Ҡыштың һалҡын селләһенә ҡарамай, мәҙәни усаҡтың тамаша залы халыҡ менән шығырым тулы булды. Бай йөкмәткеле концертты ибраһимдар яратып ҡаршы алды. Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Фәрүәз Урманшин, Резеда Әминева, бейеүсе Зөлфиә Ҡудашева, талантлы йәш йырсы Юнир Һағынбаевтарҙың сығыштарын көслө алҡыштарға күмде. Был йыр-моң кисәһен ысын мәғәнәһендә халыҡ менән йәнле аралашыу сараһы тиергә мөмкин, мәҙәни сараларға һыуһаған ауыл кешеләре, шул иҫәптән балалар ҙа йырсыларға ҡушылып йырланы, дәртләнеп бейеп
китеүселәр ҙә булды. Ғөмүмән, концерт барыһына ла оҡшаны, артистарҙың тағы ла килеүҙәрен һорап, оҙатып ҡалдылар.