Концертты "Әсәйемдең ҡосағы” йыры менән игеҙәктәр Наза һәм Роман Родионовтар башлап ебәрҙе. Ауылыбыҙҙың йыр-моң оҫталары Рәмилә Абдуллина, Ләйлә Исхаҡова, Розалия Шәрәфетдинова, Миңзилә Нәзирова, Нурзилә Иҙрисова, Гөлсинә Нәзирова, Фәнзилә Мозафарова, ир-егеттәрҙән Наил Ҡалмырҙин, Юлай Аҙнағолов һәм баянсыбыҙ Рәсим Ваһаповтарҙың сығыштарын тамашасылар бик яратып ҡабул итте. Моңло йырҙар дәртле бейеүҙәр менән аралашып барҙы. Рәйлә Табынғолова, Илсиә Хәмзина, Алтынай Дәүләтбаева, Наҙгөл Ғәлиуллина, Алтынай Хәмзина, Нурзилә Урманшинаның дәртле бейеүҙәре концертҡа йәм өҫтәне. Кисәлә файҙаланылған Рәсих Ханнанов, Фәниә Чанышева, Таңһылыу Ҡарамышева, Миңлегөл Тайсиналарҙың шиғырҙары кисәбеҙҙең эстәлеген байытып, үҙенсәлекле биҙәк өҫтәне, тамашасылар йылы ҡабул итте.
Һуңғы йылдар беҙҙең һәүәҫкәр артистарыбыҙ өсөн бик уңышлы йылдар булды, тип тулы ышаныс менән әйтә алабыҙ. Район кимәлендә үткән конкурстарҙа, ярыштарҙа, төрлө бәйгеләрҙә Ҡауарҙы мәҙәниәт йорто әүҙем ҡатнашты һәм тейешле баһаланды. Былар инде беҙгә тағы ла нығыраҡ дәрт өҫтәй һәм артабан да тырышып эшләүгә этәргес булып тора.