Бөтә мосолман донъяһы өсөн изге ай – Рамазан айы үтеп китте. Барса халыҡ ислам динендәге иң оло байрамдарҙың береһе – Ураҙа байрамына йыйылды. Беҙҙең Бурлы ауылында ла Ураҙа ғәйете бик матур үтте.
Иртән иртүк ауылдаштарын байрамға саҡырып мәсет манараһынан аҙан тауышы яңғыраны. Ауылыбыҙҙың имам-хатибы Фәнис хәҙрәт килеүселәрҙе байрам менән ҡотлап, ғәйет намаҙы уҡырға саҡырҙы. Башҡа йылдарҙан айырмалы булараҡ быйыл уҡыусы балаларҙың күп килеүе, уларҙың матур итеп Ҡөрьәндән аяттар уҡыуы ауылдаштарын бик һөйөндөрҙө.
Ғәйет намаҙынан һуң барыһы ла байрам өҫтәленә саҡырылды. Байрамға үҙ күстәнәстәре менән килеүселәр байтаҡ ине. Бына инде нисә йыл рәттән Роза Сәйғафарова ауылдаштарын тәмле былау менән һыйлай. “Урожай” крәҫтиән хужалығы етәксеһе Нәжип Хисаметдинов йыл һайын Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдарына ит менән тәьмин итә. Ураҙа ғәйетенә йыйылған халыҡ байрамды ойоштороусы имам-хатиб Фәнис хәҙрәткә, Нәжип Мәжит улына, тәмле аштар бешереп һыйлаусы, тәрбиәләүсе ҡатын-ҡыҙҙарға ҙур рәхмәттәр әйтеп, ил-көнгә тыныслыҡ теләп доға ҡылдылар.