторияһына капиталь ремонт үткәреүгә, ҡыйбатлы теш дауалау ҡорамалдары һатып алыуға, Ағиҙел аша ҙур күпергә капиталь ремонт эшләтеүгә (әле бында эш ҡыҙыу бара) өлгәшелгән. Ҡайһы бер эштәр бағыусылар аҡсаһы ярҙамында башҡарыла. Һуңғы йылда ғына 300 мең һумлыҡ бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтелгән: был аҡсаға мәктәп уҡыусылары өсөн ноутбуктар һатып алынған, ветерандарға гәзит-журналдар яҙҙырылған, спорт һәм музыка командалары өсөн спорт формалары, музыка ҡоралдары һатып алынған, әҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә памперстар һатып алып бирелгән, башҡа төрлө адреслы ярҙам күрһәтелгән. Шулай уҡ бер ни тиклем эштәр “Атайсал – кесе Ватан” проекты сиктәрендә лә башҡарылған. Р.Ишмөхәмәтов инициативаһы буйынса район биләмәһендә дөйөм хаҡы 2 миллион һум самаһы тәшкил иткән 7 проект башланған.
Районда киләсәккә төбәлгән эштәр ҙә күп. Рөстәм Рифат улы билдәләп китеүенсә, ул үҙе өсөн иң яҡын арауыҡҡа һайлаусыларҙың төп наказы тип район үҙәгендәге “Йәштәр” биҫтәһенә газ үткәреүҙе, Ҡауарҙы ауылында мәҙәниәт йорто төҙөлөшөн, Заречный һәм бүтән алыҫ ауылдарға интернет үткәреүҙе иҫәпләй. Газ, һыу үткәреү, төҙөкләндереү, ишле ғаиләләргә ярҙам менән бәйле башҡа көнүҙәк һорауҙар ҙа етерлек, һәм улар өҫтөндә эш дауам итә.
Отчетын тамамлап, Р.Р.Ишмөхәмәтов артабан да һайлаусылар наказдарын үтәү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә вәғәҙә итте, проблемалы һорауҙар буйынса әүҙемерәк мөрәжәғәт итергә саҡырҙы.