+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Июль 2021, 15:00

“Йәйләү”ҙәге онотолмаҫ мәлдәр

7 июндән 27 июнгә тиклем Сәйетбаба урта дөйөм белем биреү мәктәбендә “Йәйләү” балаларға өҫтәмә белем биреү, рухи һәм физик сәләмәтлектәрен нығытыу йүнәлешендәге профилле көндөҙгө лагерь сменаһы эшләне. Билдәле башҡорт ырыуҙары исемен йөрөткән отрядтарҙа - Юрматы, Тамъян, Бөрйән, Табын, Әйле, Мең, Ҡыпсаҡ – барлығы 150 бала булды.

Сменаның төп маҡсаты – туған телдә телмәр байлығын үҫтереү, башҡорт халҡының мәҙәниәтен, тарихын, йолаларын, балалар уйындарын, ижадын, спорт төрҙәрен өйрәнеү, башҡорт милли музыка ҡоралдары менән танышыу, боронғо шифалы ризыҡтарҙы әҙерләү серҙәренә төшөнөү, ырыу легендаларын өйрәнеү, халҡыбыҙ шәхестәре, сәнғәт әһелдәре тураһында һөйләшеү.
Бөтә халыҡтар ҙа үҫеп килгән быуынды үҙ тәжрибәһендә тупланған халыҡ педагогикаһы нигеҙендә тәрбиәләгән. Шуға беҙ ҙә, үҙ сиратыбыҙҙа, халыҡ традицияларының иң һәйбәт өлгөләрен файҙаланып, бала күңеленә тәбиғәттән һалынған рухи ҡиммәттәрҙе уятып ебәреү өсөн мөмкин булғандарҙың барыһын да эшләргә тырыштыҡ. Был – заман талабы, сөнки донъяла барған кире күренештәр баланың аңын томалай: ул телевидение, интернет аша алған мәғлүмәт арҡаһында, бөтөнләй сит мөхит тәрбиәһе солғанышында ҡалып, хатта үҙен юғалтыуы ихтимал. Ошо шарттарҙа бала күңелен кире йоғонтонан ҡурсалап алып ҡалыуҙың ышаныслы бер юлы булып туған телдә һөйләшеү, рухи байлығыбыҙға һөйөү һәм рухи ҡиммәттәргә ихтирам тәрбиәләү, сәләмәт тормош алып барыуҙың мөһимлеген аңлатыу, коллективта үҙеңде тотоу, һыйышып йәшәү принциптарына өйрәтеү тора.
Быйылғы смена айырыуса ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булды. Балалар ике тапҡыр туҡланып, ял итеп кенә ҡалманы, бер үк ваҡытта тыуған яҡтың мәҙәниәте һәм сәнғәте, ауыҙ-тел ижады һәм әҙәбиәте, тарихы һәм йолалары, халыҡ шөғөлдәре, топонимикаһы, тәбиғәте һәм байлыҡтары тураһында белем алдылар, шулай уҡ төркөм эсендә аралашыу, бер-беренә ярҙам күрһәтеү, толерантлыҡ һәм үҙ фекереңде әйтә белеү кеүек нәмәләр өҫтөндә лә эшләнеләр. Былар барыһы ла юғарыла һанап үтелгән темаларға түңәрәк өҫтәл, әңгәмәләр үткәреү аша, күренекле яҡташтар менән осрашыу, музейҙарға һәм тәбиғәткә экскурсиялар, тарихи шәхестәр тураһында викторина, әкиәт һөйләүселәр һәм йомаҡ ҡойоусылар бәйгеһе, рәсем яһау һәм асфальтта һүрәт төшөрөү буйынса конкурстар, һәләттәр бәйгеһе, оригами, пластилиндан төрлө әйберҙәр әүәләү һәм башҡа саралар аша эшләнде.
Балаларға физик тәрбиә биреү буйынса инструкторҙар көн һайын үткәргән “Алпамыша уйындары”, “Күңелле старттар”, “Йүгерек батыр мажаралары” һәм, әлбиттә, тәрбиәселәр тарафынан ойошторолған башҡорт милли балалар уйындары бик оҡшаны.
