Ауылдарҙа яңы мәсеттәр һалыныуы халыҡтың һуңғы йылдарҙа әхлаҡи тәрбиәгә әһәмиәт биреп, иманға, дингә тартылыуы ыңғай күренеш. Оҙаҡ ҡына көткәндән һуң, ниһайәт, Имәндәш ауылы халҡы ла мәсетле булды. Йәйҙең иң йәмле - бөтә мосолман донъяһы Ҡорбан байрамын билдәләгән көндәрҙең береһендә - 11 июлдә ауыл халҡы ҙур шатлыҡ кисерҙе – күккә олғашҡан манаралы иман йортон асыу тантанаһы булып уҙҙы. “Имандаш” тип аталған был мәсет 100 йылдан һуң Хоҙайҙың ҡөҙрәте менән ҡалҡып сыҡты.
Имәндәштәрҙең шатлығын уртаҡлашырға Башҡортостан Мосолмандары Диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Айнур хәҙрәт Бирғәлин, район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, район Советы һәм район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Зәйнетдинов, Ғафури районының имам-мөхтәсибе Фәнил хәҙрәт Басиров, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, танылған мөнәжәтсе, йырсы, музыкант Радик Динәхмәтов, республика "Мәргән уҡсы" хәрәкәте етәксеһе Юлай Ғәлиуллин һәм ауылдан сыҡҡан башҡа абруйлы ҡунаҡтар килгәйне.
Мәсет асыу халыҡты, бигерәк тә йәштәрҙе тәүфиҡлы, иманлы итеп тәрбиәләүҙә ҙур өлөш индерә. Иман йорто тарихи ҡомартҡы ғына булып ҡалмаһын, бар халыҡты үҙенә ылыҡтырып, саҡырып, нур сәсеп, балҡып торһон, тигән теләктә ҡалды ағинәйҙәр һәм мөнәжәт әйтеп, ҡунаҡтарҙы ҡаршыланылар.
Аҙан тауыштары яңғырап, башлап доға уҡылғандан һуң, Башҡортостан Мосолмандары Диниә назаратының баш мөфтөйө Айнур хәҙрәт Бирғәлин сығыш яһап, сараға фатиха бирҙе, ауыл халҡының шатлығын уртаҡлашты. Уларҙы мәсетле булыуҙары менән тәбрикләне, мәсет асылған көндән алып бында илткән юлдан кеше өҙөлмәүен, ауылда иманлы кешеләр артыуын теләне:
- Хөрмәтле ҡәрҙәштәрем, мин Аллаға шөкөр, Ғафури районы менән яҡшы таныш, район етәксеһе Фәнзил Фәйез улы менән дә яңыраҡ күрешеп, Толпар ауылында мәсет төҙөү буйынса килештек һәм нигеҙ һалып, төҙөлөшө алып барыла. Күрше Ишембай районынан бер мәсьәләне хәл итергә мөхтәсибте Ғафуриға ебәргәйнем, ҡыуанып ҡайтҡан, был районда етәксе яҡшы, уға кереү менән биш минут эсендә һорауҙы хәл иттек. Һәм тағы ла яңы мәсеттәр төҙөүҙе үҙе үк тәҡдим итеп тора, ти. Аллаға шөкөр, ҡәрҙәштәр, бөгөнгө көндә ауылдарыбыҙҙа мәсет артынан мәсет асыла. Бөгөн