-5 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
10 Ғинуар 2017, 22:32

Әсәйҙән күргән...

Юрмаш ауылында йәшәп, ғүмер буйы Ҡарағай "кәнсә-ләре”ндә баш бухгалтер булып эшләгән Флүзә Мәсәғүт ҡыҙы Вахитова тураһында һүҙем.

Һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, ямғырмы, ҡыш көнө буранмы ул, ҡарап тормай, йәйәүләп тә, мотоцикл менән дә яратҡан эшенә йөрөнө. Ярай әле, оло ярҙамсыһы - әсәһе Баныу әбей булды. Көнө буйы эштә булғас, өйҙә лә кеше кәрәк, балаларын ҡарашты, күҙ-ҡолаҡ булды.

Балаларына әсәй генә түгел, атай ҙа булырға тура килде уға, әсәһенең ҡәҙерле ҡыҙы булды. Әсәһе олоғайғас, уны һәм балаларын ҡарайым тип икенсегә тормошҡа ла сыҡманы Флүзә апай. Шул көйө 60 йәшкә етеп килә. Ҡыҙы һәм улын тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына баҫтырҙы. Әсәһе лә ҡартлыҡ үлеме менән яҡты донъянан китеп барҙы. Флүзә апай күпләп мал-тыуар аҫрай, урам тирәһе шул тиклем таҙа. Өйө лә бөхтә итеп йыйыштырыулы. Бар нәмәгә лә өлгөр булды. Балаларының икеһе лә ғаилә ҡороп, әсәйҙәренән күреп, бынамын тигән итеп донъя көтәләр. Ике ейән һәм ике ейәнсәрен яратып, һөйөп, һөйөнөп ултыра. Улы Рөстәм Ҡарағай ауылында йәшәй. Күркәм генә итеп йорт һалып керҙе йәш ғаилә. Үҙе Ҡарағай подстанцияһында электрик хеҙмәтен башҡара. Тормош иптәше Гөлнара менән ике бала - бер ҡыҙ, бер ул үҫтерәләр. Бик матур йәшәйҙәр. Ҡыҙы Фәнилә тормош иптәше – Аҡташ ауылы егете Фәнүр Иҙрисов менән Юрмаш ауылында төпләнделәр. Ҙур йорт һатып алып йәшәйҙәр. Бер улдары һәм бер ҡыҙҙары бар. Улдары Фәнзил Ҡарағай мәктәбендә 7-се класта, ә ҡыҙҙары Ләйсән Юрмаш мәктәбендә 1-се класта уҡып йөрөй.

Әле яңы ғына улар Юрмаш ауы-лында магазин асып ебәрҙеләр. Сауҙа нөктәһен асҡан көндө беренсе һатып алыусыларға, шулай уҡ балаларға ла бүләктәр тараттылар. Фәнүр Себер тарафтарында эшләп йөрөй. 2-3 ай эшләп, 1 ай ял итә. Тырыш, егәрле егет, атлап түгел, йүгереп йөрөй. Магазинды ла оҫта итеп төҙөгәндәр, балҡып тора, тауарҙарға ла бик бай. Уны эштән ҡайтып киткән арала ғына төҙөнө. Ә һатыусы булып Фәнилә үҙе эшләй. Икеһе лә тырыштар, Флүзә апайҙың да ярҙамы ҙур. Бына шулай егәрлелектәре менән айырылып тора Юрмаш ауылында йәшәүсе Иҙрисовтар ғаиләһе. Артабан да иҫән-һау, тырышып эшләһендәр тигән теләктә ҡалам.

Тәғзимә САЛАУАТОВА.

Ҡарағай ауылы.


Читайте нас: