Ғәйет намаҙы уҡылғас, тәҡбир тәшриҡ әйтелде, доға ҡылынды. Унан һуң бар халыҡ мәсет урамына ябылған өҫтәлдәрҙә ғәйет былауы менән һыйланды. Фытыр саҙаҡаһын һалырға халыҡ мәсеткә 4 көн һуҙымында килде.
Бындай Ғәйет намаҙҙары райондың һәр ауылында тиерлек ойошторолдо. Полиция хеҙмәткәрҙәре байрамға килгән халыҡтың тыныслығын һаҡланы.
8 июль 11.00 сәғәттә Курорт ауылы мәсете биләмәһендә балалар һабантуйы үтәсәк. Теләге булған бар халыҡты һабантуйға саҡырабыҙ.
Красноусол мәсете имам-мөхтәсибе.