Байрамды ойоштороуыбыҙҙың маҡсаты – балалар сәләмәт булһын, яҡшы уҡыһын һәм эшләһен, махсус хәрби операциялағы яҡындарыбыҙ иҫән-һау йөрөһөн, имен-аман әйләнеп ҡайтһын, илдә тыныслыҡ булһын өсөн ҡорбан килтереү, изге байрамға килеүселәрҙең барыһына ла рәхмәт белдереү ине. Был Ҡорбан байрамына Мәскәүҙән, Татарстандан, Үзбәкстандан, Мәләүездән һәм Өфөнән 100-ҙән ашыу кеше килде.
Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, Ҡорбан байрамына килгән 87 йәшлек Фәниҙә, 88 йәшлек Рәйсә һәм 74 йәшлек Фәнүзә апай Табулдиналарға һәм башҡаларға рәхмәтлебеҙ.
Ауылдаштар, байрамға килеүсе ҡунаҡтар тәмле аш, былауҙан ауыҙ итте, өҫтәлдәр хәләл ризыҡтарҙан һығылып торҙо.
Ноябревка ауылы мәсете имам-хатибы Муса Кинйәбаев, шулай уҡ Ғәбделмәжит хажи, Әхмәтзәки Моратшин мәсеткә һалынған саҙаҡалар, салынған ҡорбан Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн булһын тип доға ҡылдылар. Донъялар имен, үҙебеҙ һау булып, алдағы йылдарҙа ла ошондай байрамдарҙа осрашырға насип итһен.
Флүрә БАҺАУЕТДИНОВА.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.