-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иман
17 Апрель 2019, 19:48

Бергәләп атҡарып сығайыҡ

Ғинуар аҙаҡтарында гәзитебеҙҙә Имәндәш ауылында мәсет төҙөү тураһында мәҡәлә баҫтырып сығарғайныҡ инде. Ошо ваҡыттан һуң диләнкә бүлдереп, ағасын ҡырҡып бөтөп, бүрәнәләр ташылды.

Һуңғы бер аҙнала ауылыбыҙҙың намыҫлы ир-егеттәре көн дә эшкә сығып, бүрәнәләрҙе әрсеү менән шөғөлләнде. Бер төркөм егеттәребеҙ мәсет бураһы бураһа, икенселәре пилорамала таҡта ярҙырырға ла өлгөрҙө. Буралып бөткәс мәсетте ултыртыр урынын юллау буйынса ла эш бара. Әлбиттә, төҙөлөшөбөҙ ҙур сығымдар ҙа талап итәсәк, етәкселәребеҙгә, депутаттарыбыҙға мөрәжәғәт итһәк, ыңғай яуапһыҙ ҡалмабыҙ тип өмөт итәбеҙ. Шулай уҡ был изге эштән ситтә ҡалған ауылдаштарыбыҙҙың барыһы ла башҡалар ыңғайына эшкә сығыр һәм иғәнәләрен дә ҡыҙғаныуҙан һаҡланыр тип ышанабыҙ. Аллаһы Тәғәләбеҙ ризалығы өсөн төҙөй башлаған иман йортон иҫәнлек-һаулыҡта төҙөп бөтөрөргә яҙһын.

Ошо изге эштә ҡатнашыусы барлыҡ мосолман ҡәр-ҙәштәребеҙҙең шәхсән үҙҙәренә, шулай уҡ ғаиләләренә Хоҙай Тәғәләбеҙҙең рәхмәттәре насип булһын.


Читайте нас: