Тағы ла шуныһы, изге эш башҡарыуға ҡарамай, арабыҙҙа битараф, йә ҡаршы килеүселәр ҙә табылыуы ихтимал. Ундай кешеләргә шуны әйтке килә, теләһә ниндәй уйҙырма, нахаҡ хәбәрҙәре, ялған ялыуҙары менән иманлы эшкә аяҡ салмаһындар ине. Кешенең ысын йөҙө ошондай осраҡтарҙа асыла. Аллаға шөкөр, намыҫлы ауылдаштарыбыҙ хәләл ризыҡ менән туҡланып, барына шөкөр итеп, кеше малына ҡул һуҙмай бәрәкәтле тормошта йәшәйҙәр. Ғөмүмән, ауылыбыҙҙың 140 йортоноң хужалары иғәнәгә аҡса табырҙар, бағыусылар һәм хөкүмәтебеҙ ярҙамы менән изге эшебеҙҙең осона сығырбыҙ тип уйлайбыҙ.