-13 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуарҙар өсөн
27 Октябрь 2017, 12:44

Беҙгә “Стартап автобусы” килә

2 ноябрҙә райондың яңы эш башлаған эшҡыуарҙары, шулай уҡ үҙ эшен асырға планлаштырыусылар өсөн ҡыҙыҡлы проектта ҡатнашыу мөмкинлеге бар. Ул - Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты менән Башҡортостан Республикаһы Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам фондының берлектәге “Стартап автобусы” тигән проекты, унда республиканың башҡа муниципаль берәмектәренән дә бизнес вәкилдәре ҡатнаша.

2 ноябрҙә райондың яңы эш башлаған эшҡыуарҙары, шулай уҡ үҙ эшен асырға планлаштырыусылар өсөн ҡыҙыҡлы проектта ҡатнашыу мөмкинлеге бар. Ул - Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты менән Башҡортостан Республикаһы Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам фондының берлектәге “Стартап автобусы” тигән проекты, унда республиканың башҡа муниципаль берәмектәренән дә бизнес вәкилдәре ҡатнаша.

Проекттың төп маҡсаты – эшҡыуарҙарға республиканың муниципаль берәмектәре биләмәһендә иҡтисади эшмәкәрлектең өҫтөнлөклө төрҙәрен үҫтереүгә йүнәлтелгән яңы бизнес-проекттар булдырып, уларҙы артабан алға ебәреүҙә ярҙам итеү, шулай уҡ ҡыҙыҡлы тәжрибә алыу һәм яңы идеялар менән илһамланыу өсөн уңышлы эшләп килгән предприятиеларҙа экскурсияла булыу.

Автобустың маршруты Өфөлә башланып, Ауырғазы районы аша үтә һәм Красноусолда тамамлана.

Автобуста китеп барышлай проектта ҡатнашыусылар араһында дискуссия уҙа, улар профессиональ бизнес-тренер етәкселегендә “мейе штурмы”, “эшлекле уйын”да ҡатнашып, йәнә эксперттар фекерен иҫәпкә алып, бойомға ашырыр өсөн яңы бизнес-идеялар уйлап сығара (улар алдан әҙерләнгән булырға ла мөмкин), уларҙы үҙ районында нисек бойомға ашырып булыуын тикшерә. Әлбиттә, бергәләп тикшереүҙең ыңғай яғы – үҙ проектыңа төрлө яҡлап, киңерәк ҡарарға мөмкин булыуы. Бизнесыңды нисек яҡшыртырға, камилыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ, ылыҡтырғысыраҡ итергә күп идеялар тыуа.

“Стартап автобусы”нда тыуған бизнес-проекттар муниципаль берәмектә экспертиза үтер һәм артабан уларҙың иң яҡшылары республика кимәлендәге эксперттар ҡарауына тапшырылыр, тип иҫәп тота проектты ойоштороусылар. Экспертизаның ике кимәлдәгеһен дә уңышлы үткән проекттарға дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк.

Автобустың маршруты Красноусол ауылында тамамлана. Иртәнге сәғәт 10-да Район мәҙәниәт һарайында проектта ҡатнашыусылар өсөн төрлө темаға, шул иҫәптән бизнесты планлаштырыу, дәүләт һатып алыуҙарында ҡатнашыу, социаль эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла.

Бында Ғафури эшҡыуарҙары үҙ проект-тары һәм идеялары хаҡында һөйләйәсәк. Ҡатнашыусылар иһә киләсәктә муниципаль райондың йәки БР Дәүләт комитетының, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам инфраструктураһы ойошмаларының билдәләнгән тәртиптәге ярҙамын алыуы ихтимал яңы бизнес-проекттар булдырыу һәм үҙ бизнесын үҫтереү буйынса тәҡдимдәрен индерә ала.

Үҙ бизнесын булдырырға һәм үҫтерергә теләгән әүҙем тормош позициялы эшҡыуарҙарҙы был проектта ҡатнашырға саҡырабыҙ.

Проект хаҡында өҫтәмә мәғлүмәтте БР Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам фондының Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам үҙәгенә мөрәжәғәт итеп алырға була, телефоны: 8(347)216-40-80, e-mail: fond-mb-cpp@ mail.ru.

Проектта ҡатнашыуға яҙылыу һәм ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы биреү өсөн район хакимиәтенең иҡтисади үҫеш бүлегенә 1 ноябргә тиклем шылтыратығыҙ, телефондар: 2-18-72, 2-24-49.