Аҡташ ауылында йәшәгән оло йәштәге әбей-бабайҙар, апай-еңгәләр тураһында яҙып үтергә теләйем. Әле генә тормош еңелләште. Элекке ауыр замандарҙа бик йонсоп йәшәгән ололар. Эш күп булған, сөгөлдөр, бәрәңге эшкәртеү һәм башҡаһы, тик барыһы ла ҡул көсө менән башҡарылған. Ирҙәр тауҙа ҡуна ятып мал ҡарағандар.
Инәйем һәм уның йәштәштәренең йонсоп сөгөлдөр баҫыуында эшләп йөрөгәндәре әле лә хәтеремдә. Бик күп, 2-3-шәр гектар сөгөлдөр бүлеп бирерҙәр ине, беҙ, балалары, инәйебеҙгә барып ярҙам итә торғайныҡ. Йәй көнө сөгөлдөр утағанда көн матур, томра-эҫе булһа ла эшләнеләр. Ә бына көҙ көнө үҫтерелгән сөгөлдөрҙө ҡаҙып алыу улар өсөн бик ауырға төшә ине. Сөнки йыл йылға тура килмәй, өҫтәүенә, көҙҙәрҙең дә ҡарлы-ямғырлыһы күберәк була торғайны. Көн ямғырлы, һыуыҡ тип торманылар, "Беларусь” тракторы арбаһына ултырып эшкә йөрөнөләр. Ни эшләһендәр, беҙҙе, балаларын туйындырырға кәрәк бит. Сөгөлдөрҙән башҡа эш булманы шул ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына. Бына улар: Зөләйха Ҡәнзәфәрова, Рәйсә менән Фатима Зәйнуллиналар, Бибисара һәм Асия Мөлкамановалар, Мөниә һәм Орҡоя Түзбәковалар, Фәриҙә Юлдашбаева, Раҡия Ванюркина, Мәрүә Әбсәләмова, Нәсимә, Гөлнура, Рәшиҙә Иҙрисовалар, Мәүлиха Ҡаһарманова, Сафия Шаһивәлиева (улар хәҙер гүр эйәләре инде). Менәүәрә, Тәүзиха, Райхана, Фәтиха, Фәриҙә, Миңлегөл Иҙрисовалар, Гөлниса, Әнисә, Файруза Дауытовалар, Нәфисә Камалова, Флүрә Бәҙретдинова, Мөнирә менән Рәсимә Әбсәләмовалар, Хазина Рәхмәтуллина, Шәмсиә, Гөлфирә Юлдашбаевалар, Рәсилә Бәширова, Зифа, Сәүҙә Зәйнуллиналар һәм башҡалар. Сөгөлдөрҙән ямғырға һыуланышып ҡайтырҙар ине лә, таң атҡансы кейемдәре кибеп тә бөтмәй, иртүк тағы ла эшкә китерҙәр ине. Өҫтән ямғыр яуып торһа ла ҙур-ҙур "КамАЗ”дарға ҡул менән берәмләп сөгөлдөр ырғытырҙар ине. Ныҡ йонсоп, арып-талып, арманһыҙ булып ҡайтҡандары һаман да иҫтә.
Мин инәйем Тәүзиха Әбдрәхим ҡыҙы Иҙрисова тураһында айырым яҙып үтмәксемен. Алла бирһә, оҙаҡламай уға 84 йәш тула. Әле генә инәйем – ҡәҙерлемдең йәш кенә сағы ине, шулай тиҙ үтә икән ғүмер тигәнең. Әле генә сөгөлдөргә йөрөгән сағы. Беҙ донъя көтөп ҡалабыҙ. Инәйем самауыр ҡайнатып китә, беҙ көнө буйы шунан сәй эсәбеҙ, ут менән булырға ярамай. Ҡараңғы төшөп бөтә, инәйҙәребеҙ һаман ҡайтмай. Баҡтиһәң, иң аҙаҡҡы машинаны эңер төшөр алдынан ғына тейәп оҙатҡандар икән. Арманһыҙ булып ҡайтыуына ҡарамаҫтан, инәйем ашарға бешереп, беҙҙе ашатып, арып ятып йоҡлап китә. Йәнә таң һарыһынан тороп, йорттағы күп һанлы мәшәҡәттәрҙе башҡарып, эшенә ашыға. Беҙ бәләкәй саҡта шулай йонсоно инде, үҫеп, уның ҡул араһына ингәс, еңелерәк булғандыр. Эштән ҡайтыуына ашарға әҙер, сәй ҡайнаулы, өй йылы була ине. Беҙ инәйемдең ҡайтҡанын көтөп, "Беларусь” тауышы сыҡһа, ҡаршыһына йүгерәбеҙ. Ул ҡайтһа, донъя яҡтырып, күңелдәр күтәрелеп китә. Ҡайтҡас күмәкләшеп, күңелле итеп сәй эсә инек. Беҙ инәйем бешергән төрлө-төрлө тәмле аш-һыу, ризыҡтар менән һыйланып үҫтек. Ул беҙҙең уҡыуҙан ҡайтҡанды бешеренеп-төшөрөнөп көтә ине. Мәктәпкә беҙҙе бөхтә, таҙа һәм матур итеп кейендереп йөрөттө. Барыһы өсөн дә рәхмәт уға.
Инәйемә бик бәләкәйҙән етемлектә үҫергә тура килә. Инәһе бик йәшләй гүр эйәһе булған. Нимә генә күрмәгәндер инде. Ярай әле олатайым (атаһы) инәйемә ел-ямғыр тейҙермәй ҡарап үҫтергән. Яҙмыш уны икенсе тапҡырға һынай, бала сағында етемлек һурпаһын татытһа, 50 йәш тә юҡ сағында йәшләй генә тол итә, беҙҙең атайыбыҙ яҡты донъянан китеп барҙы. Уға бик ҡыйын, ауыр булһа ла, бирешмәне. Инәйебеҙ беҙҙең барыбыҙҙы ла башлы-күҙле итте. Аллаға шөкөр, барыбыҙ ҙа иҫән-һаубыҙ. Һәр беребеҙҙең үҙ донъялары бар. Бына тигән итеп эшләп, йәшәп донъя көтәбеҙ. Ҡәҙерле инәйебеҙгә рәхмәтлебеҙ. Иҫән-һау, 100-гә ет, бәхетле ҡартлыҡта йәшә, Алла бирһә.