

-Беҙҙең Ғафури урмансылығы 10 кешене берләштерә. Районда Дәүләт урман фонды 200 мең гектарҙан ашыу майҙанды биләй, улар иғтибар һәм контроль талап итә. Еҙем, Ташлы, Табын, Усолка участка урмансылыҡтарын үҙ эсенә алып, был биләмәләрҙә эшмәкәрлек алып барабыҙ. Матди-техник базабыҙ кәрәкле техника менән тулыһынса тәьмин ителгән. Офиста һәр бер хеҙмәткәр даими яңыртып торолған заманса компьютер техникалары менән эшләй. Эшебеҙҙә күп процестарҙы системалаштырырға мөмкинлек биргән махсус программалар ҡулланабыҙ, улар документтар әйләнешен, эш алып барыуҙы уңайлыраҡ һәм сифатлыраҡ итә.
Инженерҙар, участка урмансылары, инспекторҙар, контроль-күҙәтеү хеҙмәткәрҙәренән торған коллективтың төп эшмәкәрлеге булып урмандарҙы контролдә тотоу, күҙәтеү, идаралыҡ итеү тора. Урындарҙа һәр ваҡыт белгестәр була. Урман участкаларын иҫәпкә алабыҙ, патруллек итәбеҙ, Урман ҡануниәтен боҙоуҙарҙы туҡтатабыҙ һәм ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмағандарҙы асыҡлайбыҙ, йәғни урмандарҙы законһыҙ ағас ҡырҡыуҙарҙан һаҡлайбыҙ, шулай уҡ янғындарҙан, зарарлы бөжәк-ҡоротҡостарҙан һаҡлау ҙа беҙҙең иңдә.
Урмандарҙы һаҡлау менән бер рәттән физик шәхестәргә һәм юридик берәмектәргә дәүләт урман фондына ингән ер майҙандарын ҡуртымға биреү менән дә шөғөлләнәбеҙ. Шулай уҡ беҙҙең эшмәкәрлеккә диләнкә алыуға, урман участкаларын бүлеп биреүгә (көтөүлек, сабынлыҡ, умарталыҡ ҡуйыу, туризмды үҫтереү һәм башҡалар өсөн) рөхсәт, белешмә һәм башҡа документтар әҙерләп биреү инә.
Республикала һәм районда туризмға ҙур иғтибар бирелә. Ғафури районында тап беҙҙең бүлек аша эшҡыуарҙар үҙҙәренә кәрәкле участкаларҙы ҡуртымға ала, һуңынан уларҙы ял итеүселәрҙе ҡабул итеү, турбазалар, ял йорттары төҙөү, туристик маршруттар әҙерләү өсөн йыһазландыра. Туризмды үҫтереүгә лә участкалар ҡуртымға бирелде. Ғафури урмансылығы биләмәһендә төрлө кимәлдә эшмәкәрлек алып барыу өсөн 240 участка ҡуртымға бирелде.
Эшебеҙҙә даими рәүештә яңы форматтар индерелә, атап әйткәндә, яңы автоматик һанлы системалар һәм башҡалар. Ағымдағы йылда махсус ике камералы һаҡлағыс (лесохранитель) ҡоролма ҡуйыуҙарын көтәбеҙ, береһе – Красноусолда телевышка биләмәһендә, икенсеһе – Имәндәш ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙың береһендә урынлаштырыласаҡ. Был махсус камера төрлө йүнәлеш буйынса әйләнеп, температура үҙгәреүенә тәьҫир итә, әллә нисәмә километр йыраҡлыҡтағы машиналарҙың һандарын, ҡайһы урында ағас киҫеү майҙандарын һәм башҡаларҙы күреп, теркәй бара. Урман хужалығында күптән инде космик технологиялар файҙаланыла.
Коллективҡа килгәндә, ул ҙур булмаһа ла ышаныслы, тотороҡло, үҙ эшенең оҫталарына әйләнгән, тәжрибәле хеҙмәткәрҙәрҙән тора, һәр береһе маҡтауға лайыҡ.
Республикала “Иң яҡшы урман хужалығы белгесе” конкурсы бара. Коллективтан өс кеше: урман инженерҙары Лилиә Свечникова, Әмир Сәйғафаров, Рауил Әбдрәшитов ҡатнашырға теләк белдерҙе. Уларға уңыштар һәм еңеүҙәр теләйбеҙ.
2 октябрҙә беҙҙең районда федераль кимәлдә Урман хужалығы буйынса форум үтә. “Красноусол” шифаханаһында уҙасаҡ сарала ҡатнашыусыларҙы ҡаршыларға әҙерлек эштәре бара.
Форсаттан файҙаланып, барлыҡ урман эшсәндәрен, ғүмерҙәрен был тармаҡ менән бәйләп, хаҡлы ялға туҡтаған ветерандарыбыҙҙы һәм коллегаларҙы һөнәри байрамыбыҙ – Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан ихлас күңелдән тәбрикләйем. Еңел булмаған, мәшәҡәтле эштәрендә уңыштар, иҫәнлек-һаулыҡ, мәңгелек йәшел байлығыбыҙ – урмандарҙы һаҡлауҙа, ишәйтеүҙә арымай-талмай эшләүҙәрен, байрамса кәйеф теләйем.
Индира ИШКИНА яҙып алды.