

-Беҙҙең 17 кешене берләштергән коллективтың төп эшмәкәрлеге булып хужалыҡ итеү тора. Беҙҙең ҡарамаҡта 210 мең самаһы гектарҙы биләгән урман фонды иҫәпләнә. Иңебеҙҙә - йәш үҫентеләр, ағастар ултыртыу, уларҙы тәрбиәләү, һирәкләү, урмандарҙы тергеҙеү, санитар таҙартыу, ағастар орлоғон йыйыу (ҡарағай, ҡайын, йүкә һәм башҡалар), урман ситтәрендә янғынға ҡаршы һыҙаттар булдырыу, етештереү эшмәкәрлеге лә (ағас ҡырҡыу, пилорамала брус, таҡта ярҙырып, утын әҙерләп һатыу) алып барабыҙ. Йылдан-йыл Урман хужалығы министрлығы тарафынан үҙебеҙгә еткерелгән дәүләт пландарын үтәп киләбеҙ, уларҙың күләме арттырыла бара. Диләнкәлә утын өсөн һәм төҙөлөшкә яраҡлы ағас әҙерләйбеҙ.
Ағымдағы йыл башынан 27 гектар майҙанда йәш үҫентеләр (ҡарағай, йүкә, шыршы, ҡарағас) ултыртылды. Шулай уҡ урмандарҙы янғындан һаҡлау маҡсатында янғынға ҡаршы һыҙаттар (180 километрҙа) булдырыу эшен атҡарҙыҡ, 128 гектарҙа урман культураларын тәрбиәләйбеҙ, әле эш бара, 5 гектарҙа санитар таҙартыу уҙғарылды. Урман эшсәндәре ағастарҙы һирәкләү, йәш үҫентеләрҙе тәрбиәләү эштәрен башҡара. Махсус хәрби операциялағы яугирҙарҙың ғаиләләрен утын менән тәьмин итәбеҙ. Ағас орлоҡтары йыйылып, питомникта киләһе йылға ултыртыу материалдары булып торған йәш үҫентеләр (ҡарағай, шыршы) сәсеп үҫтерелә.
Бихисап эштәрҙең барыһына ла эшсәндәребеҙ өлгөрә алмағанда, айырыуса йәйге миҙгелдә, килешеү буйынса бер нисә кешене эшкә ҡабул итәбеҙ. Улар ағас ултыртыу, ҡырҡыу, санитар ҡырҡыу, урмандарҙы тергеҙеү кеүек урман эштәрендә мәшғүл булалар.
Районда уҙған йәш үҫентеләр ултыртыу буйынса “Йәшел Башҡортостан” акцияларына ҡушылып, ағастар ултыртыласаҡ участкаларҙы әҙерләү, йәш үҫентеләр менән тәьмин итеү ҙә беҙҙең иңдә.
Ошо бихисап эштәр артында урмансылар коллективының еңел булмаған көндәлек мәшәҡәттәре ята. Хеҙмәткәрҙәр барыһы ла үҙҙәренә еткерелгән бурыстарҙы еренә еткереп үтәй. Күпселегенең хеҙмәт стажы ике тиҫтә йылға яҡын, урмансы һөнәренә өс тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен бағышлаусылар ҙа бар. Шуларҙан: Усолка биләмәһенән урман мастеры Йәмил Ҡадиров, урман ҡырҡыусы Дамир Балтачев, водитель Ғүмәр Юлмөхәмәтов һәм башҡалар. Бухгалтер Людмила Галактионованың хеҙмәт стажы - дүрт тиҫтә йыл булһа, баш бухгалтер Галина Малыхтың - 15 йылдан ашыу.
Хеҙмәткәрҙәребеҙ төрлө кимәлдәге (республика, федераль) Маҡтау грамоталары менән бүләкләнеп тора, Рәсәй Урман хужалығы министрлығыныҡы һәр береһендә тиерлек бар. Һөнәри байрамыбыҙҙың сираттағыһында ла лайыҡлылар үҙ бүләктәрен аласаҡ.
Беҙҙең тармаҡтың хаҡлы ялдағы ветерандарыбыҙ 40-тан ашыу кеше. Ветерандар ойошмаһы рәйесе булып быйыл 90 йәшен билдәләүсе Н.Г.Степанов эшләһә, хәҙер уның урынына Н.М.Алексеев һайлап ҡуйылды. 1 октябрь - Оло йәштәгеләр көнөндә, традицияға ярашлы, бүләктәр әҙерләп, хаҡлы ялдағыларҙың барыһына ла таратып сығабыҙ.
Махсус хәрби операцияға ла ҡулдан килгәнсә ярҙам итәбеҙ. МХО биләмәһенә бер “УАЗ”-ды ремонтлап, буяп, яңы аккумулятор, тәгәрмәстәр ҡуйып, ебәрҙек. Әйткәндәй, МХО ветеранының беҙҙә эш урыны табыуын билдәләп үтергә кәрәк. Элек беҙҙә рамсы булып эшләп, икенсе урынға эшкә күскән Иван Фёдоров үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юлланып, ике йылға яҡын йөрөгәс, ҡаты яралана һәм демобилизацияланғас, ҡабаттан беҙгә эшкә килде.
Форсаттан файҙаланып, барлыҡ коллективты, коллегаларҙы, ғүмерҙәрен урман тармағы менән бәйләп, хаҡлы ялға туҡтаған ветерандарыбыҙҙы һөнәри байрамыбыҙ – Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас күңелдән ҡотлап, еңел булмаған эштәрендә хеҙмәт уңыштары, иҫәнлек-һаулыҡ, күтәренке кәйеф теләйем.