Ул дини белемде тәүҙә Өфө ҡалаһында Мәрйәм Солтанова исемендәге мәҙрәсәлә, һуңынан Мысырҙа, Ҡаһирәнең “Әл-Әзһәр” Бөтә донъя ислам университетында ала. 6 йыл ғилем алғандан һуң, Башҡортостан Республикаһы Диниә назараты йүнәлтмәһе менән районға эшкә килә. Ейәнсурала тыуып
үҫкән Илдар Баймаҡ һылыуы Светлана менән тормош ҡорғандар. Йәш, иманлы ғаилә 2 ул, 1 ҡыҙ үҫтерә. “Аллаһы Тәғәлә барыбыҙға ла тәүфиҡ биреп, ҡушҡандарын үтәп, тыйғандарынан тыйылып йәшәүебеҙҙе насип итһен ине. Район халҡының киләсәге нурлы, ғаиләләребеҙ бәхетле, ил-көндәребеҙҙең тыныс булыуын күреп ғүмер итергә яҙһын. Ҡорбан ғәйете менән ҡотлайым һәм байрамға саҡырып ҡалам,”- тине Илдар хәҙрәт хушлашҡанда.