Һуңынан барыһы бер сафҡа теҙелеп, район мәҙәниәт һарайында үтәсәк сараға юлланды. Бында уларҙы патриотик рухтағы көйҙәр уйнап тынлы оркестр (художество етәксеһе – Сергей Князев) ҡаршы алды.
Буласаҡ һалдаттарҙы БР Хәрби комиссариатының Ғафури һәм Ауырғазы райондары бу-йынса бүлеге начальнигы Файруз Ғимаҙиев тәбрикләп, әрме тормошон ентекләп аңлатып үтте.
- Армия – тормош мәктәбе. Бер йыл һә тигәнсе үтер ҙә китер. Шарттар һәйбәт, борсолорға урын юҡ. Быға тиклем Ғафуриҙар ил алдындағы бурыстарын һәйбәт үтәп килде. Биш Советтар Союзы Геройы булыуы ла ҙур ғорурлыҡ булып тора. Һеҙ ҙә намыҫ менән хеҙмәт итерһегеҙ тип ышанам, - тип һүҙен тамамланы Файруз Арыҫлан улы.
Әрме сафына алынасаҡ егеттәргә отставкалағы подполковник Андрей Павлович Мигунов, Владимир Ильич Герасимов та үҙ теләктәрен әйтеп, фатиха бирҙе.
- Был әйтелгән һүҙҙәр һеҙҙең өсөн ҡиммәт, ошо теләктәрҙе иҫегеҙҙән сығармағыҙ. Быйыл беҙҙең райондан 55 егет армияға юлланасаҡ. Һәр ваҡыт Тыуған илегеҙҙе һаҡларға әҙер булығыҙ, - тип һүҙен йомғаҡланы хәрби-иҫәп бүлегенән Марат Кашфулла улы Йәнбәков һәм беренсе булып хеҙмәткә алынасаҡ егеттәрҙең исемлеген атап үтте.
Ил һағына баҫасаҡ егеттәр өсөн ойошторолған концертты Рәзилә Хәбибуллина матур итеп алып барһа, “Эксклюзив” бейеү ансамбленең сығышы, Красноусолдағы 2-се урта мәктәптең 3-сө класс уҡыусылары хоры, Рәмил Ҡотдосовтың ҡурай моңо, Владислав Лавреновтың гитарала уйнап “Бер кем дә онотолмай” йырын башҡарыуы, Лиа-на Муллагилдинаның йырҙары күтәренке кәйеф тыуҙырҙы. Был сара әрме хеҙмәтенә алынасаҡ егеттәребеҙгә онотолмаҫлыҡ матур бүләк булды.
Егеттәргә тоғро хеҙмәт итеп, ил алдындағы бурыстарын намыҫ менән үтәп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Изге юл һеҙгә, буласаҡ Ватан һаҡсылары!