Бөтә яңылыҡтар
Иман
21 Февраль 2025, 13:55

Иман йортонда яугирҙар менән осрашыу

Үткән аҙнала Красноусол ауылы мәсетендә махсус хәрби операция биләмәһенән ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙар менән бик әһәмиәтле, шул уҡ ваҡытта тулҡынландырғыс осрашыу үтте. Иман йорто имамдары һәм мосолман ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы “Ышаныслы тыл” ирекмәндәр төркөмө менән берлектә ойошторған был сараға “Кот”, “Бабай”, “Пастух”, “Москва” позывнойлы яугирҙар саҡырылғайны.

Иман йортонда яугирҙар менән осрашыу
Иман йортонда яугирҙар менән осрашыу

Осрашыуҙа район хакимиәтенең социаль һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге начальнигы Эльвира Сабирова, район Советы депутаты Марсель Ғүмәров, “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” ирекмәндәр штабы рәйесе Рәмзиә Насирова, “Форсат” йәштәр үҙәге директоры Рәшиҙә Килмөхәмәтова һәм белгесе Ләйсән Юлыҡова, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындары, ирекмәндәр ҙә ҡатнашты.
Осрашыу “Фатиха” сүрәһе менән башланып, барыһы ла махсус хәрби операцияның тиҙерәк Еңеү менән тамамланып, ерҙә тыныслыҡ, именлек урынлашыуын, ут эсендә йөрөгән ир-егеттәрҙең иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп доға ҡылдылар.
- Тәү ҡарашҡа беҙ, бындағылар, ҡәҙимге тыныс тормошта йәшәгән кеүекбеҙ. Иртә менән эшкә барабыҙ, көндәлек проблемаларҙы хәл итәбеҙ... Шул уҡ ваҡытта күңел тыныс түгел, махсус хәрби операцияның барышы, ундағы яҡташтарҙың хәле тураһында уйланмаған кеше юҡтыр. Сөнки күптәрҙең ғәзиз улдары, яҡындары, дуҫ-таныштары алғы һыҙыҡта, беҙҙең тыныслығыбыҙ һағында, - тине район Советы депутаты Марсель Ғүмәров яугирҙарға мөрәжәғәт итеп.
- Һеҙгә, хөрмәтле егеттәр, ғүмерегеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып илебеҙҙең, беҙҙең именлегебеҙҙе һаҡлауығыҙ өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн беҙ, тылдағылар, һеҙгә ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам итәсәкбеҙ. Иң мөһиме, барығыҙ ҙа еңеү менән иҫән-имен әйләнеп ҡайтығыҙ, - тине ул.
Артабан осрашыуға килгән яугирҙар сараға йыйылыусыларҙы үҙҙәре менән ҡыҫҡаса таныштырып үтте.
Өлөшләтә мобилизация буйынса беренселәрҙән булып ил һағына баҫҡан “Бабай” водитель булып хеҙмәт итһә, махсус хәрби операция башланыу менән Оборона министрлығы менән килешеү буйынса алғы һыҙыҡҡа юлланған хәрби хәрәкәттәр ветераны “Пастух” разведчик икән. Ә бына тыныс тормошта бик шәп һунарсы булған “Кот” “Башҡортостан” полкында пулемётсы. Һөйләшеү барышында ҡунаҡтар тылдан килгән ярҙамдың алғы һыҙыҡтағылар өсөн бик мөһим һәм әһәмиәтле булыуын билдәләп, әленән-әле үҙҙәренә беренсе сиратта кәрәк булған әйберҙәрҙе туплап ебәреүҙәре өсөн ирекмәндәргә ихлас рәхмәт әйттеләр.
- Һеҙҙең ярҙам, айырыуса маскировка селтәрҙәре, бик кәрәк. Тап улар ярҙамында күпме техника , күпме яугирҙарҙың ғүмере һаҡлана. Һеҙ әҙерләп ебәргән күстәнәстәр, балаларҙың хаттары беҙҙең күңелде йылыта, беҙҙе еңеүгә дәртләндерә, - тине осрашыуға килеүселәргә мөрәжәғәт итеп “Кот” позывнойлы яугир.
“Ышаныслы тыл” ирекмәндәр төркөмө исеменән Миңнесара Заһиҙуллина, махсус хәрби операция ветераны әсәһе, хажиә Альмира абыстай Ғөбәйҙуллина осрашыуға килгән яугирҙарҙы яҡынлашып килгән Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлап, бүләктәр тапшырҙы. “Форсат “ йәштәр үҙәге етәксеһе Рәшиҙә Килмөхәмәтова иһә “тыуған яҡ, тыуған йорт йылыһы символы булып, тыуған яғығыҙға, яҡындарығыҙ янына тиҙерәк еңеү менән иҫән-имен әйләнеп ҡайтырға дәртләндерһен”, тигән теләктәр менән Йәш шайморатовсылар эшләгән бетеүҙәрҙе бүләк итте.
Артабан аралашыу сәй табыны артында дауам итеп, башта хәҙрәт Мирас Шәрипов еребеҙҙә тиҙерәк именлек урынлашып, яугирҙарҙың барыһы ла иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләп, Ҡөрьән аяттары уҡыны. Дин әһелдәренең Аллаһы Тәғәләнән ил именлеге, тыныслыҡ хаҡына ут эсендә йөрөгән барса ир-егеттәрҙең, ниндәй милләттән булыуына ҡарамаҫтан, һәр береһен фәрештәләр үҙ ҡанаты аҫтына алып, һаҡлап йөрөтһөн, тип үтенеүе, изге теләктәре сарала ҡатнашыусы һәр кемдең йөрәгенә үтеп ингәндер.
- Ошондай осрашыуҙар берҙәмлек, үҙ-ара ярҙам һәм оло еңеүгә ышаныс билдәһе. Яҡташтарығыҙҙың изге теләк-доғалары, ышанысы һәм даими ярҙамы һеҙгә көс-ҡеүәт, рух ныҡлығы өҫтәһен, барығыҙға ла еңеү менән әйләнеп ҡайтырға яҙһын, - тине сараны йомғаҡлап Эльвира Нурислам ҡыҙы.
Дөйөм алғанда, был сара һәр кемдә йылы тойғолар ҡалдырып, тылдағыларҙың яугирҙарға ярҙамы һәм ышанысы мотлаҡ еңеү килтерәсәк, тигән фекерҙе тағы ла нығытты.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

Иман йортонда яугирҙар менән осрашыу
Иман йортонда яугирҙар менән осрашыу
Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас