-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
21 Декабрь 2016, 21:08

Әсәйҙәр алтын кеүектәр, эштә ялҡын кеүектәр!

Әсәй! Ниндәй яғымлы һүҙ был! Кеше үҙ ғүмерендә шул һүҙҙе нисә ҡабат әйтә икән? Әйткән һайын, ул һүҙ яңынан-яңы мәғәнәгә эйә. Әсәй шул бер генә һүҙҙән һинең шатлығыңды ла, ҡайғыңды ла белә.

Минең әсәйем – Илмира Миннислам ҡыҙы Суфиянова бына шундай әсәйҙәрҙән. Ул Бурлы ауыл хакимиәтендә бухгалтер булып эшләй. Уны эшендә лә ихтирам итәләр. Атайым Ғәли менән улар 3 ҡыҙға ғүмер биргәндәр. Беҙҙе улар яҡшыны - ямандан, матурҙы – йәмһеҙҙән айыра белергә өйрәтеп, яҡшы тәрбиә бирәләр. Әсәйем барыһына ла өлгөрөргә тырыша. Ул – уңған, тырыш. Атайыбыҙҙың да эше яуаплы. Ул – участка уполномоченныйы. Эштән һуң ҡайтҡан, ҡайталмай ҡалған саҡтары ла бар. Шул саҡта әсәйем өйҙәге мал-тыуарҙы, беҙҙе ҡарарға, эшенә барырға, атайҙың ҡайтыуына тәмле аштар бешерергә лә өлгөрә. Шулай булғас, "әсәйем” тип ғорурланып әйтәм. Әсәй тип әйтһәм, мин үҙемде көслө, бәхетле итеп тоям.

Әсәйегеҙгә һеҙ ҙә "әсәйем” тип әйткән һайын шатланығыҙ. Ул һүҙ – уларҙың тормошон балҡытып торған йондоҙ!

Илина СУФИЯНОВА,

Бурлы мәктәбенең 3-сө класс уҡыусыһы.
Читайте нас: