

Бөгөн һөйләйәсәк геройым “Башҡортостан” полкы Таһир Күсимов исемендәге батальондың штурмлаусыһы, ҡурайын янында йөрөтөүсе “Ватан” ҡушаматлы яугир булыр. Ул күптән түгел ҡыҫҡа ваҡытлы ялда булып, яңынан яуҙаштары янына юлланды.
Күп яҡлы талант эйәһе
Илнур 1981 йылдың 1 июнендә Еҙем-Ҡаран ауылында өсөнсө бала булып донъяға килә, атаһы Миңләхмәт Лотфулла улы эше буйынса Ҡарағай ауылына күсерелгәс, ошонда беренсе класҡа бара. Матур ғаиләлә Лариса, Ләйсән апайҙары менән бала сағы күңелле үтә. Әсәһе Альмира Әсҡәт ҡыҙы Ҡарағай ауыл клубы мөдире булып эшләгәс, мәҙәни мөхиттә тәрбиәләнә. Ә инде етенсе класта уҡығанда мәктәпкә сәнғәт училищеһының ҡурай бүлеген тамамлап Фәнил Кинйәғоловтың эшкә килеүе яҙмышының бер бүләге була. Фәнил Мәғәфүр улы уны ошо уйын ҡоралында уйнарға өйрәтеп, ғүмерлек һөнәре итеп һайларға булышлыҡ итә. Илнур 9-сы класты тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһының “Башҡорт халыҡ инструменттары” бүлегенә уҡырға инә. Мәшһүр ҡурайсылар Ришат Рәхимов, Таһир Хәмитов иң яҡын остаздары була. Тырыш, ныҡышмал егет ҡурайҙан тыш, фортепиано, думбыра, баянда ла уйнарға өйрәнә. 2000 йылда ҡулына диплом алған егет Красноусол мәҙәниәт һарайында фольклор бүлеге мөдире булып эш башлай. Талантлы егеттең төрлө сараларҙа “Урал”, “Ильяс”, “Азамат” башҡорт халыҡ йырҙарын йырлауын тамашасылар яратып тыңлай. Ул “Айгүзәл” бейеү ансамблендә бейергә лә, “Ғафури” халыҡ театрында уйнарға ла өлгөрә. М.Кәримдең “Ай тотолған төндә”, “Ҡыҙ урлау”, С.Әбүзәровтың “Бомба” спектаклдәрендә һәм башҡа тиҫтәнән ашыу ҙур оҫталыҡ менән башҡарған ролдәре аша тамашасылар һөйөүен яулай. Мәҙәниәт бүлегендә эшләгәндә үҙ эшенә талапсан булыуы менән бергә коллективта үҙ-ара дуҫлыҡ мөхитен һаҡлай. 2004 йылда ҡурайсы Стәрлетамаҡ драма театры оркестры артисы булып эшләп ала. 2010 йылда Рияз Исхаҡовтың “Һөйәнтөҙ” музыкаль-тарихи документаль фильмына ла төшә. Бында ла ҙур яуаплылыҡ менән күңел биреп башҡара үҙ ролен.
Үҙен төрлө өлкәлә һынап ҡарарға булдыра алған егет 2016 йылда Башҡорт дәүләт университетының “Йәшәү эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге” һөнәре буйынса ситтән тороп юғары белем дә ала. Артабан Илнур Миңләхмәт улы Себергә вахта буйынса эшкә урынлаша. Әммә ваҡытында әрме хеҙмәтенә бара алмауы Илнурҙың күңелен һәр саҡ өйкәп йөрөй. Атаһы Миңләхмәт Лотфулла улы ла Германияла хеҙмәт иткән була. Ил именлеге өсөн үҙ өлөшөмдө индерергә тейешмен, үҙ бурысымды үтәргә, ҡурайҙы ҡоралға алмаштырыр ваҡыт етте, тигән фекер ярала уның уйында.
Илнур тәүҙә Тыуған илебеҙҙе дошмандарҙан һаҡлау өсөн килешеү төҙөй, медкомиссия үтә. Ҡулына повестка алғас ҡына был хаҡта ғаиләһенә, атай-әсәһенә белдерә.
Бер-береһенә терәк-таяныс
Эйе, элек-электән ир-егеттәрҙең иңенә яугир булыу, ил һаҡлау бурысы һалынған. Бөгөн ир-егеттәребеҙ илебеҙ именлеген һаҡлап, МХО биләмәһенә юлланған саҡта, яугир ҡатындары уларҙың ныҡлы, ышаныслы тылы.
- Әлбиттә, тормош иптәшемдең был ҡарарын тыныс ҡына ҡабул итә алманым, төрлө уй-борсолоуҙар баштан үтте. Башта ҡыҙҙарыбыҙ ҙа баҙап ҡалды. Уның рухын һындырмаҫҡа, кәйефен ҡырмаҫҡа, терәк-таяныс булырға тырыштыҡ, уй-теләгенә ҡаршы сыҡманыҡ. МХО тураһында бик һөйләмәһә лә, яу яланында юғалтҡан дуҫтарын иҫләп һөйләп ала, - ти Лилиә Булат ҡыҙы.
Үҙәк район китапхана селтәре методисы Лилиә Ғөбәйҙуллина Мәләүез ҡалаһында тыуып үҫһә лә, ата-әсәһе Рәйлә менән Булат Сираевтар сығышы менән Сәйетбаба ауылынан. Атаһы Мәләүез химия заводында, әсәһе балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡас, Красноусолға йәшәргә ҡайтҡандар. Улдары Илнур ҙа үҙ ғаиләһе менән Красноусолда йәшәй.
Лилиә Булат ҡыҙы бала саҡтан китапханасы булып эшләргә хыяллана һәм мәктәптә уҡыуын яҡшы билдәләргә тамамлап, Өфө китапхана техникумына уҡырға инә. Һуңынан Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһында китапхана йүнәлеше буйынса уҡып, юғары белем дә ала.
2004 йылда тап ошо китапханасы һөнәре буйынса Красноусолдағы район мәҙәниәт һарайында эшләгәндә тормош иптәше Илнур менән таныша һәм бер йылдан матур ғаилә барлыҡҡа килә. Ул саҡта Илнур ҡурайсы булып эшләп йөрөгән була. Хәҙер татыу ғаиләлә бына тигән ике ҡыҙ үҫә. Оло ҡыҙҙары Илнара Стәрлетамаҡ ҡалаһында УУНИТ-та уҡыһа, Наҙгөл Красноусолдың 2-се урта мәктәбенең 10-сы класын тамамлаған. Илнара элек “Быҙыбыт” ансамблендә бейеһә, хәҙер һөнәр алған уҡыу йортонда бейеп йөрөй. Ҡыҙҙар ҙа атайҙарының өйгә тиҙерәк имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләй.
Еңеү оҙаҡ көттөрмәҫ!
Илнур Миңләхмәт улы башта өс ай тирәһе Һамар ҡалаһында һәр төрлө ҡорал менән эш итергә өйрәнә, алыш яланында үҙеңде лә, иптәштәреңде лә юғалтмау өсөн ҙур етди әҙерлек үтә. Бөгөн ул 31-се полкта штурмлау ротаһында батырҙарса алыша. Кеше менән аралашырға яратҡан, ихлас, асыҡ күңелле яугирҙың дуҫтары ла күп, курсташтары, уҡытыусылар менән дә бәйләнеште өҙмәй, осрашып та торалар.
- Был ялға ҡайтҡанында 45 йәшлек юбилейы тура килеп, туғандар, яҡындар, дуҫтар бергә йыйылып үткәрҙек. Һәр кем изге теләктәрен еткерҙе, тиҙерәк еңеү менән ҡайтыуын теләне. Илнурҙың да күңеле булды, - тип һөйләп үтте Лилиә Булат ҡыҙы.
Өйөндә һәйбәт хужабикә, хәстәрлекле әсә булған ҡатындың үҙе тураһында бергә эшләгән коллегаһы, үҙәк район китапхана селтәре етәксеһе Фәүзиә Зәйнуллина: “Беҙҙең Лилиә Булат ҡыҙы эшенә яуаплы ҡараған, эште еренә еткереп эшләүсе хеҙмәткәр, уңған ҡатын ул”, - тип тә өҫтәне аҡыллы, сабыр ҡатын тураһында.
Эйе, МХО-ла булған яугирҙарға терәк-таяныс, уларға һүҙ менән дә күңел йыуанысы биргән, донъяларын матур итеп көткән ҡатындар булғанда ир-егеттәребеҙҙең күңеле тыныс булыр, еңеү ҙә оҙаҡ көттөрмәҫ. “Ватан” ҡушаматлы яугирыбыҙға еңеү яулап, ҡурайы менән сихри моң таратып, тыуған яҡтарына иҫән-имен ҡайтыуын теләйбеҙ.