һеҙҙең бик матур, күркәм һәм мөһим көнөгөҙ, сөнки ауылға, Әлхәмдүллилләһ, мәсет ҡайтты. Мәсет ябыҡ һәм буш тормаһын, иман йорто имамдыҡы ла, ауыл биләмәһе башлығыныҡы ла түгел, ә мәсет Аллаһы Тәғәләнең йорто, ул һеҙҙең барығыҙҙың да өйөгөҙ. Һәр бер кеше бында килеп, Аллаһы Тәғәлә менән аралашырға, намаҙ уҡырға тейеш. Ағинәйҙәр үҙҙәренең сараларын уҙғарырға, балалар Ҡөрьән, мөнәжәттәр ятларға, ирҙәр йыйылып кәңәшләшергә тейештәр. Үҙебеҙ өсөн генә йәшәмәйек, халҡыбыҙ өсөн йәшәргә тейешбеҙ. Шул саҡта Аллаһы Тәғәлә бәрәкәт бирәсәк. Ал да нур сәс халҡыңа тигән девиз аҫтында йәшәйек, - тине Айнур хәҙрәт. Һәм байрамға буш ҡул менән килмәүҙәрен билдәләп, мәсеткә саң һурҙырғыс бүләк итте. Шулай уҡ тос ярҙамдары өсөн ра-йон хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улына, Марсель Рәсүл улына, Гөлшат Фәрит ҡыҙына, Әхнәф Әхиәр улына, Айнур Әхмәт улына, Мөхәмәт Камил улына, Альмира Әхмәтгәрәй ҡыҙына, Гөлира Рәхимйән ҡыҙына, Уҫман ауылынан Миндель хәҙрәткә, Әлфир Әлтәф улына, Рәшит хәҙрәткә, Әсмә Камаловаға, Ғәли Әхмәт улы (мәрхүм булған), Фәйрүзә Хасбулатоваға, Шәүрә Ғәббәс ҡыҙына, Салауат хәҙрәт Түзбәковҡа Башҡортостан Мосолмандары Диниә назаратының Рәхмәт хаттарын тапшырып үтте.
Артабан һүҙ район хакимиәте башлығы Ф.Сыңғыҙовҡа бирелде.
- Бөгөн, ысынлап та, районыбыҙҙа, Имәндәш ауылында ошо изге көндө ҙур шатлыҡлы ваҡиға. Нисәмә йылдар тырышып, нисәмә йылдар эшләп, барлыҡҡа килтерелгән мәсет халыҡ алдында үҙенең нуры менән балҡып тора. Әйтергә кәрәк, мәсет төҙөлөшөнә ауыл халҡы, ауылдың ир-егеттәре, ағай-апайҙар, оло кешеләр, ағинәйҙәр күп көс һалды. Халыҡ көсө менән күтәрелгән мәсет нур биреп тора. Мәсет халыҡтың йыйылып, дини байрамдарҙы уҙғарыу урыны булырға тейеш. Был иман йорто яман юлға баҫыусыларҙы хаҡ юлға баҫтырыуҙа, халыҡты яҡшылыҡҡа, изгелеккә өндәүҙә ҙур эш башҡарыр, тип ышанам һәм изге айҙарҙың изге көнөндә асылған мәсет һәр ҡайһыбыҙға изгелектәр генә теләп торһон, - тине Фәнзил Фәйез улы. Район хакимиәте исеменән бүләккә аҙан тауыштарын яңғыратыу өсөн аппаратура килтереүҙәрен билдәләп үтте. Фәнзил Фәйез улы мәсет төҙөүселәр Радик Рәжәп улы Әминевты, Марат Зиннур улы Ишембәтовты район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләне.
Район Советы рәйесе, Имәндәш төбәге буйынса район Советы депутаты Фаил Зәйнетдинов та изге теләктәрен еткерҙе һәм шәхси эшҡыуар Айрат Сәйфулла улы Ҡунафин менән Юлай Салауат улы Түзбәковҡа район Советының Маҡтау грамоталарын, Роберт Лотфрахман улы Түзбәковҡа, Рәмил Әхмәтша улы Мәхийәновҡа, Камил Инсаф улы Усмановҡа Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Иман йорто ауылдың уртаһында, уңайлы ерҙә урынлашҡан. Заманса тәҙрәләр ҡуйылған, ихатаһы евроштакетниктар менән кәртәләнгән, урамын сәскәләр биҙәй. Имәндәш ауылы халҡы 100 йыл мәсетһеҙ йәшәгән. Халыҡ дингә, иманға әйләнеп ҡайта башлаған мәлдә, мәсеттең кәрәклеге тағы көн ҡаҙағына һуҡҡан мәсьәләгә әүерелә. Бынан дүрт йыл элек мәсеткә нигеҙ һалына. Мәсеттең тәүге имамы вазифаһы Салауат Түзбәковҡа йөкмәтелә. Үҙ вазифаһын матур итеп башҡарыр, тигән фекерҙә халыҡ, сөнки ул ҡапыл ғына имам булып киткән кеше түгел, олатаһы күп йылдар мәсет тотҡан, указлы мулла-мөғәллим, уның 1900 йылда беренсе үҙе төҙөп асҡан мәктәбе Имәндәштә 100 йыл эшләгән, тигән фекер әйтелде. Салауат хәҙрәт Түзбәков, Ғафури районының имам-мөхтәсибе Фәнил хәҙрәт Басиров, Имәндәш ауыл биләмәһе башлығы Әхнәф Ноғайғолов, ислам диненә хеҙмәт иткән районыбыҙ ауылдары имамдары, Красноусолдан Альмира Ғөбәйҙуллина, Имәндәш ауылы ағинәйҙәре һәм башҡаларҙың был иҫтәлекле көндә әйтер һүҙҙәре, изге теләктәре күп булды, инселәп килтергән бүләктәрен дә тапшырҙылар. Радик Динәхмәтов тәрән мәғәнәле, уйланырға мәжбүр иткән мөнәжәттәр йырлап ишеттерҙе, мөнәжәттәр тупланған дискылар бүләк итте. Йәнә бер төркөм мәсетте төҙөүҙә ҙур ярҙам күрһәтеүселәр Имәндәш ауыл хакимиәте исеменән бүләкләп үтелде. Имәндәш ауылының иң оло кешеһе – Хәтирә апай ҙа таяҡҡа таянып булһа ла мәсет асыу тантанаһына килгән, хәҙрәт булмағанда уны алыштыра ла икән, бүләген дә тапшырҙы. Ғөмүмән, мәсет асыу тантанаһына ҡунаҡтарҙың береһе лә буш ҡул менән килмәгәйне. Изге Ҡөрьән китаптары, мәсеткә кәрәкле әйберҙәр бүләк ителде.
- Ошо изге эштә ҡатнашҡан бөтә мосолман ҡәрҙәштәребеҙгә Аллаһы Тәғәләнең рәхмәттәре етһен. Бәлки, кемдеңдер исеме лә әйтелмәй ҡалыр, үпкәләргә түгел, әммә Аллаһы Тәғәлә белә һәм күрә, уның рәхмәттәре яуһын, ғаиләгеҙҙә именлек, донъялар тыныс булһын. Киләсәктә бергә-бергә динебеҙҙе күтәреп эшләргә насип булһын, бергә һәм берҙәм булайыҡ, - тигән теләктә ҡалды Салауат хәҙрәт Түзбәков.
Бына тулҡынландырғыс мәл етә. Ҡыҙыл таҫма киҫелеп, тантанала ҡатнашыусылар мәсет эсенә үтә.
Иман йорто төҙөлөшөндә даими ярҙам ҡулы һуҙған Имәндәш ауылы ҡыҙы, абруйлы, билдәле шәхес Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы Ғилманова мәсет асыу тантанаһын матур итеп алып барҙы.
Иман йорто асылыуы ауыл халҡы өсөн ысын мәғәнәһендә ҙур байрамға әүерелде. Оло йәштәгеләр генә түгел, йәштәр ҙә ҡәнәғәтлек тойғоһон йәшермәне. Мәсет булған ерҙә – иман да булыр, тигән боронғолар. Ысынлап та, “Имандаш” мәсете лә Имәндәш ауылына иман килтерер, ҡот-бәрәкәт өҫтәр, тип ышанғы килә. Ауылда мәсет булғанда, беҙҙең киләсәгебеҙ бар, тигән теләктә ҡалды имәндәштәр.