-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иман
7 Июль 2023, 11:45

Ҡорбан ғәйете мөбәрәк үтте

Быйыл мосолмандарҙың ҙур, иң сауаплы байрамдарының береһе – Ҡорбан ғәйете 28 июнгә тура килде. Был мөбәрәк, изге байрамды донъяның барлыҡ илдәрендәге дини ҡәрҙәштәребеҙ кеүек, беҙҙең район мосолмандары ла көтөп алды һәм матур итеп билдәләне.

Ҡорбан ғәйете мөбәрәк үтте
Ҡорбан ғәйете мөбәрәк үтте

Байрам көндө иртәнге сәғәт 9-ға район үҙәге мосолмандары Красноусол мәсетенә ғәйет намаҙына йыйылды. Ҡорбан ғәйетенә килеүселәр араһында йәштәр ҙә, балалар ҙа, ғаиләләре менән килеүселәр ҙә байтаҡ ине. Һәр мосолман был байрамда матди хәленә ҡарап ҡатнашты. Мөмкинлеге булғаны ҡорбан салды, булмағаны был көндө хәйер-саҙаҡалар биреп, рухи күтәренкелек, сауап алып, Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенә иреште.
Иман барҙа – әхлаҡ бар, тиҙәр халыҡта. Йылдан-йыл дингә ылығыусылар, Ислам диненең изге ғәмәлдәрен үтәргә тырышыусылар һаны арта барыуы һөйөнөслө. Иман йортона байрамға 100-ләгән кешенең килеүе лә ошоға асыҡ дәлил.
Күмәкләшеп намаҙға баҫҡандан һуң, Ғафури районының имам-мөхтәсибе Фәнил хәҙрәт Басиров йыйылыусыларҙы мөбәрәк байрам менән тәбрикләне. Һәр кем уның ҡорбан салыу тарихы, иман, әҙәп тураһындағы вәғәздәрен ихлас тыңланы. Байрамда район Советы рәйесе Фаил Зәйнетдинов ҡатнашып, барыһын да байрам уңайынан ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Ғәйет намаҙы уҡылғас, ҡорбан салырға таралыштылар. Мәсет ихатаһында ҡорбан салдырырға теләүселәр бик күп булды, шулай уҡ һарыҡты үҙ ихатаһында салдырҙылар.
Мәсет ихатаһында ҡорбан итенән ҡаҙан тултырып былау әҙерләнде. Байрамға килеүселәр аш-һыуҙан, ҡорбан ашынан ауыҙ итте, табын артында иман, әҙәп, дин тураһында фекер алышып, күңелдәрен нурландырҙы.

Ҡорбан ғәйете мөбәрәк үтте
Ҡорбан ғәйете мөбәрәк үтте
Ҡорбан ғәйете мөбәрәк үтте
Ҡорбан ғәйете мөбәрәк үтте
Ҡорбан ғәйете мөбәрәк үтте
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: