Бында ошондағы мәхәлләгә йөрөүселәр генә түгел, шифаханала ял итеүсе, районға ҡунаҡҡа, шулай уҡ мосафир булып килгән мосолмандар ҙа бар ине.
Имам-хатип Илдар хәҙрәт Исмаилов барыһын байрам менән ҡотлап, вәғәз һөйләне, күмәкләп намаҙға баҫтылар. Һуңынан мәсет ихатаһында әҙерләнгән табынға рәхим иттеләр. Тәмле былау, сәй табынын әҙерләүҙә лә мәхәллә ир-егеттәре һәм ҡатын-ҡыҙҙары, Красноусол ағинәйҙәре әүҙемлек күрһәткән.
Был көндө күптәр ҡорбанлыҡ мал салдырҙы. Инде сауаптарын насип итеп, киләһе изге байрамдарҙы имен-аман, ил-көн именлегендә ҡаршыларға яҙһын, тип теләне һәр кем.