-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
21 Декабрь 2016, 21:23

Парлы йәшәү үҙе бәхет бит

Ниндәй бәхет ерҙә,Пар ҡанатлы донъя көтөүе,Иңде иңгә терәп,Икәү бергә ғүмер кисеүе.

Уларҙың татыу ғаиләһе 1981 йылдың 30 октябрендә барлыҡҡа килә. Йәштәр өйләнешкәндә көҙҙөң һуңғы ямғырҙары була. Туй ваҡытында ямғыр яуыуын электән яҡшыға юрағандар. Бында хаҡлыҡ барҙыр.

Игенйылға ауылының күп балалы Асия һәм Әсғәт Йәнешевтар ғаиләһендә иң кесе бала булып тыуған Римза бәләкәйҙән үткер, сая, уңған булып үҫә. Ул атын да егә, малын да ҡарай, ата-әсәһенә терәк тә була.

Нияздың да атаһы сығышы менән Игенйылғанан. Ул Ленин орденлы уҡытыусы Мәрхәбә апа Кәлимуллинаның ейәне, шуға күрә каникулдар ваҡытында Шахтауҙан ауылға йыш ҡайтып йөрөй. Стәрлетамаҡ ҡалаһында заводта эшләп йөрөгән ерҙән, тормошонда киҫкен генә боролош яһай Нияз – ауылға йәшәргә күсеп ҡайта. Өфөлә ауыл хужалығы институтының механика факультетына ситтән тороп уҡырға инеп, "Сельхозтехника” ойошмаһында технолог булып эш башлай.

Ул ваҡыттарҙа ауылдарҙа йәштәрҙең бик әүҙем ваҡыттары. Комсомол йыйылыштары, коммунистик өмәләр, концерттар. Римза бындай сараларҙың үҙәгендә була. Мәктәптә пионервожатый булып эшләгән ҡыҙ төрлө саралар үткәреп, үҙенең яҡшы ойоштороусы икәнен күрһәтә, өҫтәүенә бик матур йырлай.

Йәш, сибәр егет менән ҡыҙ күптәр араһынан бер-береһен табалар һәм оҙаҡ та үтмәй, гөрләтеп туй ҙа яһайҙар. Йорт һатып алып, үҙ ғаилә усаҡтарын булдыралар. Көндәр буйы эштә, үҙ эшенән тыш йәмәғәт эштәре лә өҫтәлә. Агитатор, пропагандист. Йәштәр уларына ла өлгөрәләр.

1982 йылда ата-әсәне һөйөндөрөп, улдары Рөстәм тыуа. Мәшәҡәттәр арта. Ләкин бала һөйөү, уның беренсе аҙымдарын күреү, "атай”, "әсәй” һүҙҙәрен ишетеү, 1-се класҡа уҡыуға алып барыу, икенсе һөйөнөстәре булған ҡыҙҙары Лилиә тыуыу – үҙе бәхет түгелме ни?!

Көндәлек эштәр, мәшәҡәттәр менән ғүмерҙең үткәне һиҙелмәй ҙә. Донъя ла бер урында ғына тормай, ул да үҙгәрә. Гөрләп эшләгән колхоздар бөтә, күп ойошмалар ябыла. Нияз да мәктәпкә хеҙмәт һәм география уҡытыусыһы булып күсә, ауыл хужалығы институтын Стәрлетамаҡ пединститутына алыштыра. Уны уңышлы тамамлап, дипломлы уҡытыусы булып китә. Күберәк русса һөйләшкән, юморға бай Нияз абыйҙарын уҡыусылары ла бик яраталар. Бөгөнгө көндә лә ул мәктәптә балаларға белем бирә.

Римза ла "Гөлкәй” балалар баҡсаһына эшкә күсә. Ике тиҫтә йылдан ашыу ул уның алыштырғыһыҙ мөдире була. Ул етәкләгән коллектив һәр эшкә яуаплы ҡарай, һәр сабыйҙы үҙҙәренекеләй тәрбиәләй улар. Балаларҙы яратҡан кешеләр генә кескәйҙәр менән эшләй алалыр. Таҙа, зауыҡ менән биҙәлгән, заманса йыһазландырылған, уңай климат тыуҙырылған баҡса ауылдың ғорурлығы. Бөгөнгө көндә уның шулай эшләүендә Римза Әсғәт ҡыҙының өлөшө ҙур, тынғыһыҙ хеҙмәт һөҙөмтәһе ул. Шуға күрә Римза Әсғәт ҡыҙы етәкләгән "Гөлкәй” балалар баҡсаһы бик күп конкурстарҙа еңеүсе, ауыл тормошонда ла әүҙем ҡатнашалар.

Римза Әсғәт ҡыҙы ауылдаштары араһында ла абруй ҡаҙанған шәхес. Күп тапҡырҙар ауыл Советы депутаты булып һайлана, ҡатын-ҡыҙҙар советында ла актив ағза булып тора.

Кәлимуллиндар ғаиләһе һәр яҡтан да башҡаларға өлгө булырлыҡ. Уларҙың йорттарынан кеше өҙөлмәй. Иң кесеһе булһа ла, ул бөтә туғандарын туплап тороусы бер штаб кеүек. Оҙаҡ йылдар сирләгән әниҙәре Асия апайҙы ла яҡшылап ҡарап һуңғы юлға оҙаттылар. Ағаһы Радиктың балаларына ла ҙур терәк булып торҙолар. "Йылы урынға йылан да эйәләшә”, тигәндәй, һәр кемде яҡты йөҙ, тәмле һүҙ менән ҡаршылаған ғаилә, ысындан да, туған-тыумасаны бергә йыйнаусы ролен үтәй. Ике яҡтан да туғандар күп булғас, улар янына ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар өҫтәлгәс, был йорттоң ишектәре ябылып тормай.

Әле бына быйыл үҙҙәренең күркәм юбилейҙарына бүләк яһағандай, ҙур, матур йорт бөтөрөп керҙеләр. Йорттарында һәр ваҡыт бөхтәлек, өҫтәлдәрендә тәмле ризыҡтар, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерәләр, уларҙан ҡышҡылыҡҡа етәрлек ҡайнатма, салаттар әҙерләйҙәр.

Балалары ла үҙҙәренә оҡшап бик тырыштар, уңғандар. Рөстәм менән килендәре Ләйсән Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәйҙәр. Рөстәм Себер тарафтарында, ә Ләйсән балалар баҡсаһында эшләй. Ике малай үҫтерәләр. Һәр ваҡыт ауылға ҡайтып ата-әсәләренә ҙур ярҙам күрһәтәләр. Ҡыҙҙары Лилиә Красноусолда йәшәй, банкта эшләй. Үҙенең ҡыҙы Камила янына беҙҙең ике ейән-ейәнсәребеҙҙе лә ҡабул итте. Өйөндә һәр ваҡыт таҙалыҡ, балалар ҡараулы. Бүлмәләр тулы гөлдәр. Улар ҙа ата-әсә йортона һәр ваҡыт ҡайтып торалар.

Бөгөнгө көндә Нияз менән Римза 5 ейән-ейәнсәргә үҙҙәренең йөрәк йылыһын бүләк итәләр.

Бына шулай бер-береһенә терәк һәм кәрәк булып татыулыҡта, берҙәмлектә оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын Кәлимуллиндар ғаиләһенә. Ғүмерҙәре бәхетле, бәхеттәре ғүмерле булһын уларҙың.

Зилә СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

Игенйылға ауылы.
Читайте нас: