-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Бурысығыҙҙы намыҫ менән үтәгеҙ!

Билдәле булыуынса, 1 октябрҙән әрмегә көҙгө саҡырыу башланды. Ул 31 декабргә тиклем дауам итәсәк. 25 октябрҙә тәүгеләрҙән булып 7 егет Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафына баҫты ла инде.

Геройҙар Аллеяһы янында митингынан һуң иҫтәлеккә фото.
Геройҙар Аллеяһы янында митингынан һуң иҫтәлеккә фото.

25 октябрҙә буласаҡ ил һаҡсылары өсөн тантаналы сара үтте. Башта Красноусолдағы Геройҙар Аллеяһы янында митинг булды. Яуҙа һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә ҡуйылған обелискыға сәскә гөлләмәләре һалғандан һуң, барыһы ла район мәҙәниәт һарайына сараға йыйылды. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙы оҙатыу кисәһенә Ғафури һәм Ауырғазы райондары хәрби комиссары, подполковник Файруз Ғимаҙиев, район хакимиәте башлығының мобилизация эштәре бу-йынса ярҙамсыһы Владимир Герасимов, район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова һәм башҡалар килде. Улар егеттәргә рух ныҡлығы, ил алдындағы бурыстарын намыҫ менән үтәүҙәрен теләне. Быйылғы көҙгө саҡырылышта бөтәһе 42 егет әрме сафына алынасаҡ.

Егеттәр һалдат тормошона арналған ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап бирҙе, иң отҡорҙар сәхнә түренә саҡырылып бүләкләп үтелде. Район хәрби иҫәп пунк-ты хеҙмәткәре Марат Йәнбәков байрамды ойоштороп уҙғарыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм ноябрь-декабрҙә хәрби хеҙмәткә саҡырыласаҡ егеттәрҙең исемлеген уҡып ишеттерҙе.

Сараны алып барыусы Рәзилә Хәбибуллина “Армия” һүҙен статистика теленә әйләндергәндә, ул егеттең 1 йыл буйына яҡындарынан йыраҡта, 12 ай ата-әсәһе - улһыҙ, 52 аҙна ҡыҙ егетһеҙ, 365 көн һалдат паспортһыҙ, 8 мең 760 сәғәт егет гражданлыҡһыҙ, 525 мең 600 минут мөхәббәтһеҙ, 31 миллион 536 мең секунд дуҫтарһыҙ булыуын билдәләп үтте.

Рәмил Ҡотдосовтың ҡурай моңдары, Эльвира Насирова, Гөлфирә Бәширова менән Фәнзил Ғәлин, уҡыусы Мгер Аванесян башҡарған йырҙар, “Эксклюзив” өлгөлө бейеү ансамбленең сағыу бейеүҙәре кисәгә матур биҙәк өҫтәне.

Егеттәргә илебеҙҙең данлы улдары булып, намыҫ менән лайыҡлы хеҙмәт итеп, имен-һау әйләнеп ҡайтырға насип булһын. Хәйерле юл, Ватан һаҡсылары!


Читайте нас: