Бөтә яңылыҡтар
Иман
14 Февраль 2025, 11:00

Әҙәп бар ерҙә - иман бар

Һуңғы йылда мәсетебеҙҙә йәш мөғәллимәләрҙең тырышлығы менән балалар һәм уларҙың әсәләре өсөн матур саралар үткәрелә. Айгөл, Әлиә остаздарыбыҙ 1 февраль - Хиджаб көнөндә фәһемле йөкмәткеле байрам үткәрҙе.

Әҙәп бар ерҙә - иман бар
Әҙәп бар ерҙә - иман бар

Байрамдың төп ҡатнашыусылары матур яулыҡтар-хиджаб ябынып килгән ҡыҙ балалар, уларҙың әсәләре, өләсәләре һәм төрлө йәштәге мөслимәләр булды. Инвалид балалар йәмғиәтен етәкләүсе Ләйсән Ислам ҡыҙы Табулдина алып килгән милли биҙәүестәр байрамды сағыу төҫтәр менән биҙәне.
Сара Ҡөрьән сүрәләре, хәҙистәр, үҫемлектәр, йәнле тәбиғәт донъялары менән бәйләп, мауыҡтырғыс итеп алып барылды.
Әсәле-ҡыҙлы 7 пар: Кәримова Лилиә ҡыҙы Карина һәм ейәнсәре Самира менән, Исмаилова Светлана ҡыҙы Аҫыл менән, Кәримова Алина ҡыҙы Арина менән, Ғәлиева Флүрә ҡыҙы Айһылыу менән, Кәримова Илгизә ҡыҙы Ильвина менән, Нәзирова Ләйсән ҡыҙы Айсель менән, Әбйәлилова Ләйсән ҡыҙы Самира менән матур итеп яулыҡ бәйләү, һүрәт төшөрөү, салфеткалар, еләк-емеште биҙәү (карвинг) кеүек һөнәрҙәрен күрһәтте.
Байрам конкурс формаһында барһа ла, ҡатнашыусылар ғәжәп тыныс, бер-береһенә йылы мөнәсәбәттә берҙәмлек һәм татыулыҡ мөхитендә көс һынашты.
Оло быуын мөслимәләр Ғәлиә, Альмира, Әминә өләсәйҙәрҙән торған жюри конкурсанттарҙың бөтәһен дә хаҡлы рәүештә еңеүсе тип иғлан итте. Сөнки был байрамда иман, Ҡөрьән хаҡлығы, татыу-лыҡ, сафлыҡ, эскерһеҙлек, быуындар бәйләнеше, фәһемле хәтирәләр, ғәҙеллек хөкөм һөрҙө.
Әлхәмдүлилләһи Раббил ғәәләмииин!

Нәфисә-Әминә Әминева.

Красноусол ауылы.

Әҙәп бар ерҙә - иман бар
Әҙәп бар ерҙә - иман бар
Әҙәп бар ерҙә - иман бар
Әҙәп бар ерҙә - иман бар
Әҙәп бар ерҙә - иман бар
Әҙәп бар ерҙә - иман бар
Автор: Зифа Гайсина
Читайте нас