+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
12 Декабрь 2016, 20:34

“Һаулыҡты аҡсаға һатып алып булмай”

тиҙәр халыҡта. Һау кешенең генә эшкә дәрте, йәшәүгә ынтылышы, киләһе көнгә ышанысы ныҡ була.

Ошо көндәрҙә предприятиеға Өфөлә урынлашҡан "Тибет медицинаһы үҙәге”нән юғары категориялы табип-терапевт Татьяна Яковлевна Кудряшова менән медицина хеҙмәткәре Әлиә Вәғим ҡыҙы Мөҙәрисованы алып килде ул. Ике көнгә һуҙылған медицина күҙәтеүендә тәжрибәле табиптар заводтың 35 эшсеһен ентекле ҡарап, файҙалы кәңәштәрен бирҙе, ә иһә артабан тикшерелергә кәрәк тип табылғандар йүнәлтмәләр алды. Дөрөҫ туҡланыу, физик күнекмәләр эшләү, дарыуҙарҙы белеп дөрөҫ ҡулланыу тураһында ла аңлатты табиптар.

"Предприятиела тырыш, үҙ эшенә намыҫ менән ҡараған хеҙмәткәрҙәр тупланған. Эшселәрҙең һаулығы ныҡ икән, хеҙмәт етештереүсәнлеге лә юғары була. Вируслы киҙеүҙәрҙең иң киҫкен осоро – көҙ көнө һаулыҡҡа

айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк. Шуның өсөн дә эшләнде был сара. Врач-терапевт күрһәтмәһе буйынса артабан тикшерелеүгә йүнәлтмә алған хеҙмәткәрҙәрҙе үҙебеҙҙең предприятие автобусында Өфөгә, республика клиник дауаханаһына, "Тибет медицинаһы үҙәге”нә алып барасаҡбыҙ. Кәрәкле анализдар биреп, квалификациялы белгестәрҙән тикшерелеп, консультациялар алып ҡайтырҙар”, - тине Азат Фәйзулла улы.

Һүҙ ыңғайында шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, Өфөлә урынлашҡан "Тибет медицинаһы үҙәге” Азат Фәйзулла улы Фәйзуллиндың тырышлығы, эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килде. Унда Тибеттан, Ҡытайҙан, Монголия-нан килгән белгестәр, республикабыҙҙың тәжрибәле табиптары эшләй. Юғары медицина талаптарына яуап биргән, халыҡ медицинаһына тая-

нып эшләгән үҙәк Өфө халҡына ғына түгел, Башҡортостандан сит төбәктәрҙә лә танылыу яуланы.

Табыш алыу тураһында ғына уйламаған, ә хеҙмәткәрҙәрҙең мәнфәғәтен, уларҙың һаулығын ҡайғыртҡан ошондай етәкселәр күберәк булһа ине.

Рөстәм ИСХАҠОВ,

"Красноусол минераль һыу табыу һәм ҡойоу” заводының баш инженеры.
Читайте нас: