

Башҡаларҙы электән белгәс, зауыҡ менән кейенгән, мөләйем йөҙлө, баҫалҡы ғына ханым шунда уҡ минең иғтибарҙы йәлеп итте. Ул Ҡолҡан ауылынан Лилиә Ринат ҡыҙы Ғәзизова икән. Ул - алты бала әсәһе. Уны ла яҙмыш башынан ғына һыйпап, тура юлдан ғына йөрөтмәгән, боролоштар ҙа була. Башта тормошҡа сығып, донъя көтөп, өс бала үҫтереп, Ҡаранйылға ауылында йәшәй. Һуңынан ике ул, бер ҡыҙ менән йәшләй генә тол ҡала Лилиә. Хәҙер балалары үҫеп, ғаилә ҡорғандар. Өлкән улы Зариф ауылда тормош иптәше Нүрсилә менән Ҡолҡанда матур донъя көтә. Ике ҡыҙ, бер ул үҫтерәләр. Быйыл уларҙың өлкән ҡыҙҙары – 11-ҙе, икенсеһе – 9-сы класты тамамлаған, ә бәләкәс улдары 6-сы класҡа бара.
Тик икенсе улдары Заһир ғаиләһе өсөн көтөлмәгән аҙымға бара: 2023 йылдың октябрь айында контракт буйынса МХО-ға юллана. Әсәһенә был турала белдермәй ҙә, 2022-се йылда уҡ контракт төҙөгән булған икән. Ғаиләһенә был турала китер алдынан ғына әйтә. Улын махсус хәрби операцияға оҙатҡас, Лилиәнең йоҡоһоҙ төндәре башлана. Башҡа әсәйҙәр кеүек, ул да һәр көн яҡшы хәбәрҙәр килеренә генә өмөт итә. Уның хәлен балаһы һуғышта йөрөгән һәр әсә яҡшы аңлайҙыр.
Нисек кенә түҙемһеҙләнеп көтһә лә, яҙмыш аяуһыҙ шул. Фатих менән Лилиәнең йорт ҡапҡаһын да әсе ҡайғы еле килеп ҡаға. (Фатих Сәмиғулла улы Лилиәнең икенсе ире, артабан яҙмышын уның менән бәйләй).
2024 йылдың мартында һуғышҡа кергән Заһир хәбәрһеҙ юғала. Әсә күңеле һаман ышанмай, иҫәнлегенә өмөт итә, белгән доғаларын уҡып, улының иҫән ҡайтыуын теләй. Әммә өмөттәр генә аҡланмай: 2024 йылдың 25 июлендә Заһирҙы алып ҡайтып, тыуған Ҡаранйылға ауылында ер ҡуйынына тапшыралар. Уның кескенә Сафия ҡыҙы менән ҡатыны Гүзәл ҡала, улар Стәрлелә йәшәйҙәр.
Әсә өсөн юйылмаҫ ҡайғы, һағыш - ғәзиз балаңды юғалтыу. Лилиә был оло ҡайғынан да һығылып төшмәй, йәшәргә, донъя көтөргә көс таба. Уға бит ейән-ейәнсәрҙәрен үҫтерешергә, балаларын үҫтерергә кәрәк. Фатих менән улар тағын өс балаға ғүмер бирәләр. Оло ҡыҙҙары Гөлсәсәк Татарстанда эшләп йөрөй, икенсе ҡыҙҙары Наҙгөл Өфөлә беренсе курсты тамамлаған, төпсөк улдары Байрас 7-се класҡа бара. Тәүге ғаиләһенән булған ҡыҙы Фирүзә лә Өфө ҡалаһында йәшәй, тормош иптәше Илназ Әхмәтшин менән бер йәшлек Әмиләне үҫтерәләр.
Фатих менән Лилиә үҙҙәре йәшәгән төбәктең әүҙем, тырыш, үрнәк ғаиләһе. Фатих - ауылдарының старостаһы, Лилиә - ауыл советы депутаты. Улар күпләп ҡош-ҡорт, мал аҫрайҙар, умарта тоталар. Уңған килен 97 йәшлек ҡәйнәһен дә тәрбиәләп, бер нисә йыл элек һуңғы юлға оҙатҡандар. Ауылдарында йәшәгән инәһе лә тырыш уңған, ҡыҙының кәңәшсеһе лә, ярҙамсыһы ла, тиҙҙән уға 80 йәш туласак. Ул һаман күпләп ҡош-ҡортон, малын да аҫрай. Ғәзизовтар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ла ҙур ярҙам күрһәтәләр, гуманитар ярҙам йыйыу һәм оҙатыуҙы ойошторалар. Бына яҙмыш мине ниндәй матур ғаилә менән таныштырҙы.
Өфө ҡалаһында үткән форумда Лилиә Ринат ҡыҙына “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” тигән миҙал тапшырҙылар. Был тимер киҫәге баланы алыштырмай, шулай ҙа һинең эшеңде, тормош позицияһын баһалау бик урынлы. Лилия 2012 йылда “Әсәлек даны” миҙалы менән дә бүләкләнгән. Ул был миҙалдарға лайыҡ әсә, ҡатын-ҡыҙ, донъя тотҡаһы. Ошондай көслө рухлы, ауырлыҡтар алдында баш эймәгән, башҡаларға үрнәк булырлыҡ ҡатын-ҡыҙ һәр милләттең ғорурлығылыр. Лилиә менән танышыуыма мин бик рәхмәтле. Уға, ғаиләһенә именлек, иҫәнлек, йән тыныслығы теләйем.
Зилә СӘЙЕТБАТТАЛОВА.
Игенйылға ауылы.