“Балалар һабантуйы” кескәйҙәр һәм үҫмерҙәр күңеленә айырыуса хуш килде. Йола буйынса бүләктәргә алдан һөбә йыйыу ойошторолдо. Ата-әсәләр, өйрәнелгән матур яулыҡ-таҫтамалдарҙан башлап, уҡыу кәрәк-яраҡтары, һауыт-һаба һәм йомшаҡ уйынсыҡтарға тик-лем биреп ебәргәндәр. Ошондай ихласлыҡтары өсөн уларға ысын күңелдән рәхмәт белдерәбеҙ!
Бик ҙур теләк менән ҡыҙҙар һәм малайҙар ауыл мәҙәниәт йорто һәм “Сәйетбаба” тарихи-мәҙәни үҙәге хеҙмәткәрҙәре тарафынан үткәрелгән “Йәйләү һылыуҡайы” һәм “Йәйләү батыры” бәйгеләрендә ҡатнаштылар һәм иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ булдылар.
Шулай уҡ “Милли башҡорт кейеме көнө”, “Тәбиғәт көнө”, “Һыуһылыуҙа ҡунаҡта” кеүек саралар тәрбиәләнеүселәрҙең бик оҙаҡҡа хәтерендә ҡалыуына һис шик юҡ.
Быларҙан тыш, махсус шөғөлләнеүҙәр ваҡытында балалар йәш туристар өсөн күнекмәләр алдылар (мәҫәлән, төйөндәр бәйләү), төрлө осраҡтарҙа беренсе ярҙам күрһәтергә өйрәнделәр, “Экологик һуҡмаҡ”тан үтеп, сүп-сар йыйҙылар, урманда һәм һыу буйҙарында үҙ-үҙеңде дөрөҫ тотоу ҡағиҙәләрен, янғын һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен ҡабатланылар.
Быйылғы лагерҙың тағы бер йүнәлеше – бәләкәйҙәр һәм үҫмерҙәр араһында сәләмәт тормошто пропагандалау ине. Был юҫыҡта дөрөҫ туҡланыуға айырым иғтибар бирелде. Ҡыҙҙар һәм малайҙар файҙалы һәм зыянлы ризыҡтарҙы айырырға, үҙҙәренең рационында аҙыҡтарҙы аралаштырырға өйрәнделәр, башҡорт милли ризыҡтарының файҙаһы тураһында, сынығыу, көн тәртибен тотоу, спорт менән шөғөлләнеүҙең мөһимлеге тураһында һөйләштеләр.
Шул уҡ ваҡытта был смена электән килгән йолалар менән бөгөнгө көн яңылыҡтарын бергә ҡулланыу мөмкинлеген дә күрһәтте. Балалар 3D-күҙлек, бәләкәй һәм ҙур квадрокоптер, нетбуктар, 3D-принтер, интерактив таҡтаны файҙаландылар, үҫтереүсе йәнһүрәттәр ҡаранылар, шашка-шахмат уйнанылар, конструктор деталдәренән үҙйөрөшлө машиналар йыйҙылар. Былар барыһы ла мәктәптә бер йыл элек асылған “Үҫеш нөктәһе” биргән мөмкинселектәр аша тормошҡа ашырылды.
Һәм, ниһайәт, лагерҙы ябыу тантанаһы алдынан “Башҡортостан – тыуған илем!” тип аталған йомғаҡлау квесы менән барлыҡ смена ағзалары өсөн бейеү флешмобы ойошторолдо.
Һуңғы линейкала ете ырыуҙың бөтә сараларҙа ла ҡатнашҡан иң әүҙем вәкилдәренә айырым бүләктәр тапшырылды, ҡалғандарға татлы приз таратылды. Тантана Башҡортостан Республикаһы гимны аҫтында дәүләт флагын төшөрөү менән тамамланды.
Дөйөм алғанда, быйылғы смена тәрбиәселәргә лә, тәрбиәләнеүселәргә лә берҙәй оҡшаны. Балалар, икенсе йылға ла “Йәйләү”гә килергә теләк белдереп, шатланышып йәйге ялға таралдылар.
Гөлназ РАХМАНҒОЛОВА,
лагерь етәксеһе.
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас в