+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иман
17 Август 2018, 13:05

Ҡорбан салыу тәртибе

Ҡорбан ғәйет намаҙы үткәндән һуң салына. Ниәтләп ҡорбанды салғандан һуң, 2 рәҡәғәт нәфел намаҙы уҡыла.

Ҡорбан итен өс өлөшкә бүлеп, береһе үҙеңә, икенсеһе – туғандарға, өсөнсө өлөшө етем, мохтаж кешеләргә бирелә. Бер һарыҡ - бер кеше, бер һыйыр 5-7 кеше исеменән салына.

Ҡорбан салыу доғаһы:

“Иннә саләәтии үә нүсүкии үә мәхйәәйә үә мәмәәтии лилләәһи раббил- ғәәләминә ләә уәхдәһү лә шәриикә ләһ.”

Доғаны ғәрәпсә уҡый алмаған осраҡта: “Йа, Раббым, бөтөн ҡылған ғибәҙәттәребеҙ, уҡыған намаҙҙарыбыҙ, салған ҡорбандарыбыҙ – барыһы ла Һинең ризалығың өсөн генә. Һинең һис тиңдәшең юҡ,” – тип әйтһә лә була. Малды салғанда ҡорбандың кем исеменән икәнен әйтеп, “Бисмилләәһи Аллааһу әкбәр” тип салырға кәрәк.

Ҡорбанды өс көн дауамында салырға мөмкин. Һәр көн Аллаһ ҡаршыһында бер тигеҙ дәрәжәгә эйә. Аллаһы Субханәһү үә Тәғәлә Ҡорбан салған кешегә сауабын һарыҡтың күпме йөнө булһа, шул тиклем итеп бирә. Әммә ләкин әгәр ҙә ул кеше Ҡорбаны менән маҡтанып йөрөһә, сауабын юя, һәм ул Ҡорбан риянан, йәғни кешегә күрһәтеп эшләүҙән була.
Читайте нас: