-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
12 Декабрь 2016, 20:26

Күркәм байрам – Сөмбөлә

Яҙғы баҫыу эштәре тамамланғас, ауылдарҙа элек гөрләтеп һабантуйҙар үткәргәндәр.

Иртәнән кискә тиклем эш менән ваҡыттың үткәне лә һиҙелмәгән. Көҙ мәле – крәҫтиәндең иң көтөп алған осоро булғандыр, моғайын. Баҫыуҙарҙан ашлыҡтар йыйып алынған, ҡаҙ-өйрәк, эре мал өмәләре, аулаҡ өйҙәр, туйҙар. Яҙғы-йәйге ризыҡ ҡытлыҡтарынан һуң, көҙ инде муллыҡ осоро булып иҫәпләнгән. Шуға күрә лә халҡыбыҙ көҙ көнө лә матур байрамдар ойошторған. Байрамдар үткәреүгә элек бик етди ҡарағандар, алдан уҡ әҙерләнгәндәр: иҙән-түшәмдәр ҡырып йыуылған, мейестәр ағартылған, мунсалар яғылған, тәмле ризыҡтар бешерелгән, тирә-йүндән ҡунаҡтар саҡырылған. Шундай күркәм байрамдарҙың береһе – Сөмбөлә.

Игенйылға мәҙәниәт йортонда ла ошо боронғо йоланы иҫкә төшөрөү маҡсатынан, балалар менән "Сөмбөлә” байрамы үткәрелде. Балаларға костюмдар, рәсемдәр, йыр-бейеү әҙерләргә иғлан ителгән ине. Эльза Йәнбәкова, Сулпан Сәйетбатталованың костюмдары, Илүзә Вәлиеваның бейеүе, тәмле бәлеше, Эльза Йәнбәкованың матур шиғыры байрамды биҙәне.

Балалар Сөмбөлә байрамының тарихы, үҙенсәлектәре менән танышты, үҙҙәре өсөн күп кенә файҙалы мәғлүмәт алды.

Һуңынан ике командаға бүленеп ярыш үткәрелде. Командалар иген дә сәсте, бәрәңге лә ултыртты, йомаҡтарға яуап та эҙләне, мәҡәлдәр ҙә йыйҙы, атамаларҙы татарсаға ла тәржемә итте. Командаларҙың әле береһе, әле икенсеһе алға сыға торғас, мәрәйҙәр тигеҙләште. Бүләктәр, алмалар алып һәр береһе ҡәнәғәт булды.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алдан иғлан ҡуйылһа ла, тамашасыларҙың аҙ булыуы ғына кәйефте ҡырҙы. Бындай сараларҙан бит рухи аҙыҡ, күпме мәғлүмәт алып ҡайтаһың.

Зилә СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

Игенйылға ауылы.
Читайте нас: