-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуарҙар өсөн
6 Ноябрь 2018, 17:24

Эшҡыуарҙар өсөн6 Уҡыуға саҡырабыҙ

2018 йылдың 5 – 17 ноябрендә Ишембай ҡалаһында үҙ эшен асырға уйлаусы, яңы эш башлап тороусы һәм эшләп йөрөүсе эшҡыуарҙар өсөн махсус уҡыуҙар үткәрелә.

Программала: эшҡыуарлыҡты ойоштороуҙың хоҡуҡи нигеҙҙәре, эшҡыуарлыҡ өлкәләрен эҙләү технологиялары, кесе эшҡыуарлыҡ предприятиеһының бизнес планын төҙөү һәм эшләү, эшҡыуарлыҡтың финанс грамоталылығы, шул иҫәптән һалым һалыу һәм бухгалтерия иҫәбе, эшҡыуарлыҡҡа төбәк дәүләт ярҙамы һәм башҡалар.

Уҡыуҙар Ишембай ҡалаһы, Ленин урамы, 60-сы йорт адресы буйынса үтә. Башлана 5 ноябрь, 10.00 сәғәттә. Бәйләнешкә инер өсөн 8-927-314-86-90 телефонына (Лия Фәрит ҡыҙы Насретдинова) шылтыратырға була. Курстарға 2-18-72, 2-24-49, 8-965-94-50-813 телефондары аша йәки район хакимиәтенең иҡтисад бүлегенә мөрәжәғәт итеп яҙылырға мөмкин.

Светлана ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА,
район хакимиәте башлығы урынбаҫары.