-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иман
16 Июль 2023, 12:55

Йәйҙең бер көнөндә

Уҡыу йылы тамамланғас, ислам дине нигеҙҙәре һәм ғәрәп телен үҙләштереү буйынса йыллыҡ эшкә йомғаҡ яһалды. Һәм июндең бер көнөндә балаларға байрам-экскурсия ойошторолдо. Дәрестәрҙә әүҙем ҡатнашҡан уҡыусыларҙы Игенйылға ауылындағы “Күркәм дөйәғоштар” фермер хужалығы зоопаркына алып барҙыҡ.

Йәйҙең бер көнөндә
Йәйҙең бер көнөндә

Ҡолҡан ауылының “Фәйзулла” мәсетендә уҡыусыларға дини белем һәм тәрбиә биреү эшен тейешле дини белемдәре булған мөғәллимәләр Зилә Фәхразый ҡыҙы Фәйзуллина һәм Хөснә Әхмәҙулла ҡыҙы Заһиҙуллина ҙур яуаплылыҡ менән алып барҙылар. Уҡыусылар ҙа дәрескә теләп йөрөнө.
Уҡыу йылы тамамланғас, ислам дине нигеҙҙәре һәм ғәрәп телен үҙләштереү буйынса йыллыҡ эшкә йомғаҡ яһалды. Һәм июндең бер көнөндә балаларға байрам-экскурсия ойошторолдо. Дәрестәрҙә әүҙем ҡатнашҡан уҡыусыларҙы Игенйылға ауылындағы “Күркәм дөйәғоштар” фермер хужалығы зоопаркына алып барҙыҡ.
Зоопаркта хайуандар донъяһы бай һәм күп төрлө: баһадир кәүҙәле дөйәғоштар, аҡыллы, наҙлы ҡарашлы боландар, көслө, мөһабәт кәүҙәле, тармаҡланып торған мөгөҙлө яктар һәм мышылар, яғымлы кәзәләр, тәкәббер ишәктәр, һөҙөргә әҙер торған уҫал тәкәләр, хәйләкәр төлкөләр, йөндәре ҡырылған, бүлкәс-бүлкәс арҡалы дөйәләр, йомшаҡ йөнлө ҡуяндар, ҡарт бүре, ҡиммәтле тиреле шәшке, тейен һәм һуҫарҙар, енот тоҡомло эттәр һәм башҡа күп төрлө хайуандарҙы күрергә була. Улар үҙҙәрен бик иркен тоталар, кешеләрҙән ситләшмәйҙәр. Уларға үлән, бесән, витаминлы аҙыҡтар ашаталар.
Ҡоштар донъяһы ла бик бай. Һәр төрлө ҡош өсөн айырым ситлектәр һәм оялар ҡуйылған. Төрлө төҫлө ҡаурый ҡанаттары менән хайран ҡалдырған тутыйғоштар һәм тауистар, төрлө тоҡомло тауыҡ-өйрәктәр, көмөш ҡаурыйлы һәм лимон төҫлө фазандар һәм башҡа бик күп төрлө ҡоштарҙы күрергә була.
Зоопаркта дөйәғоштар һаны ғына ла 140-ҡа етә икән. Улар бейек итеп кәртәләнгән ҡураларҙа йүгерешеп йөрөйҙәр, бейеп тә алалар. Уларҙы күҙәтеп тороу үҙе бер ҡыҙыҡ тамаша. Игенйылға зоопаркы Башҡортостанда ҡара Африка дөйәғоштарын аҫрау һәм үрсетеү менән шөғөлләнеүсе берҙән-бер хужалыҡ икән.
Балалар хайуандарҙы, ҡоштарҙы зоопарктың үҙендә бирелгән аҙыҡ менән һыйланылар, уларҙың тормошон ҡыҙыҡһынып күҙәттеләр. Һуңынан юл аша ғына урынлашҡан кафела дөйәғош һәм күркә итенән әҙерләнгән төрлө ризыҡтар менән һыйландыҡ.
Артабан Красноусол мәсетенә юлландыҡ. Унда беҙҙе Ғ.Ғ.Рахманғолова ҡаршы алды. Ғәлиә Ғәли ҡыҙы балаларға төрлө тәмлекәстәрҙән һығылып торған сәй өҫтәле лә әҙерләгән. Көндөҙгө өйлә намаҙында ла ҡатнаштыҡ. Балаларға мәсеттә лә бик оҡшаны. Иман йортонда булғанда уларҙа, киләсәктә ғәрәп телен ныҡлы өйрәнәбеҙ, тигән уй-ниәттәре тағы ла нығыныуына иманым камил.
Сәйәхәтебеҙҙе дауам итеп, тәбиғәт мөғжизәһе булған шифалы шишмәләргә юл тоттоҡ. Төрлө дауалау үҙенсәлектәренә эйә булған шифалы ләм һәм тоҙло шишмәләргә бай булған шифахана балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Көгөш йылғаһында, бассейндарҙа рәхәтләнеп һыу инеп алғандан һуң, яланда бергәләп тамаҡ ялғап, туңдырмалар менән һыйланып, ҡайтыу яғына юлландыҡ. Бай мәғлүмәтле экскурсия-сәйәхәт тәьҫораттары балалар күңелендә оҙаҡ һаҡланыр.
Балаларҙы ошондай матур сәйәхәттә үҙ машиналарында имен-аман йөрөтөп алып ҡайтҡан имам-хатип Ғәзиз Хәйруллин менән Шәһит Килмөхәмәтовҡа бик рәхмәтлебеҙ.
Фәниә ФӘЙЗУЛЛИНА.
Сәйетбаба ауылы.

Йәйҙең бер көнөндә
Йәйҙең бер көнөндә
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: