-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
12 Декабрь 2016, 20:33

Ватанда Әсәйҙәр көнө

26 ноябрҙә Родина ауылы клубында Әсә көнөнә арналған байрам кисәһе үтте.

Байрамды ауыл старостаһы Фәүзиә Ғәлим ҡыҙы Ҡотлогилдина асып, ауылдаштарын ҡотланы, әсәләргә, өләсәйҙәргә, буласаҡ әсәләргә изге теләктәрен еткерҙе. Шулай уҡ тамашасыларҙың алҡыштары аҫтында ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашҡан Анфиса Кинйәбаева менән Зоя Торопкиналарға Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Ошо тамаша залын, матур итеп биҙәлгән сәхнәне эшләргә һәм иң мөһиме – тауыш көсәйтеүсе музыка аппаратураһы алырға ярҙам иткән "Берҙәм Рәсәй” партияһының "Аныҡ эштәр” проектына бар ауыл халҡы исеменән рәхмәт белдерҙе.

- Быға тиклем беҙҙең Ватан ауылы 8 йыл клубһыҙ йәшәне. Шул арауыҡта буш ваҡыттарын күпселеген урамда үткәргән йәштәрҙе күреп күңелем әрней торғайны. Клуб асылыу менән мәҙәни тормошобоҙ яңы һулыш алды, йәнләнеп китте. Ауыл халҡын йыйып яңы ғына Ололар көнөн үткәргәйнек, бөгөн Әсә көнөн билдәләйбеҙ. Бындай сараларға һыуһаған халыҡ клубҡа теләп йөрөй. Бигерәк тә балалар, йәштәр өсөн оло ҡыуаныс булды мәҙәниәт йортоноң эшләй башлауы. Белеүегеҙсә, ошонда уҡ күмәк көс менән ыҡсым ғына китапхана ла булдырҙыҡ. Унда әле халыҡ яратып уҡыған 600-ләгән китап иҫәпләнә. Өлгәшелгәндәрҙә генә туҡталып ҡалмайынса, алдыбыҙға ҙур маҡсаттар ҡуйып йәшәйбеҙ. Эшләйһе эштәр бик күп. Уларҙы тормошҡа ашырыуҙа район хакимиәте башлығы Рәмил Зәкәриә улы Бохаровтың, депутатыбыҙ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Әмир Миңлеәхмәт улы Ишемғоловтың, һәр башланғысты күтәреп алыусы ауылдаштарымдың ярҙамына өмөтләнәм, - тине Фәүзиә Ғәлим ҡыҙы сығышында. Байрам айҡанлы залдағы әсәйҙәрҙе тәбрикләп "Әсә” шиғырын да уҡып ишеттерҙе.

Артабан клуб мөдире Гөлнара Рәхимова төҙөгән сценарий бу-йынса кисәнең төп өлөшө башланды. Мәктәп уҡыусыларының әсәйҙәр тураһындағы шиғыр-йырҙарын, балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе кескәйҙәрҙең бейеүҙәрен тамашасы йылы ҡаршыланы. Сарала Родина мәктәбе директоры Рәмил Кинйәбаев сығыш яһап, барыһын да иң изге байрам - Әсә көнө менән ҡотланы һәм йыр бүләк итте. Ауыл йәштәре башҡарған дәртле "Сиған ҡыҙҙары” бейеүе, Гөлнара һәм Руслан Рәхимовтарҙың, Марина Шәрипованың моңло йырҙары кисәгә йәм өҫтәне. Уҙғарылған һәр сарала әүҙем ҡатнашҡан уҡыусылар – Эльвина Йәрмөхәмәтова, Эльвира Ғайсарова, Ольга Карпова, Кристина Сидорова, Денис Рәхимов, Яна Беляева, Алина Ишгарина, Наталья Шабалиналар был юлы ла сәхнә түрендә булды. Кисәне шиғыр, бейеүгә маһир балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Ирина Аҡбашева йәнле итеп алып барҙы.

Байрам уңайынан ойошторолған матур сара аҙағына яҡынлашты, Родина ауылы халҡы күңелле ял сәғәте бүләк иткән һәүәҫкәр артистарға рәхмәт әйтеп өйҙәренә таралышты.
Читайте нас: