

Мәктәп фойеһында ирекмәндәрҙең эшмәкәрлеген сағылдырған бай күргәҙмә ойошторолған. Нимәләр генә юҡ күргәҙмәлә: дронға ҡаршы юрған, маскировкалау селтәрҙәренән башлап йөн башалтай, эске кейемдәр, үлән сәйҙәре, бауырһаҡ, өй туҡмасы, йәшелсә салаттарына тиклем бар. Балаларҙың хаттары, һүрәттәре лә, үҙ ҡулдары менән эшләгән йомшаҡ уйынсыҡтары ла бихисап. Урындарҙағы ирекмәндәр штабы етәкселәре ҡунаҡтарға үҙҙәренең эше тураһында һөйләп, халыҡтың әүҙемлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Шулай уҡ “Геройҙар ғаиләһе” фотокүргәҙмәһе, райондың йәш эҙәрмәндәренең данлы һуғыш юлы үткән яландарҙа алып барған эҙләнеү эштәре тураһында һөйләгән күргәҙмә лә ҡунаҡтарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Йәнә уҡыусылар инструкторҙары менән берлектә пилотһыҙ осоу аппараттарын йыйыу һәм уға идара итеү оҫталыҡтары менән уртаҡлашты.
Форум тантаналы рәүештә асылғас, сараны алып барыусы Фәнзил Ғәлин менән А.Исячкина йыйылыусыларҙы форумда ҡатнашыусы ҡунаҡтар менән таныштырҙы. Улар: “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Башҡортостан филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина, уның урынбаҫары, саңғысы, биатлонсы, дүрт тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы булған Ирек Зарипов, МХО ветераны, фондтың социаль координаторы Олег Мөфтәхетдинов, райондың МХО ветерандары Ассоциацияһы етәксеһе Илья Макаров.
Тәүге һүҙ “Ватанды һаҡлаусылар” фонды етәксеһе Гөлнур Ҡолһаринаға бирелде.
- Боронғолар “Ҡатын-ҡыҙ - донъя тотҡаһы”, тигән. Ысынында ла шулай. Беҙҙең, илебеҙҙең киләсәге күп яҡлап ҡатын-ҡыҙҙарға бәйле. Иң ауыр, ҡатмарлы осорҙа тап ҡатын-ҡыҙҙар ирекмәндәр ойошмаһына берләшеп, алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ярҙам итә башланы, - тине Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы. – Бөгөн беҙ башҡарылған эштәр тураһында отчёт бирергә, һөйләргә тип түгел, бер-беребеҙгә рәхмәт әйтергә йыйылдыҡ. Һәр башланғыс шишмә булһа, барыбыҙ бергә ҡушылһаҡ, ҡаршы тора алмаҫлыҡ көслө йылғаға әйләнәбеҙ. Тыл - ябай һүҙ түгел. Ул - һеҙ, һеҙҙең ҡулдар, һеҙҙең йөрәк. Еңеүҙе яҡынайтыуға индергән өлөшөгөҙ, фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт.
Һүҙен тамамлап Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы айырыуса әүҙем ирекмәндәрҙе тәбрикләп үтте. Был көндө Мораҡ ауылынан “Россияночка”, Красноусолдан “Ышаныслы тыл” ирекмәндәр төркөмө, Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты, Еҙем-Ҡаран, Үтәк, Ҡурғашлы ауылы ирекмәндәре, шулай уҡ Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы, “Йәш гвардия”сылар, “ДОСААФ”-тың урындағы бүлексәһе етәксеһе Василий Калачигов, ирекмән, МХО яугиры ҡатыны Эльза Ғәббәсова һәм “Ватан һаҡсылары” фондының район бүлеге социаль координаторҙары Рәмзиә Юлмөхәмәтова менән Рәмзиә Хисаметдинова Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Форумда ҡатнашыусылар алдында шулай уҡ Ирек Зарипов, МХО ветерандары Олег Мөфтәхетдинов, Илья Макаров сығыш яһаны. Яугирҙар фронт менән тылдың берҙәмлеге оло әһәмиәткә эйә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, алғы һыҙыҡтағыларға оло ярҙамдары өсөн ирекмәндәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерһә, Ирек Айрат улы ихтыяр көсө булғанда бик күп ауырлыҡтарҙы еңеп, ҙур уңыштарға өлгәшергә мөмкин булыуын аңлатты. М.Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы етәксеһе Рәмзиә Насирова алда торған пландары менән уртаҡлашты. Сара район мәҙәниәт йорто йырсылары Гөлфирә Әлмөхәмәтова һәм Разалия Салауатова башҡарыуындағы аһәңле йырҙар менән тамамланды.
Бүленгәнде бүре ашар, тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәгәндер. Бөгөнгө етди һынау ваҡытында беҙ берҙәм булып, бер-беребеҙгә ярҙам иткәндә Еңеү мотлаҡ беҙҙең яҡта буласаҡ, тигән бер уй-фекерҙә таралышты район ирекмәндәре сираттағы форумдан.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.